27 Һеҙ – Мәсихтең тәне, ә айырым-айырым – шул уҡ тәндең ағзалары.
беҙ ҙә, күп булһаҡ та, Мәсихтә бер тән тәшкил итәбеҙ, тик һәр беребеҙ айырым-айырым бер-беребеҙҙең ағзалары булып торабыҙ.
Коринфтағы имандаштар берҙәмлегенә, Ғайса Мәсих аша Аллаға бағышланғандарға, Уның изгеләре булырға саҡырылғандарға һәм һәр ерҙә лә Раббыға – уларҙың һәм беҙҙең Раббыбыҙ Ғайса Мәсихкә мөрәжәғәт итеүселәрҙең бөтөнөһөнә сәләм.
Икмәк берәү, һәм беҙ, күмәк булһаҡ та, бер тәнде тәшкил итәбеҙ, сөнки бер икмәкте уртаҡлашабыҙ.
Мәсих – күп ағзаларға эйә булған тән кеүек; тән күп ағзаларҙан торһа ла, бер бөтөндө тәшкил итә.
Ағзаларҙың береһе яфаланһа, башҡалары ла уның менән бергә яфа күрә. Береһе хөрмәтләнһә, ағзаларҙың барыһы ла уның менән бергә шатлана.
Һеҙ тәнегеҙҙең Мәсих ағзаларының бер өлөшө икәнлеген белмәйһегеҙме әллә? Шулай булғас, мин Мәсихтең ағзаларын алып, уларҙы фәхишә ағзалары итә аламмы һуң? Әлбиттә, юҡ!
Берҙәмлек иһә – Мәсихтең тәне, бөтөн нәмәлә лә бар нәмәне тултырып тороусы Мәсихтең тулылығы.
Алланың изге халҡын хеҙмәт итеүгә әҙерләү, Мәсих тәнен – имандаштар берҙәмлеген – үҫтереү өсөн эшләне Ул быны.
сөнки Мәсих имандаштар берҙәмлегенең Башы булған кеүек, ир – ҡатынының башы, Мәсих иһә Үҙ тәне булған берҙәмлектең ҡотҡарыусыһы.
Беҙ бит – Уның тәненең ағзалары.
Ул – тәндең башы, тән иһә – Уға инаныусылар берҙәмлеге. Ул – бөтөн нәмәлә лә беренсе булыу өсөн башланғыс, үлеләрҙән тәүге булып терелгән.
Әле мин һеҙҙең хаҡҡа кисергән михнәттәремә һөйөнәм һәм Мәсихтең, Үҙенең тәне булған берҙәмлек хаҡына кисергән ғазаптарын үҙемдең тәнемдә тулыландырам.
Ул Мәсихтең, тимәк, тәндең Башын тотмай. Ә бөтөн тән Баштан башлана һәм быуындары, тарамыштары менән үҙ-ара беркетелеп, нығытылып, Алла ҡушыуы буйынса үҫә.