Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Коринфтарға 12:2 - Инжил

2 Хәтерегеҙҙәлер, Мәсихкә ышанмаған сағығыҙҙа, һеҙҙе нимәлер телһеҙ ялған илаһтарға этәрҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

2 Хәтерегеҙҙәлер, Мәсихкә ышанмаған сағығыҙҙа нимәлер һеҙҙе телһеҙ ялған илаһтарға этәрҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Коринфтарға 12:2
15 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Ҡалдырығыҙ шуларҙы! Һуҡырҙарҙы етәкләп йөрөүсе һуҡырҙар улар. Һуҡыр һуҡырҙы етәкләп бара икән, икеһе лә соҡорға ҡолап төшәсәк.


Һеҙҙең ҡайһы берҙәрегеҙ бына шундайҙарҙан ине. Әммә Раббыбыҙ Ғайса Мәсих исеме һәм Аллабыҙ Рухы менән йыуылып таҙарындығыҙ, изгеләндегеҙ һәм аҡландығыҙ.


Элек һеҙ, Алланы белмәгән саҡта, Алла тип, асылда, ялған илаһтарҙың ҡоло инеғеҙ.


Һеҙҙең арала булыуыбыҙҙың һөҙөмтәһе тураһында кешеләр үҙҙәре үк һөйләй. Шулай уҡ ысын Аллаға хеҙмәт итеү һәм күк батшалығынан Уның Улын көтөп алыу өсөн, үҙҙәре табынған ялған илаһтарҙан баш тартып, Аллаға йөҙ бороуығыҙ тураһында ла хәбәр итәләр. Алла Үҙ Улы Ғайсаны үленән терелтеп алды, Ул беҙҙе Алланың яҡынлашып килгән асыуынан ҡотҡарасаҡ.


Онотмайыҡ: ҡасандыр беҙ үҙебеҙ ҙә аңһыҙ, Аллаға буйһонмаусан, юлдан яҙҙырылған, һәр төрлө нәфсе һәм ләззәттәр ҡоло инек, яуызлыҡ һәм көнсөллөк эсендә йәшәнек, бер-беребеҙҙе һөйһөнмәнек.


Ата-бабаларҙан мираҫ итеп бирелгән мәғәнәһеҙ тормоштан алтын-көмөш кеүек фани нәмәләр менән түгел, ә ғәйепһеҙ һәм пак бәрәс кеүек булған Мәсихтең ҡәҙерле ҡаны менән түләп алынғанлығығыҙҙы беләһегеҙ.


Ғүмерегеҙҙең шаҡтай өлөшөн мәжүсиҙәр кеүек аҙғынлыҡҡа, боҙоҡлоҡҡа, эскелеккә, тотанаҡһыҙ кисәләргә, кәйеф-сафаға бирҙегеҙ һәм ерәнгес ялған илаһтарға етерлек табындығыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ