Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Коринфтарға 12:18 - Инжил

18 Әммә Алла тәндә ағзаларҙың һәр береһен Үҙе теләгәнсә урынлаштырған.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

18 Әммә Алла тәндә ағзаларҙың һәр береһен Үҙе теләгәнсә урынлаштырған.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Коринфтарға 12:18
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ошо ваҡыт Ғайса, Изге Рух тарафынан шатлыҡ менән һуғарылып, былай тигән: – Атам, күктең һәм ерҙең Хужаһы! Быны зирәктәр һәм аҡыл эйәләренән йәшереп, сабыйҙарға асып биргәнең өсөн Һине данлайым! Эйе, Атам, шулай эшләүҙе Һин яҡшы тип таптың!


Эй бәләкәй көтөү, ҡурҡмағыҙ! Батшалыҡты һеҙгә биреүҙе Атағыҙ яҡшы тип тапты.


Алла тарафынан бирелгән мәрхәмәт менән һәр берегеҙгә әйтәм: үҙегеҙ тураһында тейешенән юғарыраҡ фекерҙә булмайынса, һәр кемегеҙ Алла биргән иман миҡдарынан сығып айыҡ фекер йөрөтөгөҙ.


Алланың мәрхәмәте буйынса алған рухи һәләттәребеҙ төрлө, шулай булғас, кемгәлер пәйғәмбәрлек итеү һәләте бирелгән икән, уны ышанысы буйынса файҙаланһын.


Быларҙың барыһын да һәр кемгә һәләтте Үҙе теләгәнсә бүлеп биргән бер үк Рух башҡара.


Әгәр бөтөн тән тик күҙҙән генә торһа, нисек ишетә алыр ине? Тотош ҡолаҡтан ғына торһа ла, еҫ һиҙеү тойғоһо ҡайҙан булыр ине?


Әгәр бөтөнөһө бер ағза булһа, тән ҡайҙа булыр ине һуң?


Килешле ағзаларыбыҙҙың иһә быға ихтыяжы юҡ. Әммә, тәндә айырмалыҡ булмаһын һәм бөтөн ағзалар бер-береһе тураһында бер үк кимәлдә хәстәрлек күрһен өсөн, тәндә етешмәгән ағзаларға күберәк хөрмәт күрһәтеп, Алла ағзаларҙы үҙ-ара шулай тоташтырҙы.


Алла Үҙ берҙәмлегендә тәүгеләрҙе – илселәр, икенселәрҙе – пәйғәмбәрҙәр, өсөнсөләрҙе өйрәтеүселәр итеп ҡуйған. Артабан ҡайһы берәүҙәргә мөғжизә күрһәтеү һәләте, дауалап-һауыҡтырыу, башҡаларға – ярҙам күрһәтеү, идара итеү һәм бүтән төрлө телдәрҙә һөйләү һәләте бирелгән.


Ә инде Алла уға Үҙе һайлаған тәнде, һәр орлоҡҡа үҙ тәнен бирә.


Кем ул Павел? Кем ул Аполлос? Улар фәҡәт хеҙмәтселәр генә. Раббының һәр береһенә ниндәй бурыс йөкмәтеүенә ҡарап, һеҙ улар аша иманға килдегеҙ.


Ғайса Мәсих аша беҙҙе Үҙ балалары итергә алдан уҡ билдәләп ҡуйҙы. Был – Уның ихтыяры һәм маҡсаты.


Ул, Мәсих аша тормошҡа ашырырға ҡарар иткән ниәте буйынса, беҙгә Үҙ ихтыярының серен асты.


– Раббы Аллабыҙ, Һин дан, хөрмәт һәм ҡөҙрәт ҡабул итергә лайыҡлыһың, сөнки бар нәмәне Һин яраттың, барыһы ла Һинең ихтыярың менән бар ителде һәм булды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ