11 Быларҙың барыһын да һәр кемгә һәләтте Үҙе теләгәнсә бүлеп биргән бер үк Рух башҡара.
11 Быларҙың барыһын да һәр кемгә бүләкте Үҙе теләгәнсә бүлеп биргән бер үк Рух башҡара.
Эйе, Атам, шулай эшләүҙе Һин яҡшы тип таптың!
Үҙ мөлкәтемде үҙем теләгәнсә сарыфларға хаҡым юҡмы ни? Әллә йомартлығымдан көнләшәһеңме?»
Яхъя былай тип яуапланы: – Күктән бирелмәһә, кеше бер нәмә лә ала алмай.
Ел ҡайҙа теләй, шунда иҫә, һин уның тауышын ишетәһең, ләкин ҡайҙан килеп ҡайҙа киткәнен белмәйһең. Рухтан тыуған һәр кем менән дә шулай була.
Ата, үлгәндәрҙе терелтеп, уларға ғүмер биргән кеүек, Улы ла кемгә теләй, шуға ғүмер бирә.
Алланың мәрхәмәте буйынса алған рухи һәләттәребеҙ төрлө, шулай булғас, кемгәлер пәйғәмбәрлек итеү һәләте бирелгән икән, уны ышанысы буйынса файҙаланһын.
Шулай итеп, Алла Үҙе теләгән кешегә шәфҡәт күрһәтә һәм теләгән кешеләрен тиҫкәре, Үҙ тауышына ҡарата һаңғырау итә.
Әммә Алла тәндә ағзаларҙың һәр береһен Үҙе теләгәнсә урынлаштырған.
Изге Рух биргән һәләттәр төрлө, әммә Рух бер үк.
Ғәмәлдәр төрлө, әммә уларҙың һәммәһе лә беҙҙә бер үк Алла аша эш итә.
Бүтән осраҡтарҙа һәр кем Раббы билдәләгәнсә һәм Алла саҡырғандағы кеүек йәшәһен. Бөтөн берҙәмлектәргә күрһәтмәм шундай.
Бөтөнөһөнөң дә минең кеүек булыуҙарын теләр инем. Әммә һәр кемдең Алланан бирелгән һәләте бар: береһенең бер төрлө, икенсеһенең икенсе төрлө.
Беҙ иһә саманан тыш маҡтанмаясаҡбыҙ, әммә маҡтаныуыбыҙ самаһы итеп беҙгә Алла билдәләгән хеҙмәт сиген аласаҡбыҙ. Унда һеҙҙең аралағы эшебеҙ ҙә инә.
Һәммәһен дә Үҙ ниәте һәм ихтыяры менән Булдырыусы Алла, Үҙенең маҡсаты буйынса алдан билдәләп, беҙҙе Мәсих аша вариҫтары итеп ҡуйҙы.
Мәсих һәр беребеҙгә һәләтте Үҙе билдәләгәнсә бирҙе.
Алла Үҙе лә быны билдәләр, мөғжизәләр һәм төрлө ҡөҙрәтле эштәр ҡылыу һәм Изге Рухтан килгән бүләктәрҙе Үҙ ихтыяры буйынса бүлеп биреү юлы аша иҫбат итте.
Үҙе бар иткәндәр араһында тәүге яңы емештәр булыуыбыҙ өсөн, Ул беҙҙе Үҙ ихтыяры менән хәҡиҡәт һүҙе аша тыуҙырҙы.