32 Хөкөм иткәндә иһә, донъя менән бергә хөкөм ителмәҫ өсөн, Раббы беҙгә язаһын бирә.
Әммә беҙ ҡанунда әйтелгәндәр уға буйһоноусылар өсөн икәнен беләбеҙ, тимәк, үҙҙәрен аҡлау маҡсатында бер кем дә ауыҙын да аса алмай һәм бөтөн донъя Алла ҡаршыһында ғәйепле булып ҡала.
Алла бүләген бер кешенең гонаһы менән сағыштырып булмай: бер енәйәт һөҙөмтәһендә ғәйепле тигән хөкөм ҡарары сығарылды, ә күп енәйәттәрҙән һуң Алла, ғәйеплеләрҙе аҡлап, Үҙенең мәрхәмәтен күрһәтә.
Ҡайҙа аҡыл эйәһе? Ҡайҙа ҡанун белгесе? Ҡайҙа был замандың фәлсәфәселәре? Алла был донъя аҡылын ахмаҡлыҡ тип күрһәтмәнеме ни?
Алла Үҙенең зирәклеге буйынса билдәләгәнсә, донъя үҙ аҡылы менән Уны танып белә алманы. Шуның өсөн Ул иман тотоусыларҙы ахмаҡлыҡ тип һаналған Һөйөнөслө Хәбәр аша ҡотҡарыуҙы яҡшы эшкә һананы.
Шуның өсөн дә күбегеҙ хәлһеҙ һәм ауырыу, вафат булғандар ҙа аҙ түгел.
Әгәр беҙ үҙебеҙҙе үҙебеҙ һынаһаҡ инде, хөкөмгә дусар булмаҫ инек.
Шуға күрә, имандаштарым, Раббы ашына йыйылған саҡта бер-берегеҙҙе көтөгөҙ.
Именей менән Искәндәр ҙә шундайҙарҙан, мин уларҙы, көфөр һүҙҙәр һөйләүҙән тыйылып өйрәнһендәр өсөн, Иблис ҡулына тапшырҙым.
Беҙ үҙебеҙҙең Алланан булыуыбыҙҙы, бөтөн донъяның иһә Иблис хакимлығы аҫтында булыуын беләбеҙ.
Мин Үҙем яратҡан һәр кемгә үпкә белдерәм һәм тәртипкә өйрәтәм. Шуға күрә сәмсел бул һәм тәүбә ит.