30 Шуның өсөн дә күбегеҙ хәлһеҙ һәм ауырыу, вафат булғандар ҙа аҙ түгел.
Үҙ дәүерендә Алла ихтыяры буйынса хеҙмәт итеп йәшәгән Дауыт иһә вафат булды һәм үҙенең аталары янына ерләнде. Уның тәне серене.
тигән һүҙҙәр менән тубыҡланып, көслө тауыш менән: – Раббым! Был эште уларға гонаһ итеп һанама, – тип йән бирҙе.
Раббы тәненә әһәмиәт бирмәйенсә ашаған һәм эскән кеше шул ашап-эсеүе менән үҙен хөкөмгә дусар итә.
Әгәр беҙ үҙебеҙҙе үҙебеҙ һынаһаҡ инде, хөкөмгә дусар булмаҫ инек.
Хөкөм иткәндә иһә, донъя менән бергә хөкөм ителмәҫ өсөн, Раббы беҙгә язаһын бирә.
Һеҙгә сер асам: беҙ бөтөнөбөҙ ҙә үлмәйәсәкбеҙ, әммә һәммәбеҙ ҙә үҙгәрәсәк –
Беҙ Ғайсаның үлгәненә һәм үленән терелеүенә ышанабыҙ икән, Ғайса иманында үлем йоҡоһона талғандарҙың Алла тарафынан Уның менән бергә килтереләсәге лә дөрөҫ.
Мин Үҙем яратҡан һәр кемгә үпкә белдерәм һәм тәртипкә өйрәтәм. Шуға күрә сәмсел бул һәм тәүбә ит.