Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Коринфтарға 11:20 - Инжил

20 Әммә һеҙ бергә йыйылһағыҙ ҙа, был Раббының ашын уртаҡлашыу тигән һүҙ түгел бит.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

20 Әммә һеҙҙең бергә йыйылыуығыҙ Раббының ашын уртаҡлашыу тигән һүҙ түгел бит.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Коринфтарға 11:20
10 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Иман юлындағы был кешеләр илселәрҙең өйрәтеүе яҡлы булды, берҙәм йәшәнеләр, икмәк һындырҙылар һәм бергә доға ҡылдылар.


Көн һайын берҙәм рәүештә Алла Йортонда булдылар, Алланы маҡтап, шат һәм ихлас йөрәктән өйҙәрендә икмәк һындырып, ризыҡты бергәләп ашанылар. Бөтөн халыҡ уларҙы яратты, Раббы иһә ҡотҡарылыусылар һанын көн һайын арттырып торҙо.


Артабанғы күрһәтмәләремә күсәм. Һеҙҙе йыйылыштарҙағы ҡылыҡтарығыҙ өсөн маҡтай алмайым: уларҙың файҙаһына ҡарағанда зыяны күберәк.


Әлбиттә, һынауҙы кемегеҙҙең үтә алыуы асыҡланһын өсөн, арағыҙҙа ҡапма-ҡаршылыҡтарҙың булыуы ла кәрәк.


Һәр берегеҙ үҙ ризығын башҡаларҙан алда ашап ҡуйырға ашыға, шуға ла берәүҙәр ас ҡала, икенселәре иһә ашап-эсеп иҫерә.


Ҡайһы берәүҙәр кеүек, ғибәҙәт ҡылыу өсөн бергә йыйылыуҙан баш тартмайыҡ, киреһенсә, бер-беребеҙҙе тағы ла нығыраҡ ҡеүәтләп торайыҡ, сөнки Раббы көнөнөң яҡынлашыуын күрәбеҙ бит.


Улар үҙҙәре килтергән яуызлыҡтарына яуызлыҡ әжере аласаҡ. Улар өсөн хозурлыҡ – көн яҡтылығында ҡомһоҙланып ашап-эсеү. Улар – әшәкелек һәм хурлыҡ, сөнки һеҙҙең менән бер табын артында ултырып, алдаҡ рәхәтлектән ләззәтләнәләр.


Был кешеләр һеҙҙең мөхәббәтле табындарығыҙҙа уңайһыҙланыу белмәй, үҙҙәрен генә ҡайғыртып табын ҡороп ултырыусылар. Улар – ел ҡыуып йөрөткән ямғыр килтермәҫ болоттар. Улар – уңыш йыйыр мәлдә емеш бирмәй торған, ике тапҡыр үлгән, тамыры менән ҡуптарылған ағастар.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ