1 Мин Мәсихтән өлгө алған кеүек, һеҙ ҙә минән өлгө алығыҙ.
Мин дә үҙ файҙама түгел, ә күптәрҙең файҙаһы хаҡында хәстәрлек күрәм, бар нәмәлә уларға ярарға тырышам, сөнки уларҙың ҡотолоуын теләйем.
Шуға күрә үтенеп һорайым: минән өлгө алығыҙ.
Имандаштар, минән өлгө алығыҙ һәм беҙ күрһәткән өлгө буйынса йәшәүселәргә иғтибар итегеҙ.
Һәм һеҙ, беҙҙе һәм Раббыны өлгө итеп алып, күп ғазаптар кисерһәгеҙ ҙә, был Хәбәрҙе Изге Рухтан килгән ҙур шатлыҡ менән ҡабул иттегеҙ.
талап итергә хаҡыбыҙ булмаған кеүек түгел, ә беҙгә эйәреп эшләгеҙ тип, һеҙгә өлгө күрһәттек.
Ялҡау булмағыҙ, ә иман һәм түҙемлек аша үҙҙәренә вәғәҙә ителгәнде мираҫ итеп алыусылар өлгөһөнә эйәрегеҙ.