24 Һәр кем үҙенә файҙа булғанды түгел, ә башҡаға файҙалыны эҙләһен.
Мин дә үҙ файҙама түгел, ә күптәрҙең файҙаһы хаҡында хәстәрлек күрәм, бар нәмәлә уларға ярарға тырышам, сөнки уларҙың ҡотолоуын теләйем.
Мөхәббәт әҙәпһеҙ ҡыланмай, үҙенә файҙа эҙләмәй, ярһымай, яуызлыҡ тотмай.
Бына өсөнсө тапҡыр һеҙгә барырға әҙермен, был юлы ла һеҙгә йөк булмаясаҡмын. Миңә һеҙҙә булған нәмә түгел, ә һеҙ үҙегеҙ кәрәк. Балалар атай-әсәйҙәренә түгел, ә атай-әсәйҙәр балаларына байлыҡ тупларға тейеш бит.
Башҡалар, Ғайса Мәсихкә инаныуға ҡарағанда, үҙ яғын нығыраҡ ҡайыра.