Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Коринфтарға 10:16 - Инжил

16 Раббы кисәһендә беҙ Аллаға рәхмәт белдергән шөкөр кәсәһенән эсәбеҙ. Был һәммәбеҙҙең дә Мәсих ҡанында ҡатнашлығы барлығын аңлатмаймы? Беҙ икмәкте бүлеп алабыҙ һәм ашайбыҙ. Был бөтөнөбөҙҙөң дә Мәсих тәнендә өлөшө барлығын аңлатмаймы ни?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

16 Беҙ Аллаға рәхмәт белдергән шөкөр туҫтағынан эсәбеҙ. Был һәммәбеҙҙең дә Мәсих ҡанында ҡатнашлығы барлығын аңлатмаймы? Беҙ икмәкте бүлеп алабыҙ һәм ашайбыҙ. Был бөтәбеҙҙең дә Мәсих тәнендә өлөшө барлығын аңлатмаймы ни?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Коринфтарға 10:16
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ғайса ҡулына кәсә алған һәм, шөкөр иткәндән һуң, һүҙен дауам иткән: – Быны алығыҙ ҙа үҙ-ара бүлешеп эсегеҙ.


Иман юлындағы был кешеләр илселәрҙең өйрәтеүе яҡлы булды, берҙәм йәшәнеләр, икмәк һындырҙылар һәм бергә доға ҡылдылар.


Көн һайын берҙәм рәүештә Алла Йортонда булдылар, Алланы маҡтап, шат һәм ихлас йөрәктән өйҙәрендә икмәк һындырып, ризыҡты бергәләп ашанылар. Бөтөн халыҡ уларҙы яратты, Раббы иһә ҡотҡарылыусылар һанын көн һайын арттырып торҙо.


Павел, йәнә бүлмәгә күтәрелеп, икмәк һындырып ашаны, унан тағы бик оҙаҡ, таң атҡансы шәкерттәр менән һөйләшеп ултырғандан һуң, иртә таңдан юлға сыҡты.


Аҙнаның беренсе көнөндә икмәк һындырып ашау йолаһына бергә йыйылдыҡ. Павел иман тотоусылар менән әңгәмә ҡороп ултырҙы һәм, икенсе көндө китергә ниәтләгәнлектән, һөйләшеү төн уртаһына тиклем һуҙылды.


Ул һеҙҙе Үҙенең Улы Раббыбыҙ Ғайса Мәсих менән һеҙҙең арағыҙҙа аралашыу һәм бәйләнеш булһын тип саҡырған. Алла Үҙ вәғәҙәһенә тоғро.


Мин һеҙгә аҡыллы кешеләргә әйткән кеүек өндәшәм, һүҙҙәрем тураһында үҙегеҙ уйлағыҙ.


Беҙ һәммәбеҙ ҙә: йәһүдтәр һәм гректар, ҡолдар һәм иреклеләр, бер Рух менән сумдырылып, бер тән булдыҡ һәм барыбыҙға ла бер үк Рухтан эсеү бирелде.


Сөнки беҙ – Мәсихтең хеҙмәттәштәре, тик беҙгә баштағы ышанысыбыҙҙа аҙаҡҡаса ныҡ торорға кәрәк.


Һеҙ ҙә беҙҙең менән аралаша алһын өсөн, үҙебеҙҙең күргән һәм ишеткәндәребеҙҙе һеҙгә лә иғлан итәбеҙ. Беҙ иһә Ата һәм Уның Улы Ғайса Мәсих менән аралашып йәшәйбеҙ


Әгәр инде Алла яҡтылыҡта булған кеүек, беҙ ҙә яҡтылыҡта йәшәһәк, тимәк, бер-беребеҙ менән аралашып йәшәйбеҙ һәм Уның Улы Ғайсаның ҡаны беҙҙе һәр төрлө гонаһтарыбыҙҙан таҙарындыра.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ