Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Коринфтарға 10:14 - Инжил

14 Шуға күрә, ҡәҙерлеләрем, ялған илаһтарға табыныуҙан ҡасығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

14 Шуға күрә, һөйөклөләрем, ялған илаһтарға табыныуҙан ҡасығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Коринфтарға 10:14
21 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

ә ялған илаһтарға ҡорбан итеп килтерелеп хур ителгән нәмәләрҙән, енси аҙғынлыҡтан, быуып үлтерелгән хайуан итенән һәм ҡандан тыйылығыҙ, тип яҙырға кәрәк, минеңсә.


Ҡәҙерлеләрем, үҙегеҙ өсөн үс алмағыҙ, Алла асыуына урын ҡалдырығыҙ. Изге Яҙмала былай тип әйтелгән: «Үс алыу – Минең эшем. Әжерен Үҙем ҡайтарырмын, ти Раббы».


Мин һеҙгә аҡыллы кешеләргә әйткән кеүек өндәшәм, һүҙҙәрем тураһында үҙегеҙ уйлағыҙ.


Бының менән нимә әйтергә теләйем? Ялған илаһтарға килтерелгән ҡорбан берәй әһәмиәткә эйә типме, әллә илаһ үҙе берәй мәғәнәгә эйә типме?


Шулай уҡ, ҡайһы берҙәре кеүек, ялған илаһтарға табынмағыҙ. Улар хаҡында Изге Яҙмала: «Халыҡ ашарға һәм эсергә ултырҙы ла, торғас ялған илаһтар алдында ҡотороп күңел асырға тотондо», – тип әйтелгән.


Үҙҙәрен имандаштарығыҙ тип атаған көйө фәхешлек, ҡомһоҙлоҡ ҡылған, ялған илаһтарға табынған, яла яҡҡан, эскесе, алдаҡсы кешеләр менән аралашмауығыҙҙы күҙ уңында тоттом, хатта ундайҙар менән бергә ултырып ашамағыҙ ҙа.


Ни өсөн шулай эшләйем һуң? Әллә һеҙҙе яратмағанғамы? Әммә һеҙҙе яратыуым Аллаға билдәле!


Һеҙҙең өсөн мин үҙемдә булғандың бөтөнөһөн, хатта үҙемде лә ҙур теләк менән сарыф итермен. Мин һеҙҙе нығыраҡ яратып, һеҙ мине кәмерәк яратаһығыҙмы?


Һеҙ, моғайын, әле һаман алдығыҙҙа аҡланабыҙ тип уйлайһығыҙҙыр. Юҡ, беҙ Мәсихтеке булараҡ, Алла алдында әйтәбеҙ, быларҙың бөтөнөһө лә, ҡәҙерлеләрем, һеҙҙе рухи яҡтан нығытыу өсөн башҡарыла.


Шуға күрә, «Иманһыҙҙар араһынан сығығыҙ һәм уларҙан айырылығыҙ, – ти Раббы. – Таҙа булмағанға йоғонмағыҙ, һәм Мин һеҙҙе ҡабул итермен.


Ҡәҙерлеләрем, беҙгә ошондай вәғәҙәләр бирелде! Алла алдында ҡурҡҡан хәлдә үҙебеҙҙе тулыһынса Уға бағышлап, әйҙәгеҙ тәнебеҙҙе һәм рухыбыҙҙы тап төшөүҙән сафландырайыҡ.


Шулай итеп, ҡәҙерле һәм һағынған имандаштарым, шатлығым һәм дан тажым, Раббыла ныҡ тороғоҙ, ҡәҙерлеләрем!


Ҡәҙерле дуҫыбыҙ һәм хеҙмәттәшебеҙ Филимонға һәм уның йортонда йыйыла торған имандаштар берҙәмлегенә, имандашыбыҙ Апфия ханыма, көрәштәшебеҙ Архипҡа Ғайса Мәсих хаҡына тотҡонлоҡта ултырыусы Павелдан һәм имандашығыҙ Тимофейҙан хат.


Әммә, ҡәҙерлеләрем минең, беҙ ошо һүҙҙәрҙе һөйләһәк тә, һеҙгә килгәндә, хәлегеҙ һәйбәтерәк һәм ҡотҡарылыуға табан бараһығыҙ, тигән ышаныстабыҙ.


Ҡәҙерлеләрем! Һеҙ был донъяла – илгиҙәрҙәр һәм мосафирҙар. Шуға күрә һеҙҙе йәнгә ҡаршы көрәшеүсе гонаһлы теләктәрҙән йыраҡ торорға саҡырам.


Балаларым, үҙегеҙҙе ялған илаһтарҙан һаҡлағыҙ.


Салынған Бәрәстең Тормош китабына донъя яратылғанға тиклем исемдәре яҙылған ерҙә йәшәгәндәрҙең һәммәһе лә ошо януарға баш эйәсәк.


Әммә һиңә ҡарата ҡайһы бер ҡаршылығым бар: һеҙҙең арала Валаам тәғлимәте яҡлылар бар, ә ул иһә үҙ мәлендә, ялған илаһтарға ҡорбан итеп килтерелгән ризыҡты ашаһындар һәм фәхешлек ҡылһындар өсөн, Валакты израилдәрҙе гонаһ юлына этәрергә өйрәткән.


Әммә ҡурҡаҡтарҙың да, имандан баш тартҡандарҙың да, әшәкеләрҙең дә, кеше үлтереүселәрҙең дә, фәхешлек ҡылыусыларҙың да, сихырсыларҙың да, ялған илаһтарға табыныусыларҙың да, бөтөн ялғансыларҙың да өлөшө ут һәм көкөрт ялҡынланып торған күлдә булыр. Был – икенсе үлем.


Ә эттәр ҙә, сихырсылар ҙа, фәхешлек ҡылыусылар ҙа, кеше үлтереүселәр ҙә, ялған илаһтарға табыныусылар ҙа, барлыҡ ялғанлыҡ яратыусылар һәм уны ҡылыусылар ҙа тыш яҡта ҡаласаҡ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ