Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Коринфтарға 10:13 - Инжил

13 Һеҙ әҙәм хәленән килгән һынауҙарға ғына дусарһығыҙ. Алла Үҙ вәғәҙәһенә тоғро, һәм Ул артабан да көсөгөҙ етмәҫлек һынауҙарға юл ҡуймаясаҡ. Һынауҙы йырып сыға алыуығыҙ өсөн, уны үтеү юлын да күрһәтәсәк.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

13 Һеҙ ябай әҙәм хәленән килгән һынауҙарға ғына дусар булдығыҙ. Алла ышаныслы, һәм Ул көсөгөҙ етмәҫлек һынауҙарға юл ҡуймаясаҡ. Һынауҙарҙы йырып сығыр өсөн, Ул әмәлен дә күрһәтәсәк.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Коринфтарға 10:13
48 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Беҙҙе һынауға дусар итмә, ә Иблистән һаҡла.


Гонаһтарыбыҙҙы кисер, сөнки беҙ ҙә үҙебеҙгә яҙыҡ эш ҡылған һәр кемде кисерәбеҙ. Беҙҙе һынауға дусар итмә, – тигән.


Өҫтәүенә, беҙҙең менән һеҙҙең арала ҙур упҡын ята, шунлыҡтан бынан һеҙҙең яҡҡа сығырға теләүсе лә, ул яҡтан был яҡҡа сығырға теләүсе лә үтә алмаҫ».


– Ни эшләп йоҡлап ятаһығыҙ? Тороғоҙ ҙа, ҡотортолоуға дусар булмаҫ өсөн, доға ҡылығыҙ! – тигән уларға Ғайса.


– Ҡалғандарығыҙ йә таҡталарға, йә караптағы берәй нәмәгә тотоноп йөҙөгөҙ, – тине. Шулай итеп, барыһы ла ҡотолоп ергә сыҡты.


Ул һеҙҙе Үҙенең Улы Раббыбыҙ Ғайса Мәсих менән һеҙҙең арағыҙҙа аралашыу һәм бәйләнеш булһын тип саҡырған. Алла Үҙ вәғәҙәһенә тоғро.


Алла беҙҙе үлем дәһшәтенән ҡотҡарҙы һәм тағы ла ҡотҡарасаҡ әле. Киләсәктә лә ҡотҡарасағына ышанып, Уға өмөт бағлайбыҙ,


Һеҙҙе Саҡырыусы быны эшләйәсәк, сөнки Ул тоғро.


Ә Раббы тоғро, Ул һеҙгә ҡеүәт өҫтәр һәм һеҙҙе Иблистән һаҡлар.


Раббы мине бөтөн яуызлыҡтарҙан йолоп алыр һәм Үҙенең Күктәге Батшалығы өсөн һаҡлар. Уға мәңгенән мәңгегә дан булһын! Амин.


Үҙебеҙ инанып асып һалған өмөткә тайпылышһыҙ тотонайыҡ, сөнки вәғәҙә биргән Зат – тоғро.


Ауырға ҡала алмаған Сара ла иманы аша бала табырлыҡ көскә эйә була һәм, өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, бала таба, сөнки Алла тарафынан бирелгән вәғәҙәнең тоғролоғона ышана.


Гонаһҡа ҡаршы көрәшкәндә һеҙгә үҙегеҙҙең ҡанығыҙҙы түгергә тура килмәне әле.


Ике үҙгәрешһеҙ нәмә – вәғәҙә һәм антҡа килгәндә, Алла тарафынан алдауға юл ҡуйылмай. Улар беҙҙе, Аллаға һыйынғандарҙы, алдыбыҙҙа торған өмөткә ныҡлап тотонорға дәртләндерә.


Шулай итеп, Алла ихтыяры буйынса ғазап сигеүселәр, изгелек ҡылып, үҙ йәндәрен тоғро Булдырыусыға ышанып тапшырһындар.


Шулай итеп, Раббы Үҙен хөрмәт иткәндәрҙе һынауҙарҙан нисек ҡотҡарырға, ә Үҙен тыңламағандарҙы, яза аҫтында тотоп, хөкөм көнөнәсә нисек һаҡларға икәнен белә.


Ә гонаһтарыбыҙҙы таныйбыҙ икән, Алла гонаһтарыбыҙҙы кисерер һәм һәр төрлө яуызлыҡтарҙан арындырыр, сөнки Ул тоғро һәм ғәҙел.


Мин күктең асылыуын күрҙем. Унда аҡ ат бар ине һәм уның өҫтөндәге һыбайлыһын Тоғро һәм Хаҡ тип атайҙар ине. Уның хөкөм итеүе һәм һуғыш алып барыуы ғәҙел.


Алда үҙең кисерәсәк бер нәмәнән дә ҡурҡма. Һеҙҙе һынар өсөн арағыҙҙан ҡайһы берҙәрегеҙҙе Иблис төрмәгә ырғытасаҡ һәм ун көн буйы һеҙ хәсрәт күрәсәкһегеҙ. Үлгәнгә тиклем тоғро бул һәм һиңә тормош тажы бирермен.


Сыҙамлыҡ кәрәклеге тураһында Минең әйткән һүҙҙәремде һаҡлап тотҡанға күрә, ерҙә йәшәүселәрҙе һынар өсөн бөтөн Йыһанға киләсәк һынауҙан Мин дә һине һаҡлап ҡалырмын.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ