31 Шулай итеп, Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Маҡтанырға теләүсе Раббы менән маҡтанһын».
Ибраһим үҙенең эштәре менән аҡланғанмы һуң? Шулай икән, уның маҡтанырға хаҡы булған, әммә Алла алдында түгел.
Имандаштар, мин ошо әйтелгәндәрҙе үҙемә һәм Аполлосҡа ҡарата һеҙҙең хаҡҡа ҡулланып, «яҙылғандан тыш аҡыл һатмаҫҡа» беҙҙең миҫалда өйрәнегеҙ, тип яҙҙым. Шулай итһәгеҙ, кемдер кемделер башҡа берәү алдында маҡтап өҫтөн ҡуймаҫ.
«Маҡтанырға теләүсе Раббы менән маҡтанһын».
Ысын сөннәтлеләр – беҙ, тән йолаларына таяныусылар түгел, ә Аллаға Уның Рухы менән ғибәҙәт ҡылыусылар һәм Мәсих менән ғорурланыусылар.