Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Коринфтарға 1:27 - Инжил

27 Әммә Алла, аҡыллыларҙы һәм көслөләрҙе юҡҡа сығарыр өсөн, донъя самаһы буйынса ахмаҡ һәм көсһөҙ тип һаналғандарҙы һайлап алды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

27 Әммә Алла, аҡыллыларҙы һәм көслөләрҙе оятҡа ҡалдырыр өсөн, донъяла ахмаҡ һәм көсһөҙ тип һаналғандарҙы һайлап алды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Коринфтарға 1:27
27 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ошо ваҡыт Ғайса: – Атам, күктең һәм ерҙең Хужаһы! – тине. – Быны зирәктәр һәм аҡыл эйәләренән йәшереп, сабыйҙарға асып биреүең өсөн Һине данлайым!


– Быларҙың нимә тигәндәрен ишетәһеңме? – тине улар. – Эйе! – тип яуапланы Ғайса. – Һеҙ: «Балалар һәм сабыйҙар ауыҙынан Һин Үҙеңә маҡтау һүҙҙәре әйттерҙең», – тип яҙылғанды һис ҡасан уҡыманығыҙмы ни?


Унан китеп барғанда Ғайса һалым йыйыу урынында ултырған Матфей исемле кешене күрҙе. – Миңә эйәр, – тине Ул. Матфей, тороп, Уның артынан китте.


Мин Үҙем һеҙгә тейешле һүҙҙәр һәм зирәклек бирермен, дошмандарығыҙ уларға ҡаршы бер ни әйтә лә, ҡаршы тора ла алмаҫ.


Шулай бер көн ҡайһы бер фәлсәфә әһелдәре – эпикурсылар һәм стоиктар – Павел менән бәхәскә инде. Ул Ғайса тураһында һәм үленән терелеү хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе еткергәс, фәлсәфәселәрҙең ҡайһы берҙәре: – Был тел биҫтәһе ни әйтергә теләй? – тине, ә икенселәре: – Ул сит илаһтар тураһында вәғәз һөйләй булһа кәрәк, – тиеште.


«Һине беҙҙең өҫтән етәксе һәм хөкөмдар итеп кем билдәләне?» – тип израилдәр кире ҡаҡҡан шул уҡ Мусаны Алла күгән ҡыуағында күренгән фәрештә арҡылы башлыҡ һәм азат итеүсе итеп ебәргән дә инде.


Ошо һүҙҙәрҙе ишеткәс, Юғары кәңәшмәлә ултырыусылар асыуҙан тештәрен шығырлатты.


Ҡайҙа аҡыл эйәһе? Ҡайҙа ҡанун белгесе? Ҡайҙа был замандың фәлсәфәселәре? Алла был донъя аҡылын ахмаҡлыҡ тип күрһәтмәнеме ни?


Алла Үҙенең зирәклеге буйынса билдәләгәнсә, донъя үҙ аҡылы менән Уны танып белә алманы. Шуның өсөн Ул иман тотоусыларҙы ахмаҡлыҡ тип һаналған Һөйөнөслө Хәбәр аша ҡотҡарыуҙы яҡшы эшкә һананы.


Беҙ иһә, Алланың беҙгә нимә бүләк иткәнен танып белеү өсөн, был донъя рухын түгел, ә Алланан килгән Рухты алдыҡ.


Кемдер: «Ул үҙенең хаттарында ҡырыҫ һәм көслө, үҙе иһә кеше алдында көсһөҙ, телмәре лә әһәмиәтһеҙ», – ти.


Әммә беҙ ни бары хазина һаҡлаған балсыҡ һауыттар ғына. Бының менән саманан тыш ҙур ҡөҙрәттең беҙҙеке түгел, ә Алланыҡы икәне күрһәтелә.


Тыңлағыҙ әле, ҡәҙерле имандаштарым: Алла, Үҙен яратҡандарға вәғәҙә иткәнсә, улар имандары менән бай булһындар һәм Батшалыҡты мираҫ итеп алһындар өсөн, донъя күҙендә ярлы булып күренгәндәрҙе һайлап алманымы ни?


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ