Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Коринфтарға 1:26 - Инжил

26 Имандаштар, Алла саҡырған ваҡытта һеҙ кем инегеҙ? Арағыҙҙа әҙәмсә фекер йөрөткән аҡыллылар ҙа, ҡөҙрәтлеләр ҙә, затлы нәҫелдән булғандар ҙа күп түгел ине бит.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

26 Имандаштар, Алла саҡырған ваҡытта һеҙ кем инегеҙ? Арағыҙҙа, әҙәмсә фекер йөрөткәндә, аҡыллылар ҙа, ҡөҙрәтлеләр ҙә, затлы нәҫелдән булғандар ҙа күп түгел ине бит.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Коринфтарға 1:26
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шуға күрә мин дә, хөрмәтле Феофил, бөтәһен дә баштан алып ентекләп өйрәнгәндән һуң, эҙмә-эҙлекле итеп бәйән итергә булдым.


Ошо ваҡыт Ғайса, Изге Рух тарафынан шатлыҡ менән һуғарылып, былай тигән: – Атам, күктең һәм ерҙең Хужаһы! Быны зирәктәр һәм аҡыл эйәләренән йәшереп, сабыйҙарға асып биргәнең өсөн Һине данлайым! Эйе, Атам, шулай эшләүҙе Һин яҡшы тип таптың!


Өлкә башлығы, был хәлде күреп, Раббы тураһындағы тәғлимәттең ҡөҙрәтенә таң ҡалды һәм Раббыға инанды.


Ул өлкә башлығы Сергий Павел янында ине. Сергий Павел аҡыллы кеше ине, ул, Алла һүҙен тыңларға теләп, Варнава менән Савлды үҙ һарайына саҡырҙы.


Ҡайһы бер кешеләр уға эйәреп иманға килде. Улар араһында Ареопаг ағзаһы Дионисий, Дамарь исемле бер ҡатын һәм башҡалар бар ине.


Сөнки Алланың бүләктәре лә, саҡырыуы ла кире алынмай.


Ҡайҙа аҡыл эйәһе? Ҡайҙа ҡанун белгесе? Ҡайҙа был замандың фәлсәфәселәре? Алла был донъя аҡылын ахмаҡлыҡ тип күрһәтмәнеме ни?


Шуға ла был турала кеше зирәклеге өйрәткән һүҙҙәр менән түгел, ә Изге Рух өйрәткән һүҙҙәр менән әйтәбеҙ. Рухи булған нәмәләрҙе Алла Рухы өйрәткән һүҙҙәр менән аңлатабыҙ.


Был донъялағы бер генә хаким да шул зирәклеккә төшөнмәгән. Әгәр уны аңлаһалар, шөһрәтле Раббыны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡламаҫтар ине.


Һеҙҙе бөтөн имандаштар, бигерәк тә ҡайсар һарайында хеҙмәт итеүселәр сәләмләй.


Тыңлағыҙ әле, ҡәҙерле имандаштарым: Алла, Үҙен яратҡандарға вәғәҙә иткәнсә, улар имандары менән бай булһындар һәм Батшалыҡты мираҫ итеп алһындар өсөн, донъя күҙендә ярлы булып күренгәндәрҙе һайлап алманымы ни?


Берҙәмлектең өлкәненән – Алла тарафынан һайлап алынған ханымға һәм уның балаларына. Мин һеҙҙе ысын күңелдән яратам. Мин генә түгел, хәҡиҡәтте таныусыларҙың бөтөнөһө лә һеҙҙе ярата.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ