Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Коринфтарға 1:23 - Инжил

23 Беҙ иһә арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланған Мәсихте вәғәзләйбеҙ, был – йәһүдтәр өсөн мыҫҡыллау, башҡаларға – ахмаҡлыҡ,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

23 Беҙ иһә арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланған Мәсихте вәғәзләйбеҙ, был – йәһүдтәр өсөн мыҫҡыллау, башҡаларға – ахмаҡлыҡ,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Коринфтарға 1:23
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Кем Мине кире ҡаҡмай, шул бәхетле.


Унан йөҙ борҙолар. – Пәйғәмбәрҙе һәр ерҙә хөрмәт итәләр, уға үҙенең ҡалаһында һәм үҙенең ғаиләһендә генә ихтирам юҡ, – тине уларға Ғайса.


Симеон уларҙы фатихалап, Баланың әсәһе Мәрйәмгә: – Был Бала, Израилдә күптәрҙең түбән төшөүенә һәм күтәрелеүенә сәбәп булһын өсөн, илаһи билдә итеп һайланған. Был билдәне кире ҡағырҙар,


Арҡысаҡ тураһындағы хәбәр – һәләкәт юлынан барыусылар өсөн ахмаҡлыҡ, ә беҙгә – ҡотолоу юлынан барыусыларға – Алла ҡөҙрәте.


Алла Үҙенең зирәклеге буйынса билдәләгәнсә, донъя үҙ аҡылы менән Уны танып белә алманы. Шуның өсөн Ул иман тотоусыларҙы ахмаҡлыҡ тип һаналған Һөйөнөслө Хәбәр аша ҡотҡарыуҙы яҡшы эшкә һананы.


Береһе лә Алла алдында маҡтанмаһын өсөн, донъяла мөһим һаналғандарҙы хур итер өсөн, Ул донъяның әһәмиәтһеҙ тип иҫәпләнгәндәрен һәм кәмһетелгәндәрен һайлап алды.


Үҙендә Алла Рухы булмаған кеше Рух күрһәткәндәрҙе ҡабул итә алмай, сөнки уларҙы ахмаҡлыҡ тип һанай; аңлай алмай, сөнки былар тураһында Изге Рух ярҙамында ғына фекер йөрөтөргә мөмкин.


Янығыҙҙа булғанымда Ғайса Мәсихтән, өҫтәүенә арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланыуынан башҡа бер ни ҙә белмәҫкә ҡарар иттем.


Беҙ Мәсих хаҡына иҫәр, һеҙ иһә Мәсихкә иманығыҙ арҡаһында аҡыллы. Беҙ көсһөҙ, ә һеҙ – ҡеүәтле. Һеҙҙе хөрмәтләйҙәр, ә беҙҙе хурлайҙар.


Беҙ бит үҙебеҙҙе түгел, ә Ғайса Мәсихте Раббы булараҡ вәғәзләйбеҙ, үҙебеҙ иһә Мәсих хаҡына һеҙҙең хеҙмәтселәрегеҙ генә.


Эй Галатияның аҡылһыҙ кешеләре! Һеҙҙең аңығыҙҙы кем сихырланы? Ғайса Мәсих күҙ алдығыҙҙа арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланған һымаҡ асыҡ баҫтырылғайны бит!


Имандаштар, әгәр сөннәткә ултыртылыуҙың кәрәклеген әле лә вәғәзләйем икән, ни өсөн мине һаман эҙәрлекләйҙәр? Ул ваҡытта арҡысаҡ тураһында өйрәтеүем дә кәртә булып тормаҫ ине.


Ә минең Раббыбыҙ Ғайса Мәсих арҡысағынан башҡа бер ни менән дә маҡтанғым килмәй, минең өсөн был донъя шул арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланды, ә мин донъя өсөн ҡаҙаҡландым.


Миңә, бөтөн иманлылар араһында иң түбәненә, ошо мәрхәмәт – Мәсихтең сикһеҙ байлығын башҡа халыҡтарға вәғәзләү,


Иманда беренсе булып барыусы һәм уны камиллыҡҡа еткереүсе Ғайсанан күҙ яҙлыҡтырмайыҡ. Ул, хурлығына иғтибар итмәйенсә, киләсәктә юлында көткән шатлыҡ хаҡына арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланды һәм Алла тәхетенең уң яғына ултырҙы.


Ул – кешеләр абынасаҡ таш, улар абынып йығыласаҡ ҡая». Был ташҡа абыналар, сөнки Уға буйһонмайҙар. Был улар өсөн алдан билдәләнгән.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ