Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Коринфтарға 1:20 - Инжил

20 Ҡайҙа аҡыл эйәһе? Ҡайҙа ҡанун белгесе? Ҡайҙа был замандың фәлсәфәселәре? Алла был донъя аҡылын ахмаҡлыҡ тип күрһәтмәнеме ни?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

20 Ҡайҙа аҡыл эйәһе? Ҡайҙа ҡанун белгесе? Ҡайҙа был замандың фәлсәфәселәре? Алла был донъяның аҡылын ахмаҡлыҡ тип күрһәтмәнеме ни?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Коринфтарға 1:20
28 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Сәнскәк араһына сәселгәне шуны аңлата: кеше һүҙҙе ишетә, әммә донъя мәшәҡәттәре, байлыҡҡа ҡыҙығыу уны баҫып ала һәм ул уңыш бирмәй.


Был донъяны хөкөм итер ваҡыт етте, хәҙер был донъяның хакимы ҡыуыласаҡ.


Шулай бер көн ҡайһы бер фәлсәфә әһелдәре – эпикурсылар һәм стоиктар – Павел менән бәхәскә инде. Ул Ғайса тураһында һәм үленән терелеү хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе еткергәс, фәлсәфәселәрҙең ҡайһы берҙәре: – Был тел биҫтәһе ни әйтергә теләй? – тине, ә икенселәре: – Ул сит илаһтар тураһында вәғәз һөйләй булһа кәрәк, – тиеште.


Ғаләм барлыҡҡа килтерелгәндән башлап Уның күренмәгән сифаттары – мәңгелек ҡөҙрәте һәм илаһилығы – Ул барлыҡҡа килтергән нәмәләр аша асыҡ күренә һәм аңлашыла. Шулай булғас, кешеләрҙе ғәфү итергә сәбәп юҡ.


Үҙҙәрен аҡыллы һанап, аҡылһыҙға әйләнделәр.


Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Зирәктәрҙең зирәклеген юҡҡа сығарырмын, аҡыллыларҙың аҡылдарын кире ҡағырмын».


Имандаштар, Алла саҡырған ваҡытта һеҙ кем инегеҙ? Арағыҙҙа әҙәмсә фекер йөрөткән аҡыллылар ҙа, ҡөҙрәтлеләр ҙә, затлы нәҫелдән булғандар ҙа күп түгел ине бит.


Әммә Алла, аҡыллыларҙы һәм көслөләрҙе юҡҡа сығарыр өсөн, донъя самаһы буйынса ахмаҡ һәм көсһөҙ тип һаналғандарҙы һайлап алды.


Береһе лә Алла алдында маҡтанмаһын өсөн, донъяла мөһим һаналғандарҙы хур итер өсөн, Ул донъяның әһәмиәтһеҙ тип иҫәпләнгәндәрен һәм кәмһетелгәндәрен һайлап алды.


Хөкөм иткәндә иһә, донъя менән бергә хөкөм ителмәҫ өсөн, Раббы беҙгә язаһын бирә.


Беҙ иһә зирәклекте рухи яҡтан өлгөрөп еткән иман тотоусылар араһында вәғәзләйбеҙ. Әммә ул был донъя аҡылы ла, был донъя хакимдарының аҡылы ла түгел – улар бөтөүгә табан бара.


Был донъялағы бер генә хаким да шул зирәклеккә төшөнмәгән. Әгәр уны аңлаһалар, шөһрәтле Раббыны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡламаҫтар ине.


Үҙ-үҙегеҙҙе алдамағыҙ. Берәйегеҙ был донъя күҙаллауы буйынса үҙен аҡыл эйәһе тип һанаһа, ысынлап та аҡыллы булыр өсөн «аҡылһыҙ» булһын.


Был донъяның аҡыллылығы – Алла алдында ахмаҡлыҡ. Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Алла аҡыл эйәләрен мәкерлектәрендә эләктереп ала».


Донъяның изгеләр хөкөмөнә ҡаласағын белмәйһегеҙме ни? Донъя һеҙҙең хөкөмгә ҡала икән, ваҡ-төйәк эштәрҙе хәл итергә ҡулығыҙҙан килмәйме ни?


Эй Аллаға хыянатсылдар, донъя менән дуҫлашыу – Аллаға дошман булыу икәнлеген белмәйһегеҙме ни? Шулай итеп, кем донъя менән дуҫ булырға теләй, ул Аллаға дошман була.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ