Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Коринфтарға 1:2 - Инжил

2 Коринфтағы имандаштар берҙәмлегенә, Ғайса Мәсих аша Аллаға бағышланғандарға, Уның изгеләре булырға саҡырылғандарға һәм һәр ерҙә лә Раббыға – уларҙың һәм беҙҙең Раббыбыҙ Ғайса Мәсихкә мөрәжәғәт итеүселәрҙең бөтөнөһөнә сәләм.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

2 Коринҫостағы имандаштар берҙәмлегенә сәләм! Алла һеҙҙе Үҙенең изгеләре булырға саҡырған, һеҙ ҙә Ғайса Мәсихтә Аллаға бағышланғанһығыҙ. Һеҙгә һәм һәр ерҙә лә Раббыбыҙ Ғайса Мәсих исеменә мөрәжәғәт итеүселәрҙең барыһына ла сәләм. Мәсих – уларҙың һәм беҙҙең Раббыбыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Коринфтарға 1:2
45 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Алла, Ғайса Мәсих килтергән тыныслыҡ хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе һөйләп, Израиль халҡына Үҙенең һүҙен ебәрҙе. Ғайса – һәммәбеҙҙең Хужаһы.


Улар менән беҙҙең арала бер ниндәй ҙә айырма ҡалдырмайынса, йөрәктәрен иман аша сафландырҙы.


Бынан һуң Павел Афинанан китте һәм Коринф ҡалаһына килде.


Шулай итеп, тағы нимә көтөргә? Тор ҙа һыуға сумдырылыу йолаһын үт, Раббыға мөрәжәғәт итеп, гонаһтарыңды йыуып төшөр», – тине ул.


Гонаһтары кисерелһен өсөн, Миңә булған ышаныстары арҡаһында изге ителгәндәр араһында урын алһындар өсөн, һин уларҙың күҙен асырға, уларҙы ҡараңғынан яҡтыға, Иблис хакимиәтенән Аллаға табан борорға тейешһең», – тине миңә Раббы Ғайса.


– Раббым! Мин ул кешенең Иерусалимда Һинең изгеләреңә ҡаршы ни тиклем яуызлыҡтар эшләүе тураһында күптәрҙән ишеттем.


Һиңә табыныусыларҙың бөтөнөһөн бында ла ҡулға алырға уның баш руханиҙарҙан вәкәләте бар, – тип яуапланы Анания.


Уның һөйләгәнен ишеткән барса кеше хайран ҡалып: – Иерусалимда шул Кешегә табыныусыларҙы юҡ иткән әҙәм түгелме һуң был? Бында ла, уларҙы бығаулап, баш руханиҙарға тапшырырға тип килмәнеме икән ул? – тиештеләр.


Алланың Рим ҡалаһында йәшәгән бөтөн ҡәҙерлеләренә, Уның изге халҡы булырға саҡырылғандарға Атабыҙ Алланан һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтән мәрхәмәт һәм именлек булһын.


Бында иһә йәһүдтәр менән йәһүд булмағандар араһында айырма юҡ, сөнки бөтөнөһө өсөн дә Раббы бер үк, Уға үтенеп мөрәжәғәт итеүселәргә Ул йомартлыҡ күрһәтә.


Алланың кешеләрҙе аҡлауы Ғайса Мәсихкә ышанған һәр кемгә иман аша бирелә, сөнки кешеләр араһында айырма юҡ.


Алланы яратыусыларға, Уның ниәте буйынса саҡырып алынғандарға бөтөн нәмә файҙаға ғына.


Әммә һеҙ хәҙер Алла арҡаһында Ғайса Мәсихтәһегеҙ. Ғайса Мәсих – беҙҙең өсөн Алланан килгән зирәклек, Ул беҙҙең хаҡлығыбыҙ, изгелегебеҙ һәм гонаһтарҙан азатлығыбыҙ.


Йәһүдтәргә лә, йәһүд булмағандарға ла, Алла берҙәмлегенә лә ҡаршылыҡ булып тормағыҙ.


Һеҙ – Мәсихтең тәне, ә айырым-айырым – шул уҡ тәндең ағзалары.


Аллабыҙ берәү генә – беҙҙең Атабыҙ. Бөтөн нәмә – Унан, Ул беҙҙең йәшәйешебеҙҙең маҡсаты. Раббыбыҙ ҙа берәү – Ғайса Мәсих, бөтөн нәмә Уның аша булдырылды һәм беҙ Уның аша йәшәйбеҙ.


Алла ихтыяры менән Ғайса Мәсихтең илсеһе Павелдан һәм имандашыбыҙ Тимофейҙан Коринфтағы имандаштар берҙәмлектәренә, шулай уҡ тотош Ахаия өлкәһендәге барлыҡ изгеләргә сәләм.


Беҙ бит үҙебеҙҙе түгел, ә Ғайса Мәсихте Раббы булараҡ вәғәзләйбеҙ, үҙебеҙ иһә Мәсих хаҡына һеҙҙең хеҙмәтселәрегеҙ генә.


минең менән бергә булған бөтөн имандаштарҙан Галатиялағы имандаштар берҙәмлектәренә сәләм.


Ул берҙәмлекте изгеләндереү өсөн Үҙен ҡорбан итте һәм һүҙ аша һыу менән таҙарындырҙы.


Фессалоникалағы имандаштар берҙәмлегенә, Атабыҙ Алла һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтеке булғандарға Павелдан, Силуандан һәм Тимофейҙан хат. Һеҙгә мәрхәмәт һәм именлек булһын!


Алла беҙҙе шаҡшылыҡҡа түгел, ә изгелеккә саҡырҙы бит.


Фессалоникалағы имандаштар берҙәмлегенә, Атабыҙ Алла һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтеке булғандарға Павелдан, Силуандан һәм Тимофейҙан хат.


Инде ирҙәрҙең ярһымайынса һәм бәхәсләшмәйенсә, саф намыҫ менән ҡулдарын күтәреп доға ҡылыуҙарын теләйем.


әгәр мин оҙаҡлаһам, хәҡиҡәттең терәге һәм нигеҙе булған Тере Алланың берҙәмлегендә, йәғни Алла Йортонда нимә эшләргә кәрәклеген белергә тейешһең.


Ул беҙҙе ҡылған эштәребеҙгә ҡарап түгел, ә Үҙенең ниәте һәм мәрхәмәте менән ҡотҡарҙы, изге тормошҡа саҡырҙы. Уның был мәрхәмәте донъя яратылғансы уҡ Ғайса Мәсих аша еткерелде.


Ләкин Алла һалған нигеҙ ныҡлы, унда бындай һүҙҙәр яҙылған: «Раббы Үҙенекеләрҙе белә» һәм: «Раббының исемен телгә алған һәр кем яуызлыҡтан ситләшһен».


Йәштәргә хас булған мауығыуҙарҙан ситтә тор, ә Раббыға саф намыҫ менән мөрәжәғәт итеүселәр менән бергә тәҡүәлеккә, иман, мөхәббәт, именлеккә ынтыл.


Мәсих арҡылы атҡарылған Алла ихтыяры буйынса беҙ Ғайса Мәсихтең тәне бер тапҡыр һәм мәңгегә ҡорбан ителеүе менән изгеләндерелдек.


Шуның кеүек үк Ғайса ла, халыҡты Үҙ ҡаны менән изгеләндерер өсөн, ҡала ҡапҡаһының тышында ғазап кисергән.


Кешеләрҙе изге итеүсе Ғайса ла, изге ителгән әҙәмдәр үҙҙәре лә бер Атанан. Шуның өсөн Ғайса уларҙы Үҙенең туғандары тип атауҙан уңайһыҙланмай. Ул:


Ғайса Мәсихтең хеҙмәтсеһе, Яҡубтың ҡустыһы Йәһүҙәнән Атабыҙ Алла тарафынан саҡырылғандарға һәм ҡәҙерле булғандарға, Ғайса Мәсих өсөн һаҡланғандарға:


Уның кейемендә һәм янбашында: «Батшаларҙың батшаһы һәм Хакимдарҙың Хакимы» тигән исем яҙылған.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ