Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Коринфтарға 1:12 - Инжил

12 Арағыҙҙағы «Мин – Павелдыҡы», «мин – Аполлостыҡы», «мин – Кифаныҡы», «мин – Мәсихтеке» тип әйткәндәрҙе күҙ уңында тотам.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

12 Арағыҙҙағы «мин – Паулустыҡы», «мин – Аполлостыҡы», «мин – Кефастыҡы», «мин – Мәсихтеке» тип әйткәндәрҙе күҙ уңында тотам.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Коринфтарға 1:12
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ә һеҙҙе «остаз» тип атамаһындар, сөнки һеҙҙең бер генә Остазығыҙ бар, һәм һеҙ бер-берегеҙгә туған.


Ул Симонды Ғайса янына алып килде. Ғайса Симонға текләп ҡарап: – Һин Яхъя улы Симон, әммә Кифа (арамей телендәге был исем «Петр», йәғни «ҡая» тигән мәғәнәне аңлата) тип аталырһың, – тине.


Ефесҡа сығышы менән Искәндәриәнән булған Аполлос исемле бер йәһүд килде. Ул телгә оҫта, Яҙманы белә


Аполлос Коринфта саҡта, Павел илдең таулы өлөштәре аша үтеп, Ефесҡа килде. Унда бер нисә шәкертте осратты.


Мин, имандаштарым, арағыҙҙағы ыҙғыш-талаштар хаҡында Хлоя йортондағыларҙан белдем.


тәүҙә Кифаға, аҙаҡ ун ике шәкертенә күренде.


Имандаштар, һеҙгә шуны әйтәм: тәндән һәм ҡандан торғандар Алла батшалығына эйә була алмаҫ, һәм фани булғандар мәңгелекте мираҫ итеп ала алмаҫ.


Имандашыбыҙ Аполлосҡа килгәндә иһә, мин уның имандаштар менән бергә һеҙгә барыуын ныҡ үтендем, әммә әлегә янығыҙға барырға һис тә теләге юҡ, шулай ҙа уңайы сығыу менән барып етер.


Имандаштар, мин ошо әйтелгәндәрҙе үҙемә һәм Аполлосҡа ҡарата һеҙҙең хаҡҡа ҡулланып, «яҙылғандан тыш аҡыл һатмаҫҡа» беҙҙең миҫалда өйрәнегеҙ, тип яҙҙым. Шулай итһәгеҙ, кемдер кемделер башҡа берәү алдында маҡтап өҫтөн ҡуймаҫ.


Имандаштар, һеҙгә шуны әйтәм: ваҡыт аҙ ҡалды, шулай булғас, бынан ары ҡатынлылар ҡатынһыҙ кеүек,


Йә башҡа илселәр – Раббының ҡустылары һәм Кифа кеүек, имандаштарыбыҙ араһынан ҡатын алып, уларҙы үҙебеҙ менән йөрөтөргә хаҡыбыҙ юҡмы?


Күҙ алдығыҙҙағы нәмәгә ҡарағыҙ һуң! Кем, мин – Мәсихтеке, тип ышана, үҙ алдына уйлаһын: ул Мәсихтеке булған кеүек, беҙ ҙә шулай уҡ Мәсихтеке.


Наҡыҫ сәсеүсенең уңышты аҙ, мул сәсеүсенең күп алырын күҙ уңында тотам.


Хеҙмәт итеү миңә Алла мәрхәмәте буйынса бирелгәнен аңлағас, имандаштар берҙәмлегенең терәге булған Яҡуб, Кифа һәм Яхъя, уртаҡ хеҙмәттәшлек билдәһе итеп, Варнава менән минең ҡулды ҡыҫты. Беҙ – мәжүсиҙәргә, ә улар сөннәтлеләргә барырға килештек.


Шуны әйтергә теләйем: боронғо заманда уҡ Алла тарафынан Ибраһим менән төҙөп раҫланған килешеүҙе дүрт йөҙ утыҙ йылдан һуң сыҡҡан ҡанун ғәмәлдән сығара ла, вәғәҙәне кире ала ла алмай.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ