11 Мин, имандаштарым, арағыҙҙағы ыҙғыш-талаштар хаҡында Хлоя йортондағыларҙан белдем.
11 Мин, имандаштарым, арағыҙҙағы ыҙғыш-талаштар хаҡында Хлоа йортондағыларҙан белдем.
Имандаштар, Раббыбыҙ Ғайса Мәсих исеме менән үтенеп һорайым: барығыҙ ҙа бер һүҙҙә тороғоҙ, арағыҙҙа бүленештәр булмаһын, киреһенсә, бер рухлы һәм бер фекерле булығыҙ.
Арағыҙҙағы «Мин – Павелдыҡы», «мин – Аполлостыҡы», «мин – Кифаныҡы», «мин – Мәсихтеке» тип әйткәндәрҙе күҙ уңында тотам.
Беренсенән, берҙәмлектәге йыйылыштарҙа айырым төркөмдәргә бүленеүегеҙ тураһында ишетеп торам, һәм быға мин ниндәйҙер дәрәжәлә ышанам.
сөнки һаман да был донъя кешеләре булып ҡалаһығыҙ. Бер-берегеҙҙән көнләшәһегеҙ, үҙ-ара бәхәсләшәһегеҙ икән, был һеҙҙең был донъя кешеләре икәнлегегеҙҙе күрһәтмәйме ни? Һеҙ ҙә улар кеүек эш итәһегеҙ түгелме һуң?
Мин, барғас, һеҙҙе үҙем теләгән хәлдә күрмәҫмен тип ҡурҡам, һәм һеҙ ҙә мине үҙегеҙ теләгән хәлдә, бәлки, тап итмәҫһегеҙ. Арағыҙҙа ғауғалар, көнсөллөк, асыу, бер-береһен уҙырға тырышыу, яла яғыуҙар, ғәйбәттәр, тәкәбберлек, тәртипһеҙлектәр табыуҙан ҡурҡам.
Әгәр бер-берегеҙгә йыртҡыс хайуандар кеүек этләшеүегеҙҙе дауам итәһегеҙ икән, бер-берегеҙҙе ҡырып бөтөүегеҙ бар. Һаҡ булығыҙ!
ялған илаһтарға табыныу, сихырсылыҡ, дошманлашыу, ыҙғыш, көнсөллөк, ярһыу, мин-минлек, талаш, ялған тәғлимәттәр таратыу,
Мәғәнәһеҙ данға ынтылмайыҡ, бер-беребеҙҙең йәнен көйҙөрмәйек, бер-беребеҙҙән көнләшмәйек.
Һәр нәмәне зарланмай һәм бәхәсләшмәй генә башҡарығыҙ.
ул кеше тәкәббер, бер ни белмәй, әммә бәхәсләшеү һәм һүҙ көрәштереү сирен йоҡторған; шул арҡала көнсөллөк, талаш, яман һүҙ һөйләү, мәкерле шикләнеүҙәр килеп сыға.
Буштан һүҙ көрәштереүҙән, шәжәрәлә соҡсоноуҙан, ыҙғыш-талаштан һәм ҡанун тураһындағы бәхәстәрҙән алыҫ тор, сөнки уларҙың файҙаһы ла, мәғәнәһе лә юҡ.