Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 9:6 - Изге Яҙма

6 Ҡарттарҙы ла, егеттәр менән ҡыҙҙарҙы ла, балаларҙы ла, ҡатындарҙы ла үлтерегеҙ, бары тик тамғаһы булғандарға ғына ҡағылмағыҙ. Минең Изге торлағымдан башлағыҙ. Шулай итеп, улар ҡырғынды ҡорам алдында торған аҡһаҡалдарҙан башланы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

6 Ҡарттарҙы ла, егеттәр менән ҡыҙҙарҙы ла, балаларҙы ла, ҡатындарҙы ла үлтерегеҙ, бары тик тамғаһы булғандарға ғына ҡағылмағыҙ. Минең Изге торлағымдан башлағыҙ». Улар ҡорам алдында торған аҡһаҡалдарҙан башланы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

6 Ҡарттарҙы ла, егеттәр менән ҡыҙҙарҙы ла, балаларҙы ла, ҡатындарҙы ла үлтерегеҙ, бары тик тамғаһы булғандарға ғына ҡағылмағыҙ. Минең Изге торлағымдан башлағыҙ. Шулай итеп, улар ҡырғынды ҡорам алдында торған аҡһаҡалдарҙан башланы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 9:6
27 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әммә Раббы былай тине: – Кем дә кем Ҡабилды үлтерә, шул кешенән ете тапҡыр артығыраҡ ҡон ҡайтарылыр. Шулай итеп, Раббы, осраған кешеләрҙең береһе лә үлтермәһен өсөн, Ҡабилға киҫәтеүсе тамға һалды.


Раббы уларға халдейҙар батшаһын ебәрә. Шул батша Изге торлаҡта уларҙың егеттәрен ҡылыстан үткәрә. Егет-еләнгә лә, ҡыҙ-ҡырҡынға ла, ҡарт-ҡороға ла аяу булмай: Алла уларҙың барыһын да ошо батша ҡулына тапшыра.


Раббы мысырҙарҙы ҡазалар өсөн килгәндә ишек ҡашағаһындағы һәм яңаҡтарындағы ҡанды күргәс, урап үтер. Йән алыусыға өйөгөҙгә инергә һәм үлтерергә юл ҡуймаҫ.


Был ерҙә затлы кеше лә, ябайы ла үлер, уларҙы һис кем ерләмәҫ; һис кем улар өсөн ҡайғырып тәненә яра һалмаҫ, сәсен алдырмаҫ.


Ҡарағыҙ, Минең исемем менән аталған ҡалаға һәләкәт юллайым икән, әллә һеҙ язаһыҙ ҡалырбыҙ тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, һеҙ язаһыҙ ҡалмаясаҡһығыҙ, сөнки Мин ер йөҙөндә йәшәгәндәрҙең барыһына ҡаршы ҡылыс саҡырам», – тип белдерә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –


Инде хәҙер Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Ниңә үҙ башығыҙға ҙур бәлә килтермәксеһегеҙ? Йәһүҙәнән килгән ирҙәрҙе, ҡатын-ҡыҙҙарҙы, үҫмерҙәрҙе һәм сабыйҙарҙы юҡ итеп, берегеҙ ҙә ҡалмай ҡырылып бөтмәксеһегеҙме?


Ни өсөн һеҙ үҙ ҡулдарығыҙ эшләгән боттарығыҙ менән Мине асыуландыраһығыҙ, үҙегеҙ йәшәргә тип килгән Мысыр ерендә сит илаһтарға хуш еҫ төтәтәһегеҙ? Былай бит һеҙ үҙегеҙҙе һәләк итәһегеҙ. Ерҙәге бөтә ҡәүемдәрҙең ҡарғыш һәм мәсхәрәһенә дусар буласаҡһығыҙ!


Мин Раббының асыуына тулышҡанмын, Уны башҡаса тотоп тыя алмайым. Раббы былай ти: «Асыуымды урамдағы балаларға түк, Йыйылышҡан егеттәрҙең өҫтөнә ауҙар! Ир менән ҡатын да, өлкән кеше лә, Көндәре һанаулыһы ла ҡотола алмаҫ.


«Ана, тәҙрәләребеҙҙән үлем үрмәләй, Һарайҙарыбыҙға бәреп керә, Урамдарҙа – балаларыбыҙҙы, Майҙандарҙа йәштәребеҙҙе юҡ итте».


Рух, мине күтәреп, Раббы ҡорамының көнсығышҡа ҡараған ҡапҡаһы янына алып килде. Ҡапҡа ауыҙында егерме биш кеше тора ине. Мин улар араһында халыҡ башлыҡтары Ғаззур улы Яазанъяһ менән Бенаяһ улы Пелатъяһты күрҙем.


– Йәрүсәлим ҡалаһын урап сыҡ. Унда эшләнгән бөтә әшәкелектәрҙе күреп ҡайғырған һәм ыңғырашҡан кешеләрҙең маңлайына тамға һал, – тине.


Шунан ҡалғандарына: – Ҡала буйлап уның артынан йөрөгөҙ ҙә кешеләрҙе үлтерегеҙ, – тигәнен ишеттем. – Һис кемде ҡыҙғанмағыҙ, мәрхәмәт күрһәтмәгеҙ.


«Ерҙәге бөтә нәҫелдәр араһынан Мин тик һеҙҙе генә һайлап алдым, Шуға ла гонаһтарығыҙ өсөн Һеҙҙән бик ҡаты һораясаҡмын!»


Хужаһының ихтыярын белеп тә, әҙер тормаған һәм ул ҡушҡанса эшләмәгән хеҙмәтсе ҡаты туҡмалыр.


Шул ваҡытта беҙ уның бөтә ҡалаларын яулап алдыҡ һәм харам ҡылдыҡ, ирҙәрҙе, ҡатындарҙы һәм балаларҙы – береһен дә тере ҡалдырманыҡ.


Хешбон батшаһы Сихонды нимә эшләтһәк, бында ла шулай булды: уларҙы харам ҡылдыҡ һәм юҡҡа сығарҙыҡ. Һәр ҡаланы ирҙәре, ҡатындары һәм балалары менән бергә тулыһынса һәләк иттек.


Уларға бәләләр ебәрермен, Өҫтәренә уҡтарымды яуҙырырмын.


Ләкин Алла һалған нигеҙ ныҡлы, унда бындай һүҙҙәр яҙылған: «Раббы Үҙенекеләрҙе белә» һәм: «Раббының исемен телгә алған һәр кем яуызлыҡтан ситләшһен».


Улар – бер тапҡыр ҙа ҡатын-ҡыҙ менән булмаған, шул арҡала сафлыҡтарын һаҡлап ҡалған кешеләр. Улар – Бәрәс ҡайҙа барһа, Уның артынан шунда барыусылар. Улар барлыҡ кешелек араһынан ҡотҡарып алынды һәм Алла менән Бәрәскә беренселәрҙән булып бағышланды.


– Беҙ Алла ҡолдарының маңлайҙарына мисәт һуҡҡанға тиклем ергә лә, диңгеҙгә лә, ағастарға ла зыян килтермәгеҙ.


Уларға ер өҫтөндәге үләнгә, бер ниндәй ҙә йәшеллеккә, ағастарға зыян килтермәҫкә, фәҡәт маңлайҙарына Алла мисәте һуғылмаған кешеләргә генә зарар эшләргә ҡушылды.


Хәҙер бар ҙа ғәмәлектәрҙе ҡыйрат. Нимәләре бар, шуларҙың бөтәһен дә харам ҡыл. Ҡыҙғанма уларҙы: ирҙәрен һәм ҡатындарын, үҫмерҙәрен һәм имсәк балаларын, эре һәм ваҡ малын, дөйәһен һәм ишәген – һәммәһен дә үлтер», – тип бойора.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ