Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 8:16 - Изге Яҙма

16 Ул мине Раббы ҡорамының эске ихатаһына алып инде. Ҡорамға ингән урында, айуан менән ҡорбан усағы араһында, егерме бишләп ир Раббы ҡорамына арҡаларын ҡуйғандар ҙа, йөҙҙәре менән көнсығышҡа боролоп, ҡояшҡа сәждә ҡылалар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

16 Ул мине Раббы ҡорамының эске ихатаһына алып инде. Ҡорамға ингән урында, айуан менән ҡорбан усағы араһында, егерме бишләп ир Раббы ҡорамына арҡаларын ҡуйғандар ҙа, йөҙҙәре менән көнсығышҡа боролоп, ҡояшҡа сәждә ҡылалар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

16 Ул мине Раббы ҡорамының эске ихатаһына алып инде. Ҡорамға ингән урында, айуан менән ҡорбан усағы араһында, егерме бишләп ир Раббы ҡорамына арҡаларын ҡуйғандар ҙа, йөҙҙәре менән көнсығышҡа боролоп, ҡояшҡа сәждә ҡылалар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 8:16
29 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Күҙҙәрең көнө-төнө бында, «Исемем ошонда төйәкләнер!» тигән ҡорамда булһын ине. Ҡолоңдоң ошо урынға ҡарап ҡылған доғаһын ишетә күр.


Раббы хозурында торған баҡыр ҡорбан усағын ул, Раббы ҡорамының алдынан – яңы ҡорбан усағы менән Раббы ҡорамы араһында торған урынынан алып, әлеге яңы ҡорбан усағынан төньяҡтараҡ урынлаштырҙы.


Раббы ҡорамының ике ихатаһында ла бөтә күк есемдәренә бағышлап ҡорбан усаҡтары яһатты.


Йәһүҙә батшалары элек Раббы ҡорамына ингән ерҙә, һарай әһеле Наҫан-Мәләхтең бүлмәһе янында, ҡояшҡа бағышлап аттар ҡуя торғайны. Йошияһ унан аттарҙы алды, ә ҡояшҡа арналған арбаларҙы утҡа яҡты.


Йәһүҙә батшалары тарафынан ҡалаларҙа һәм Йәрүсәлим тирәһендәге табыныу ҡалҡыулыҡтарында Бәғелгә, ҡояшҡа, айға, йондоҙлоҡтарға һәм бөтә күк есемдәренә хуш еҫ төтәтер өсөн тәғәйенләгән ялған ҡаһиндарҙы ҡыуып таратты.


Сөнки ата-бабаларыбыҙ тоғролоҡ һаҡламаны, Аллабыҙ Раббыға хуш килмәҫтәйҙе ҡылып йөрөнө, Уны ташланы, Раббы торлағынан йөҙ сөйөрөп, уға арҡалары менән боролдо.


Сөләймән Раббы йорто алдындағы ихатаның урта өлөшөн изгеләндереп, тотош яндырыу ҡорбанын, татыулыҡ ҡорбанының эс майын ошонда тәҡдим итә, сөнки ул яһатҡан баҡыр ҡорбан усағы тотош яндырыу ҡорбанын, икмәк саҙаҡаһын һәм эс майын һыйҙырып бөтә алмай.


Улар ағасҡа: „Һин – минең атам“, Ташҡа: „Мине һин тыуҙырҙың“, – тиҙәр. Ә Миңә йөҙҙәре түгел, арҡалары менән боролдолар. Әммә өҫтәренә бәлә килһә: „Килә һал, ҡотҡар!“ – тип ялынырҙар.


Улар Миңә йөҙҙәре менән түгел, һырттары менән боролдо. Мин уларға ҡабат-ҡабат өйрәтһәм дә, нәсихәттәремде тыңларға теләмәнеләр, һабаҡ алманылар.


Беҙ нәҙер иткәндәребеҙҙең барыһын да мотлаҡ эшләйәсәкбеҙ: Күк алиһәһенә хуш еҫ төтәтеүебеҙҙе, уға түкмә ҡорбан килтереүебеҙҙе дауам итәсәкбеҙ. Үҙебеҙ ҙә, ата-бабаларыбыҙ ҙа, батшаларыбыҙ һәм түрәләребеҙ ҙә Йәһүҙә ҡалаларында һәм Йәрүсәлим урамдарында шулай эшләй торғайныҡ. Ул ваҡытта туҡ, бәхетле булдыҡ, бәлә-ҡаза күрмәнек.


Балалары утын йыя, аталары усаҡ яға, ҡатындар Күк алиһәһенә күмәс бешерер өсөн ҡамыр баҫа. Минең асыуыма тейер өсөн башҡа илаһтарға түкмә ҡорбан килтерәләр.


Уларҙың һөйәктәре үҙҙәре яратҡан, хеҙмәт иткән һәм арттарынан эйәргән, кәңәш һораған, алдарында сәждә ҡылған ҡояштың, айҙың, башҡа күк есемдәренең аҫтында туҙрап ятыр. Ул һөйәктәрҙе бер кем дә йыйып алып ерләмәҫ, тупраҡ өҫтөндә тиреҫ булып ята бирерҙәр.


Ул ингән саҡта, кирубтар Раббы ҡорамының көньяғында тора ине. Эске ихатаны тотош болот ҡаплағайны.


Рух, мине күтәреп, Раббы ҡорамының көнсығышҡа ҡараған ҡапҡаһы янына алып килде. Ҡапҡа ауыҙында егерме биш кеше тора ине. Мин улар араһында халыҡ башлыҡтары Ғаззур улы Яазанъяһ менән Бенаяһ улы Пелатъяһты күрҙем.


Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Һин Мине оноттоң, Миңә артың менән боролдоң, шуға күрә әхлаҡһыҙлығыңдың һәм фәхешлегеңдең язаһын күр».


Балаларын боттарына ҡорбан итеп килтергән көндө улар Изге торлағыма инделәр һәм уны нәжесләнеләр. Бына нимә эшләнеләр улар Минең йортомда!


Ул мине көньяҡ ҡапҡанан эске ихатаға алып инде һәм көньяҡ ҡапҡаны үлсәне – ул да башҡа ҡапҡалар кеүек ине.


Шунан ул көнсығышҡа ҡараған ҡапҡаға табан китте лә уның баҫҡысынан менде. Ҡапҡаның тупһаһын үлсәне – киңлеге бер таяҡ булды, тимәк, бер тупһа – бер таяҡ.


Рух мине, аяҡҡа баҫтырып, эске ихатаға алып керҙе. Бына Раббының шөһрәте ҡорамды тултырҙы.


Улар, Минең менән үҙҙәре араһында бер генә диуар ҡалдырып, тупһаларын – Минең тупһама, ишек яңаҡтарын Минең ишек яңаҡтарына терәп ҡуйҙылар, ерәнгес ҡылыҡтары менән Минең изге исемемде нәжесләнеләр. Шуға күрә Мин, асыуым ҡабарып, уларҙы һәләк иттем.


Ҡаһин, гонаһ ҡорбанының ҡанынан алып, ҡорамдың ишек яңаҡтарына, ҡорбан усағының сығып торған өлөшөнөң дүрт мөйөшөнә, эске ихатаның ҡапҡа бағаналарына һөртһөн.


Раббы Хаким былай ти: «Эске ихатаның көнсығыш ҡапҡаһы – алты эш көнөндә ябыҡ, шәмбе көндәрендә һәм Яңы ай байрамдарында асыҡ булырға тейеш.


Үҙегеҙгә сынйыр әҙерләгеҙ, сөнки ил – ҡанлы енәйәттәр, ҡала яуызлыҡ менән тулды.


– Эй әҙәм улы, быны күрҙеңме? Әле бынан да ерәнгесерәк нәмәләр күрәсәкһең, – тине Ул.


Ҡаһиндар – Раббы хеҙмәтселәре – илап, Ҡорамдың айуаны менән ҡорбан усағы араһында: „Йә Раббы, халҡыңды йәллә, – тип ялбарһын. – Үҙ биләмәңде хурлыҡҡа төшөрмә, Сит ҡәүемдәрҙең көлкөһөнә ҡалдырма. ‘Ҡайҙа уларҙың Аллаһы?’ – тимәһендәр“».


бойороҡтарына ҡаршы килеп, башҡа илаһтарға хеҙмәт итһә, уларға, ҡояшҡа, айға йәки башҡа күк есемдәренә табына башлаһа,


Күҙҙәреңде күккә төбәп, ҡояшты, айҙы һәм йондоҙҙарҙы – барлыҡ күк ғәскәрен – күргәндә, алданма, эйелеп уларға табынма, сөнки Аллаң Раббы уларҙы күк аҫтындағы башҡа халыҡтарға өлөш итеп тәғәйенләне.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ