Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 7:9 - Изге Яҙма

9 Һине һис тә йәлләп тормаясаҡмын, мәрхәмәт күрһәтмәйәсәкмен. Тотҡан юлдарыңа күрә язалаясаҡмын, ерәнгес эштәреңдең әжерен аласаҡһың. Шунда һине язалаусының Мин Раббы икәнен белерһегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

9 Һине һис тә йәлләп тормаясаҡмын, мәрхәмәт күрһәтмәйәсәкмен. Тотҡан юлдарыңа күрә язалаясаҡмын, ерәнгес эштәреңдең әжерен аласаҡһың. Шунда һине язалаусы Мин Раббы икәнемде белерһегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

9 Һине һис тә йәлләп тормаясаҡмын, мәрхәмәт күрһәтмәйәсәкмен. Тотҡан юлдарыңа күрә язалаясаҡмын, ерәнгес эштәреңдең әжерен аласаҡһың. Шунда һине язалаусының Мин Раббы икәнен белерһегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 7:9
13 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әммә халыҡ үҙен туҡмаған Раббыға боролманы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһын эҙләмәне.


Мин уларҙы бер-береһенә, ата-әсәләрҙе балаларға бәреп ватам, – тип белдерә Раббы. – Уларҙы аямай юҡ итәм – йәлләмәйем, рәхим-шәфҡәт ҡылмайым».


Бынан һуң, – тип белдерә Раббы, – Йәһүҙә батшаһы Сидкияһты, уның хеҙмәтселәрен, ҡалала ҡырғындан, ҡылыстан һәм аслыҡтан иҫән ҡалған барлыҡ кешеләрҙе Бабил батшаһы Навуходоносорға – уларҙың йәнен көҫәгән дошмандары ҡулына тапшырам. Батша уларҙы ҡылыс осона алыр, аямаҫ, рәхим-шәфҡәт ҡылмаҫ, йәлләп тормаҫ».


Мин уны, тоҡомон, хеҙмәтселәрен ҡылған гонаһтары өсөн язалайым. Мин уға ла, Йәрүсәлимдә йәшәүселәргә лә, Йәһүҙә халҡына ла ебәрәм тип киҫәткән бөтә бәлә-ҡазаларҙы юллайым, сөнки һеҙ Миңә ҡолаҡ һалманығыҙ!“»


Раббы, ниһайәт, ниәтен ғәмәл ҡылды. Борон замандарҙа бойорғанын бойомға ашырҙы – Һине ҡыҙғанмай емерҙе. Дошмандарыңды хәлеңә ҡыуандырҙы, Һине күрә алмағандарҙың көсөн арттырҙы.


Көмөш тимерлек усағында нисек ирей, һеҙ ҙә ҡала уртаһында шулай ирерһегеҙ. Шунда Мин Раббының һеҙгә асыуымды түккәнен белерһегеҙ».


Әхлаҡһыҙлығығыҙға күрә яза бирелер, боттарға табынып гонаһ ҡылғанығыҙҙың әжерен алырһығыҙ. Шунда Минең Раббы Хаким икәнемде белерһегеҙ».


Шуға күрә, Үҙемдең барлығым менән ант итеп әйтәм, – тип белдерә Раббы Хаким, – Изге торлағымды ерәнгес боттарың, әшәкелектәрең менән нәжесләгәнең өсөн, һине тап-таҡыр итеп ҡырасаҡмын, һис тә йәлләп тормаясаҡмын, мәрхәмәт күрһәтмәйәсәкмен.


Бына ул көн етте! Килде ул һәләкәт! Хөкөм таяғы сәскә атты, тәкәбберлек сәскәләнде.


Оҙаҡламай ярһыуымды өҫтөңә түңкәрәсәкмен, асыуымды бушатасаҡмын. Ҡылғандарыңа күрә хөкөм итеп, әшәкелектәреңдең ҡоһорон ҡайтарасаҡмын.


Раббынан ҡурҡыу иһә – аҡыл билдәһе. Тыңлағыҙ! Раббы ҡалаға һөрән һала: «Эй ҡалаға йыйылған йәмғиәт, ишет! Ҡалала йәшәүселәр, ҡолаҡ һалығыҙ!


Алданмағыҙ: Алланы алдаштырыу мөмкин түгел – кеше ни сәсһә, шуны ура.


Диңгеҙ үҙендә булған үлгәндәрҙе бирҙе. Үлем һәм үлеләр донъяһы ла үҙендә булған үлгәндәрҙе бирҙе. Был үлгән кешеләрҙең һәр береһе үҙ эштәренә ҡарата хөкөм ителде.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ