Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 7:7 - Изге Яҙма

7 Ҡаза килеп етте, эй был илдә йәшәүселәр! Ваҡыт етте! Тауҙарҙа һөйөнөс ауаздары түгел, ҡурҡыу тауыштары хөкөм һөргән көн килде!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

7 Ҡаза килеп етте, эй был илдә йәшәүселәр! Ваҡыт етте! Тауҙарҙа һөйөнөс ауаздары түгел, ҡурҡыу тауыштары хөкөм һөргән көн килде!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

7 Ҡаза килеп етте, эй был илдә йәшәүселәр! Ваҡыт етте! Тауҙарҙа һөйөнөс ауаздары түгел, ҡурҡыу тауыштары хөкөм һөргән көн килде!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 7:7
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Таң һыҙылғанда, фәрештәләр Лутты ашыҡтыра башланы: – Бар, ҡатының менән ике ҡыҙыңды ал да кит, юғиһә гонаһлы ҡала менән бергә үҙең дә һәләк булырһың!


Раббы Содом менән Ғамораға күктән, ямғыр һымаҡ итеп, утлы көкөрт яуҙырҙы,


Уның ҡәлғәләрендә – һыртландар, Затлы һарайҙарында сүл бүреләре олор. Бабилдың ахыры яҡын инде, Көндәре һанаулы ғына ҡалды.


Уңдырышлы баҫыуҙарҙан уйын-көлкө юҡҡа сыҡты. Йөҙөм баҡсаларында һис кем йырламай, Шатлыҡ тауыштары яңғырамай; Йөҙөм һыҡҡыстарҙа һис кем емеш иҙмәй, Ҡыуаныслы ауаздар туҡталды.


Кистән был халыҡтар дәһшәт таратһа, Таң атыуға юҡ булырҙар. Беҙҙе талаусыларҙың яҙмышы, Беҙҙе иҙгәндәрҙең өлөшө шулай.


Бөйөк Хакимдың, Күк ғәскәрҙәре Раббыһының Күренмештәр үҙәнендә Хафа, иҙеү, сыуалыш көнө; Диуарҙар емереләсәк, Аһ-зарҙар тауҙарға олғашасаҡ көн килә.


Эй Раббым, Һин әүрәттең мине – Мин әүрәнем. Һин минән көслөрәк – Мине еңдең. Мин һәммәһе өсөн мәҙәккә әйләндем, Көн оҙоно минән көләләр хәҙер.


Бөтә үгеҙҙәрен боғаҙлағыҙ, Салыу урынына килтерегеҙ. Баштарына ҡайғы! Сөнки уларҙың көнө, яза мәле етте.


Шуға күрә уларға еткер, Раббы Хаким былай ти: «Әйткән һүҙҙәремдең береһе лә кисектерелмәҫ. Нимә әйтһәм, шул ғәмәлгә ашасаҡ», – тип белдерә Раббы Хаким.


Сөнки ул көн яҡынлашты, Раббының көнө яҡын! Ул көн болотло буласаҡ, Ҡәүемдәрҙең һәләкәт көнө.


Шул ваҡыт етте! Ул көн яҡынлашты! Һатып алған – һөйөнмәһен, һатҡан – көйөнмәһен, сөнки бөтә был өйөрҙөң өҫтөнә асыуым түгеләсәк.


О, ул көн! Раббы көнө яҡын! Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе күндергән Һәләкәт булып килә ул!


Бына Ул – тауҙарҙы ҡорған, елде бар ҡылған, Кешеләргә Үҙ ниәттәрен белдергән, Таң яҡтыһын ҡараңғыға әүерелдергән, Ерҙең армыттарынан атлаған, Исеме Уның – Раббы, Күк ғәскәрҙәре Аллаһы!


Алланың хөкөм итеү ваҡыты етте, һәм хөкөм Уның йортондағыларҙан башланасаҡ. Был беҙҙән башланһа, Алланың Һөйөнөслө Хәбәрен кире ҡағыусыларҙы нимә көтә һуң? Изге Яҙмала әйтелгәнсә:


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ