Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 7:16 - Изге Яҙма

16 Иҫән ҡалғандар үҙәндәге күгәрсендәр кеүек тауҙарға ҡасыр, һәр береһе үҙ гонаһы өсөн һыҡрар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

16 Иҫән ҡалғандар ҡасып ҡотолһа ла, улар тауҙарҙа үҙәнлектәге күгәрсендәр кеүек булыр. Һәммәһе лә үҙ гонаһы өсөн һыҡрар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

16 Иҫән ҡалғандар үҙәндәге күгәрсендәр кеүек тауҙарға ҡасыр, һәр береһе үҙ гонаһы өсөн һыҡрар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 7:16
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Йә Раббы, Исраил Аллаһы, Һин ғәҙелһең! Бөгөнгө көнгә тиклем беҙ бәләкәй генә төркөм теребеҙ. Бына беҙ, гонаһҡа батып, Һинең алдыңда торабыҙ, хәйер, был хәлдә Һинең алдыңда торорға ла хаҡыбыҙ юҡ беҙҙең.


Рәхимле бул миңә, Алла! Кешеләр эҙәрләй мине, Дошмандарым көнө буйы иҙә.


Әгәр Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Ҡайһыларыбыҙҙы иҫән ҡалдырмаған булһа, Беҙ Содом һымаҡ булыр, Ғамораға оҡшап ҡалыр инек.


Йәһүҙә нәҫеленең ҡотолоп һау ҡалғандары Яңынан төпкә тамыр ебәрер, юғарыла – емешләнер.


Ҡарлуғастай сырылданым, Торна кеүек торҡолданым, Күгәрсендәй ыңғыраштым, Күккә текләп, күҙемде талдырҙым: Эй бөйөк Хакимым, ыҙа сигәм, ярҙам ит миңә!


Һәммәбеҙ ҙә айыу һымаҡ үкерәбеҙ, Күгәрсен шикелле ыңғырашабыҙ. Ғәҙеллек көтәбеҙ, әммә ул юҡ; Ҡотҡарыу көтәбеҙ – беҙҙән йыраҡ.


Сөнки Һинең алдыңда артыҡ башбаштаҡ булдыҡ, Гонаһтарыбыҙ беҙгә ҡаршы шаһитлыҡ ҡыла, Енәйәттәребеҙ һәр саҡ күҙ алдында, Ғәйебебеҙҙе беләбеҙ.


Яланғас ҡалҡыулыҡтарҙа ыңғырашыу – Исраил халҡының һыҡтап ялбарыуы ишетелә. Сөнки улар тоғро юлдан яҙҙы, Раббыны, үҙҙәренең Аллаһын, онотто.


Улар илай-илай атлар, Мин йыуата-йыуата әйҙәрмен. Ағын һыу буйынан йөрөтөрмөн, Тура юлдан етәкләрмен, һөрөнмәҫтәр; Сөнки Мин Исраилға атаймын, Әфраим – Минең баш балам».


Иҫән ҡалған һәм Мысырҙа төйәкләнергә тип киткән йәһүҙиҙәрҙең береһе лә ҡотолоп ҡалмаҫ, Йәһүҙәгә ҡайта алмаҫ. Улар бөтөн булмыштары менән Йәһүҙәгә ҡайтырға ашҡыныр, ләкин ҡасып киткәндәрҙең бик аҙы ғына әйләнеп ҡайтыр».


Бик аҙҙар ғына, ҡылыстан ҡотолоп, Мысырҙан Йәһүҙәгә ҡайтасаҡ. Мысыр еренә йәшәргә килгән йәһүҙиҙәрҙең иҫән ҡалғандары шул ваҡытта кемдең һүҙе – Минекеме, әллә уларҙыҡымы – тормошҡа ашҡанын белер.


Ана Сиондан иңрәү тауышы ишетелә: «Беҙ ҡыйратылдыҡ! Мәсхәрәгә ҡалдыҡ, Илебеҙҙе ташлап китергә мәжбүрбеҙ, Йорттарыбыҙ емерелде».


Әммә унда иҫән ҡалғандар булыр. Тере ҡалған улдар һәм ҡыҙҙарҙы ҡаланан алып сығырҙар, һәм улар һеҙҙең янға килер. Шунда һеҙ уларҙың ҡыуған юлдарын һәм ҡылған ғәмәлдәрен күрерһегеҙ һәм, Мин Йәрүсәлимгә ебәргән бәләнең, уға ебәргән бөтә нәмәнең сәбәбен аңлап, йыуаныс табырһығыҙ.


Көтөүем бөтә тауҙарға, бейек ҡалҡыулыҡтарға, бөтә ер йөҙөнә таралды. Уларҙы юллаусы ла, эҙләүсе лә юҡ».


Шул саҡ яман юлдарығыҙҙы, боҙоҡ ғәмәлдәрегеҙҙе иҫегеҙгә төшөрөрһөгөҙ, енәйәттәрегеҙ һәм әшәкелектәрегеҙ өсөн үҙегеҙҙән үҙегеҙ ерәнерһегеҙ.


Шулай итеп, алдан хәл ителгән: Ҡала халҡы һөргөнгә оҙатыласаҡ; Уның ҡол ҡыҙҙары, күкрәк төйөп, Күгәрсендәр һымаҡ ыңғыраша.


Раббының бөйөк көнө яҡынлаша! Яҡынлашты, бына-бына килеп етер. Раббы көнө инде һөрән һала – Иң ғәййәр яугирҙәр үкереп илар.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ