Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 7:11 - Изге Яҙма

11 Золом яуызлыҡ таяғына әүерелде. Уларҙан бер нәмә лә ҡалмаясаҡ: бихисап кешеләре лә, байлыҡтары ла, өҫтөнлөктәре лә юҡҡа сығасаҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

11 Золом яуызлыҡ таяғына әүерелде. Уларҙан бер нимә лә ҡалмаясаҡ: бихисап кешеләре лә, байлыҡтары ла, өҫтөнлөктәре лә юҡҡа сығасаҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

11 Золом яуызлыҡ таяғына әүерелде. Уларҙан бер нәмә лә ҡалмаясаҡ: бихисап кешеләре лә, байлыҡтары ла, өҫтөнлөктәре лә юҡҡа сығасаҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 7:11
28 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббы беҙгә бөйөк эштәр ҡылды, Беҙ һөйөнөп бөтә алманыҡ.


Эстәренән: «Һәммәһен емерәйек!» – тип, Илдә Аллаға табыныу урындарын көл иттеләр.


«Эй Пелешеҫ иле, һине туҡмаған таяҡ һынды тип ҡыуанма, Сөнки йылан тамырынан ҡара йылан сығыр. Уның тоҡомо оса торған ағыулы йылан булыр.


Күк ғәскәрҙәре Раббыһының йөҙөм баҡсаһы – Исраил халҡы ул; Яратып ултыртҡан йөҙөм үҫентеләре – Йәһүҙә кешеләре! Ул ғәҙеллек көткәйне – бына ҡан ҡойош. Ул хаҡлыҡ көткәйне – һыҡтау!


Сөнки Һин уларҙың муйынындағы ҡалыпты – Елкәләрен баҫып торған йөктө, Уларҙы иҙеүселәрҙең таяғын Мидйәндәрҙе еңгән көндәгеләй һындырып ташланың.


Шуға күрә Раббы Йәһүҙә батшаһы Йеһояҡим Йошияһ улы тураһында былай ти: «Уның өсөн бер кем дә: „Аһ, туғаным! Аһ, ҡарындашым һымаҡ яҡыным!“ – тип ҡайғырмаҫ. Уның өсөн һис кем: „Эй хакимым! Эй ғали йәнәп!“ – тип йәшен түкмәҫ.


Ул көндө бөтә ер йөҙө, бер сигенән икенсе сигенә тиклем, Раббы һәләк иткән кешеләрҙең мәйете менән тулыр. Мәрхүмдәр өсөн һис кем йәш түкмәҫ, йыйып алып ерләмәҫ; улар ер өҫтөндә тиҙәк кеүек ятыр.


Шишмә һыуы нисек бәреп сыға, Йәрүсәлимдә яуызлыҡ шулай бөркөлә. Унда көсләү, емереү хөкөм һөрә, Гелән күҙ алдымда – сир һәм йәрәхәттәр.


Йәһүҙә ҡалаларында һәм Йәрүсәлим урамдарында шатлыҡ ауаздарына, күңел асыуҙарға, кейәү менән кәләштең тауыштарына сик ҡуясаҡмын. Был ил бушлыҡҡа әйләнәсәк.


Раббы Хаким былай ти: «Етер һеҙгә, Исраил хакимдары! Яуызлыҡ ҡылыуҙы һәм иҙеүҙе ташлағыҙ, ғәҙел хөкөм һәм хаҡлыҡ ҡылығыҙ. Халҡымды үҙ тупраҡтарынан ҡыҫырыҡлап сығарыуҙан туҡтағыҙ, – тип белдерә Раббы Хаким. –


Шуға күрә, Үҙемдең барлығым менән ант итеп әйтәм, – тип белдерә Раббы Хаким, – Изге торлағымды ерәнгес боттарың, әшәкелектәрең менән нәжесләгәнең өсөн, һине тап-таҡыр итеп ҡырасаҡмын, һис тә йәлләп тормаясаҡмын, мәрхәмәт күрһәтмәйәсәкмен.


Йәнә бер аҙын утҡа ташлап яндыр. Бынан бөтә Исраил халҡына ут таралыр.


Раббы Хаким былай ти: «Ҡулыңды ҡулға һуғып, аяҡ тибеп әйт: „Бөтә яман һәм ерәнгес эштәре арҡаһында Исраил халҡына – ҡайғы!“ Улар ҡылыстан, аслыҡтан һәм ҡырғындан һәләк буласаҡ.


Иҫән ҡалғандар үҙәндәге күгәрсендәр кеүек тауҙарға ҡасыр, һәр береһе үҙ гонаһы өсөн һыҡрар.


– Эй әҙәм улы, Раббы Хаким Исраил тупрағына былай тип белдерә: «Ахыры етте! Илдең дүрт тарафының да ахыры етте.


Үҙегеҙгә сынйыр әҙерләгеҙ, сөнки ил – ҡанлы енәйәттәр, ҡала яуызлыҡ менән тулды.


Ул миңә былай тине: – Күрәһеңме, әҙәм улы? Йәһүҙә йортоноң бында эшләгән әшәкелектәре етмәгән, улар илде йәбер-золом менән тултырҙылар һәм Минең асыуымды арттыралар. Ҡара, нисек итеп ботаҡты танауҙарына килтерәләр!


«Ғәҙел йәшәй белмәй улар, – тип белдерә Раббы. – Улар ҡәлғәләренә залимлыҡ менән, Талаш-тартыш менән байлыҡ йыя».


Афәт көнөн йыраҡ һанап, Золом тантанаһын тиҙләтәһегеҙ.


Кеше баҫыуына күҙе төшһә – баҫып ала, Өй теләһә, хужаһын да, Ғаиләһен дә аяп тормай – тартып ала, Кешене мираҫ еренән мәхрүм итә.


Һеҙ халҡымдың итен ашайһығыҙ: Тиреһен һыҙыраһығыҙ, Һөйәген ватҡылайһығыҙ; Ҡаҙанда бешерергә, Табала ҡыҙҙырырға йыйынған һымаҡ, Итен тураҡлайһығыҙ.


Был ҡаланың байҙары кеше талай, Ябай халыҡ алдаҡ һөйләй, ауыҙҙары мәкер сәсә.


Раббының асыу көнөндә Алтын-көмөш уларҙы ҡотҡара алмаҫ, Раббының көнсөллөк уты ерҙе ялмап алыр, Раббы ерҙә йәшәгәндәрҙең барыһын Көтмәгәндә ҡырып һалыр».


Шәфҡәт күрһәтмәүсегә ҡарата хөкөм рәхимһеҙ булыр. Шәфҡәтлелек иһә хөкөмдән өҫтөн булыр!


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ