Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 5:8 - Изге Яҙма

8 Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Эй Йәрүсәлим, бына, Мин Үҙем һиңә ҡаршы сығам. Башҡа ҡәүемдәрҙең күҙ алдында Үҙем Йәрүсәлим уртаһында хөкөм ҡыласаҡмын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

8 Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Эй Йәрүсәлим, бына, Мин Үҙем һиңә ҡаршы сығам. Башҡа ҡәүемдәрҙең күҙ алдында Үҙем Йәрүсәлим уртаһында хөкөм ҡыласаҡмын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

8 Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Эй Йәрүсәлим, бына, Мин Үҙем һиңә ҡаршы сығам. Башҡа ҡәүемдәрҙең күҙ алдында Үҙем Йәрүсәлим уртаһында хөкөм ҡыласаҡмын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 5:8
30 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Мин һиңә ҡаршымын, Үҙәндәге ҡая өҫтөндә ултырған Йәрүсәлим! – тип белдерә Раббы. – ‘Беҙгә кем ҡаршы сыға алһын, Торлағыбыҙға кем инә алһын?’ – тиһегеҙ.


Ҡөҙрәтле ҡулымды һуҙып, асыу, ярһыу һәм тәрән нәфрәт менән һеҙгә ҡаршы Үҙем һуғышасаҡмын.


Уларҙы ерҙәге барлыҡ батшалыҡтар өсөн ҡот осҡос, ерәнгес бер хәлгә төшөрәм. Ҡайҙарға һөргәнмен, шунда хурлыҡҡа ҡалырҙар, мыҫҡылланырҙар һәм ләғнәтләнерҙәр.


Уларҙы кем тапһа, шул ашаны. Дошмандары: „Беҙ ғәйепле түгел, Улар ғәҙеллек төйәге булған Раббы, Ата-бабаларының өмөтө булған Раббы ҡаршыһында гонаһ ҡылды“, – тине.


Бөйөк Хаким, дошманға әйләнеп, Исраилды һәләк итте; Бөтә һарайҙарын харабаға әйләндерҙе, Барлыҡ ҡәлғәләрен емерҙе. Йәһүҙә-ҡыҙҙың ҡайғыһын арттырҙы.


Эйе, Ул миңә ҡулын күтәрҙе, Көн оҙоно, туҡтауһыҙ язалай.


Һеҙҙе ҡаланан ҡыуып сығарып, яттар ҡулына бирәм, һеҙҙең өҫтән хөкөм ҡылам.


Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Юҡ-бар һөйләгәнегеҙ һәм ялғанды күргәнегеҙ өсөн, Мин һеҙгә ҡаршымын, – тип белдерә Раббы Хаким. –


Мин уларға ҡаршы боролормон. Улар уттан ҡасып ҡотолһалар, ялҡынға барып юлығырҙар. Мин уларға ҡаршы сыҡҡас, Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ.


Өйҙәреңде үртәрҙәр, һине бик күп ҡатындар алдында язаларҙар. Мин һинең фәхешлегеңә сик ҡуясаҡмын, башҡаса уйнаштарыңа бүләк өләшмәҫһең.


Исраил еренә әйт, Раббы былай ти: «Бына, Мин һиңә ҡаршы сығам! Ҡынынан ҡылысымды һурып алам да һәммәгеҙҙе – тәҡүәләрҙе лә, яуыздарҙы ла – ҡырам.


Әйт, Раббы Хаким былай ти: «Мин һиңә, эй Сидон, ҡаршы сығам! Һинең эсеңдә дан ҡаҙанасаҡмын: Һиндә йәшәгәндәрҙе язалағас, Үҙемдең мөҡәддәслегемде танытҡас, Раббы икәнемде беләсәктәр.


Мин Мысырҙы шулай хөкөм итәсәкмен, һәм улар Минең Раббы икәнемде белер».


Раббы Хаким былай ти: «Мин ул көтөүселәргә ҡаршымын! Мин уларҙан көтөүем өсөн яуап талап итәсәкмен. Һарыҡтарымды башҡаса уларҙан көттөрмәйәсәкмен. Бүтәнсә улар үҙ-үҙҙәрен генә ҡайғыртмаҫ. Ҡуйҙарымды уларҙың ауыҙынан ҡотҡарам, башҡаса уларға ем булмаҫтар».


Әйт уға, Раббы Хаким былай ти: «Эй Сеғир тауҙары, Мин һиңә ҡаршымын! Һиңә ҡаршы ҡулымды күтәреп, һине харабаға һәм ташландыҡ ергә әйләндерәм.


Ә һин, әҙәм улы, Гогҡа ҡаршы пәйғәмбәрлек итеп әйт, Раббы Хаким былай ти: «Эй һин, Мәшәх менән Тувалдың баш хакимы Гог, бына Мин һиңә ҡаршымын!


Асыуланып һәм ярһып, ҡаты язалар менән һине хөкөм иткән сағымда тирә-яғыңдағы халыҡтар араһында мәсхәрә, хурлыҡ, ғибрәт һәм дәһшәт өлгөһө буласаҡһың. Мин, Раббы, әйттем быны.


Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Бына, һиңә ҡаршы сығам, Яу арбаларыңды яндырам – төтөнгә әйләнерҙәр; Һинең йәш арыҫландарыңды ҡылыс тураҡлар, Ерҙә йыртҡыслығыңа сик ҡуям, Илселәреңдең тауышы тынып ҡалыр!»


Батша, ярһып, үлтереүселәрҙе юҡ итергә, ҡалаларын яндырырға әмер биреп, ғәскәрен ебәргән.


Раббы бындай кешене ғәфү итмәҫ. Раббының уға ҡаршы асыуы ҡабарыр, ярһыуы тоҡаныр, ул кешенең башына был китапта яҙылған бөтә ҡарғыштар төшөр һәм Раббы уның исемен ер йөҙөнән юҡ итер.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ