Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 43:7 - Изге Яҙма

7 Ул миңә былай тине: – Эй әҙәм улы, был – Минең тәхетемдең урыны, аяҡ табандарым тейгән, халҡым Исраил араһында Мин мәңге йәшәйәсәк урын. Бынан ары Исраил халҡы – улар үҙҙәре лә, батшалары ла – фәхешлектәре һәм батшаларҙы ерләү йолаһы менән Минең изге исемемде нәжесләмәҫ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

7 Ул миңә былай тине: – Эй әҙәм улы, был – Минең тәхетемдең урыны, аяҡ табандарым тейгән, халҡым Исраил араһында Мин мәңге йәшәйәсәк урын. Бынан ары Исраил халҡы – улар үҙҙәре лә, батшалары ла фәхешлектәре һәм батшаларҙы ерләү йолаһы менән Минең изге исемемде нәжесләмәҫ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

7 Ул миңә былай тине: – Эй әҙәм улы, был – Минең тәхетемдең урыны, аяҡ табандарым тейгән, халҡым Исраил араһында Мин мәңге йәшәйәсәк урын. Бынан ары Исраил халҡы – улар үҙҙәре лә, батшалары ла – фәхешлектәре һәм батшаларҙы ерләү йолаһы менән Минең изге исемемде нәжесләмәҫ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 43:7
43 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Мин Һиңә мөһабәт ҡорам һалдым, Ул мәңгегә Һиңә торлаҡ булһын.


Боттарға табынған ҡалҡыулыҡтарҙа, түбәләрҙә, һәр бер суҡ япраҡлы ағас аҫтында ҡорбан салды һәм хуш еҫ төтәтте.


Дауыт, аяғүрә баҫып, былай ти: – Ағай-энем, халҡым, тыңлағыҙ мине! Аллабыҙға аяҡ баҫыр урынды – Раббының Килешеү һандығын урынлаштырыу өсөн йорт һалыу ниәтен күңелемдә күптән йөрөтә инем. Төҙөлөш өсөн кәрәк-яраҡты ла әҙерләгәйнем.


Был ерҙе – яратҡан Яҡубының ғорурлығын – Ул беҙгә биләмәгә һайланы. Села


Көнсығыштан көслө елдәр иҫеп, Таршиш караптарын емергәндәй, Һин уларҙы ҡырып ташланың.


Яуап ҡайтар миңә, Раббы, Сөнки тоғро мөхәббәтең изге. Оло мәрхәмәтең менән йөҙөңдө бор миңә табан!


Мин ҡолоңдан йөҙөңдө йәшермә, Ауыр миңә, йәһәтерәк яуап ҡайтар!


Шөкөр мәҙхиәһе. Гөрләшеп сәләмлә Раббыны, бар донъя!


Раббы игелекле, Уның тоғро мөхәббәте – мәңгелек, Тоғролоғо – быуындан-быуынға күсә.


Исраил халҡы Минең өсөн Изге торлаҡ ҡорһон, һәм Мин улар араһында төйәкләнермен.


Мин Исраил халҡы араһында төйәкләнермен һәм уларҙың Аллаһы булырмын.


Ғуззияһ батша вафат булған йылды мин юғарыла, бейек тәхеттә ултырған Раббы Хакимды күрҙем; Уның кейеменең итәге тотош ҡорамды тултырғайны.


Раббы былай ти: «Күк – тәхетем Минең, Ә ер – аяҡтарым аҫтындағы баҫҡыс. Һеҙ Миңә ниндәй йорт һалып бирә алаһығыҙ? Ҡайһы урында Мин тынғылыҡ табырмын?


Исемең хаҡына беҙҙе инҡар итмә, Дан тәхетеңде хурлыҡҡа төшөрмә, Беҙҙең менән төҙөгән килешеүеңде иҫеңдә тот, Зинһар, килешеүеңде боҙма.


Яуыз ғәмәлдәре һәм гонаһтары өсөн икеләтә түләтәсәкмен, сөнки улар еремде йәнһеҙ илаһтарының ерәнгес һындары менән нәжесләне, биләмәмде әшәкелектәре менән тултырҙы.


Беҙҙең Изге торлағыбыҙ торған урын – Башланмыштан уҡ юғары ҡуйылған дан тәхете.


Ул ваҡытта Йәрүсәлимде Раббы тәхете тип атарҙар. Бөтә халыҡтар Йәрүсәлимгә Раббы исемен хөрмәтләргә ағылыр. Бынан ары улар үҙҙәренең яуыз һәм тиҫкәре йөрәктәре ҡушҡанса эшләмәҫ.


Баштары осондағы көмбәҙ өҫтөндә гүйә зәңгәр яҡуттан яһалған тәхет кеүек нәмә бар. Юғарыла, ул тәхет шикелле нәмәлә, кешегә оҡшаған берәү ултыра.


Ҡараһам, кирубтарҙың баш осондағы көмбәҙ өҫтөндә гүйә зәңгәр яҡуттан яһалған тәхет кеүек нәмә пәйҙә булды.


Эй Исраил халҡы, Раббы Хаким былай ти: „Әгәр ҙә Мине тыңламайһығыҙ икән, китеп, һәр берегеҙ үҙегеҙҙең боттарығыҙға табынығыҙ. Әммә бүләктәрегеҙ һәм боттарығыҙ менән Минең изге исемемде башҡаса бысратаһы булмағыҙ.


Халҡым Исраил араһында изге исемемде танытасаҡмын. Бынан ары изге исемемде хурларға бирмәйәсәкмен. Шунда ҡәүемдәр Минең Раббы, Исраилдың Изгеһе булғанымды беләсәктәр.


Ә хәҙер улар аҙғынлыҡтарын, батшаларының мәйеттәрен Минең күҙ алдымдан алып китһен – шул саҡта Мин улар араһында мәңге йәшәрмен.


Ҡаланың әйләнәһе ун һигеҙ мең терһәк булыр. Ҡала шул көндән алып «Йәһүә шамма» тип аталыр.


Уларҙың үлектәре боттары араһында, ҡорбан усаҡтары тирәһендә, һәр бер табыныу ҡалҡыулығында, тау түбәләрендә, суҡ япраҡлы һәр ағас, тарбаҡлы һәр имән аҫтында, боттарына арнап хуш еҫ төтәткән һәр урында аунап ятыр. Шунда Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ.


Исраилдарҙың мәйеттәрен боттары алдына ташлаясаҡмын, һөйәктәрегеҙҙе ҡорбан усаҡтарығыҙ тирәһенә һибеп һаласаҡмын.


Күләгәһендә көн күргәндәр әйләнеп ҡайтыр, Иген игер, йөҙөм ағасындай сәскә атыр, Дандары Ливан шарабыныҡы һымаҡ булыр.


«Шунда Минең Раббы – Мөҡәддәс тауым Сионда төйәкләнгән Аллағыҙ икәнемде белерһегеҙ. Йәрүсәлим изге урын булыр; Ят ҡәүемдәр бүтән уның аша үтә алмаҫ.


Сит илаһтарға табыныу ҡалҡыулыҡтарығыҙҙы, хуш еҫ төтәтә торған ҡорбан усаҡтарығыҙҙы туҙҙырырмын, мәйеттәрегеҙҙе боттарығыҙҙың емереклектәренә ырғытырмын, күңелемдә һеҙгә нәфрәт һаҡлармын.


Аҡһағын иҫән ҡалған өлөш итермен, Аҙашҡанын ҡеүәтле халыҡҡа әйләндерермен. Ошо көндән башлап мәңгелеккә Мин Раббығыҙ Сион тауында уларға хакимлыҡ ҡылырмын.


– Ул көндө, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, – был илдә боттарҙың исемдәрен дә ҡалдырмаясаҡмын һәм уларҙы башҡаса хәтергә алыусы булмаҫ. Шулай уҡ ялған пәйғәмбәрҙәрҙе лә, бысраҡ рухты ла был ерҙән ҡыуып сығарасаҡмын.


Әгәр берәйһе йәнә пәйғәмбәрлек итә башлаһа, уға үҙен тыуҙырған ата-әсәһе: «Һин йәшәргә тейеш түгелһең, сөнки һин Раббы исеменән ялған һөйләнең», – тип әйтер. Пәйғәмбәрлек иткәнендә уны үҙ әсәһе менән үҙ атаһы сәнсеп үлтерер.


һеҙгә ҡушҡандарымдың барыһын да үтәргә өйрәтегеҙ. Шуны белегеҙ: Мин донъя бөткәнгәсә һәр ваҡыт һеҙҙең менән бергә булам.


Һүҙ Кеше булды ла арабыҙҙа йәшәне. Беҙ Уның шөһрәтен – Атаның берҙән-бер Улында булған шөһрәтен күрҙек. Ул мәрхәмәт һәм хәҡиҡәт менән тулы ине.


Ғайса уға былай тип яуап бирҙе: – Мине яратҡан кеше Минең һүҙемде тотор. Ул саҡта Атам да уны яратыр һәм Беҙ, уның янына килеп, уның менән бергә йәшәрбеҙ.


Алла йорто менән ялған илаһтар араһында ла уртаҡлыҡ була аламы? Беҙ – тере Алланың йорто. Алла бит: «Улар араһында йәшәрмен һәм йөрөрмөн; уларҙың Аллаһы булырмын, ә улар Минең халҡым булыр», – тип әйткән.


Ҡалала ҡәһәрләнгән бер генә нәмә лә булмаясаҡ, унда Алланың һәм Бәрәстең тәхете торасаҡ, ә Уның ҡолдары Уға хеҙмәт итәсәк.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ