Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 42:20 - Изге Яҙма

20 Шул рәүешле, ул ҡорам биләмәһен һәр дүрт яҡтан үлсәп сыҡты. Изге урынды изге булмаған урындан айырыу өсөн ихата тирәләй буйы һәм иңе бишәр йөҙ терһәк булған диуар ҡоролғайны.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

20 Шул рәүешле, ул ҡорам биләмәһен һәр дүрт яктан үлсәп сыҡты. Изге урынды изге булмаған урындан айырыу өсөн ихата тирәләй буйы һәм иңе бишәр йөҙ терһәк булған диуар ҡоролған ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

20 Шул рәүешле, ул ҡорам биләмәһен һәр дүрт яҡтан үлсәп сыҡты. Изге урынды изге булмаған урындан айырыу өсөн ихата тирәләй буйы һәм иңе бишәр йөҙ терһәк булған диуар ҡоролғайны.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 42:20
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Йәш боланға, ғәзәлгә оҡшаған йәрем. Ҡара, диуар эргәһендә тора, Беҙҙең тәҙрәбеҙгә ҡарай, Рәшәткә аша күҙ һала.


Йә Раббы! Һин – Аллам минең! Һине ҙурлайым, исемеңде данлайым, Сөнки Һин әүәлдән ниәтләгән ғәжәп эштәреңде Ифрат тоғролоҡ менән ғәмәлгә ашырҙың.


Ул көндө Йәһүҙә ерендә ошондай йыр йырланыр: «Беҙҙең ҡалабыҙ көслө! Раббының ҡотҡарыуы – Уға үҙе диуар һәм нығытма.


Башҡаса ереңдә йәбер-золом, Биләмәңдә ҡыйралыш, Бөлгөнлөк тураһында ишетелмәҫ. Диуарҙарыңды „Ҡотолоу“ тип атарһың, Ҡапҡаларыңа „Маҡтау“ тигән исем бирерһең.


Ҡаһиндары Минең ҡанунымды боҙҙо, изге әйберҙәремде нәжесләне, хәрәм менән хәләлде айырманы, пак менән нәжес араһындағы айырманы өйрәтмәне, Минең шәмбе көндәремде һанға һуҡманы, һәм Мин улар араһында бысрандым.


Мин ҡорамдың әйләнәһен уратып алған диуар күрҙем. Теге кешенең ҡулындағы үлсәү таяғының оҙонлоғо алты терһәк булып, был терһәк бер ус аяһын өҫтәп һанала ине. Ул кеше диуарҙы үлсәне: оҙонлоғо ла, бейеклеге лә бер таяҡ булды.


Шунан көнбайышҡа ҡараған яҡҡа боролдо һәм таяғы менән уны үлсәне, биш йөҙ терһәк булды.


Бына ҡорамға ҡағылышлы ҡанун: тау түбәһе һәм тирә-яҡтағы бөтә урын – изгеләрҙән изге буласаҡ. Ҡорамдың ҡануны бына шул!


Улар халҡыма мөҡәддәс һәм ғәҙәти нәмә араһындағы айырманы, пак менән нәжесте айырырға өйрәтер.


Шул ерҙән Изге торлаҡ өсөн оҙонлоғо менән киңлеге биш йөҙ терһәк булған бер дүрткел урын бүлеп алынһын, уның тирә-яғында илле терһәккә тиң буш ер ҡалдырылһын.


Бүленгәндән ҡалған иңе биш мең терһәк, оҙонлоғо егерме биш мең терһәк ер ҡала өсөн дөйөм ҡулланыуға бирелер. Был ерҙә көтөүлектәр булыр, өйҙәр төҙөлөр һәм уртаһында ҡала урынлашыр.


Оҙонлоғо ла, киңлеге лә егерме бишәр мең терһәк булған был дүрткел биләмә, ҡаланың ерен дә индереп, изге биләмәгә төшкән өлөш булараҡ айырып алыныр.


Һеҙ мөҡәддәс нәмәләрҙе ғәҙәтиҙән, пакты нәжестән айырырға тейешһегеҙ.


Эй Йәрүсәлим, Диуарҙарың ҡайтанан төҙөлөр, Сиктәрең тағы ла киңәйер көн килә.


Мин Үҙем уның әйләнәһендә утлы диуар, эсендә шөһрәт буласаҡмын, – тип белдерә Раббы».


Өҫтәүенә, беҙҙең менән һеҙҙең арала ҙур упҡын ята, шунлыҡтан бынан һеҙҙең яҡҡа сығырға теләүсе лә, ул яҡтан был яҡҡа сығырға теләүсе лә үтә алмаҫ».


Шуға күрә, «Улар араһынан сығығыҙ, уларҙан айырылығыҙ, – ти Раббы. – Нәжес нәмәгә ҡағылмағыҙ, шунда Мин һеҙҙе ҡабул итермен.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ