Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 41:22 - Изге Яҙма

22 Бейеклеге өс терһәк, оҙонлоғо ике терһәк булған ҡорбан усағы – уның мөгөҙҙәре, нигеҙе, ян яҡтары – ағастан эшләнгән. Теге кеше миңә: – Был – Раббы хозурындағы өҫтәл, – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

22 Бейеклеге өс терһәк, оҙонлоғо ике терһәк булған ҡорбан усағы – аның мөгөҙҙәре, нигеҙе, ян яҡтары – ағастан эшләнгән. Теге кеше миңә: – Был – Раббы хозурындағы өҫтәл, – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

22 Бейеклеге өс терһәк, оҙонлоғо ике терһәк булған ҡорбан усағы – уның мөгөҙҙәре, нигеҙе, ян яҡтары – ағастан эшләнгән. Теге кеше миңә: – Был – Раббы хозурындағы өҫтәл, – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 41:22
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Был бүлмәнең буйы, иңе һәм бейеклеге егермешәр терһәк ине. Сөләймән бүлмәне эстән саф алтын менән ҡаплатты. Кедр ағасынан яһалған ҡорбан усағын да алтын менән көпләтте.


Сөләймән ҡорамдың эсен тотошлай алтын менән көпләтте. Эске бүлмәнең ҡорбан усағы ла алтын менән көпләнде.


Сөләймән шулай уҡ Раббы йорто өсөн тағы ла башҡа әйберҙәр эшләтте: алтын ҡорбан усағы һәм изге икмәктәрҙе Раббы хозурына ҡуйырға алтын өҫтәл;


Сөләймән Алла йорто өсөн тағы ла башҡа әйберҙәр эшләтә: алтын ҡорбан усағы һәм изге икмәктәрҙе Раббы хозурына ҡуйырға өҫтәлдәр,


Сәрүәр ағасынан бер өҫтәл эшлә: буйы ике терһәк, иңе бер терһәк һәм бейеклеге терһәк ярым булһын.


мал һуйҙы, тәмләткестәр ҡушып шарап әҙерләне, табын ҡорҙо.


Түштәремдең араһында ятҡан Мирра һалынған янсыҡ һымаҡ һөйгәнем.


Өҫтәл янына ҡуйылған матур диванға ултырып, уның янындағы өҫтәлгә Минең хуш еҫле һумала-майҙарымды, зәйтүн майымды ҡуйҙың.


Минең Изге торлағыма бары улар ғына инер, Миңә хеҙмәт итер һәм эштәремде башҡарыр өсөн өҫтәлемә бары улар ғына яҡынлашыр.


Уларҙы Раббы хозурына алтышарҙан ике рәт итеп пак өҫтәлгә теҙеп һал.


Ә һеҙ Минең исемемде хурлайһығыҙ, һеҙҙеңсә, бөйөк Хакимдың өҫтәле лә бысраҡ, ниғмәттәре лә хөрмәткә лайыҡ түгел.


Минең ҡорбан усағыма хәрәм ризыҡ алып киләһегеҙ ҙә: «Һине нисек нәжесләнек һуң?» – тиһегеҙ. «Раббы өҫтәлен һанға һуҡмаҫҡа ла ярай», – тигән һүҙҙәрегеҙ менән нәжесләйһегеҙ.


Раббы туҫтағынан да, ен туҫтағынан да бер юлы эсә алмайһығыҙ. Раббының да, ендең дә табынында бер юлы ҡатнашыу мөмкин түгел.


Бына Мин ишек төбөндә шаҡып торам. Берәйһе тауышымды ишетеп ишек асһа, уның янына инермен һәм беҙ бергә ашарбыҙ: Мин – уның менән, ә ул – Минең менән.


Тағы бер фәрештә, ҡулына хуш еҫле сайыр һалынған алтындан яһалған төтәҫләү һауыты тотоп, тәхет алдындағы хуш еҫ төтәтә торған ҡорбан усағы ҡаршыһына килеп баҫты. Унда Алланың бөтә изгеләренең доғалары менән бергә хуш еҫле сайырҙы һалды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ