Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 40:16 - Изге Яҙма

16 Ян бүлмәләрҙең артҡы диуарында, бүлмәләр араһындағы диуарҙа, айуандың һәр яғында рәшәткәле тәҙрәләр бар, ян бүлмәләр араһындағы диуарҙар хөрмә ағасы һүрәттәре менән биҙәлгәйне.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

16 Ҡыуышлыҡтың артҡы диуарында, ҡыуышлыҡтар араһындағы диуарҙа, айуандың һәр яғында рәшәткәле тәҙрәләр бар, ян бүлмәләр араһындағы диуарҙар пальма ағасы һүрәттәре менән биҙәлгәйне.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

16 Ян бүлмәләрҙең артҡы диуарында, бүлмәләр араһындағы диуарҙа, айуандың һәр яғында рәшәткәле тәҙрәләр бар, ян бүлмәләр араһындағы диуарҙар хөрмә ағасы һүрәттәре менән биҙәлгәйне.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 40:16
29 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ҡорам диуарҙарының барыһы ла, эске бүлмәләр ҙә, тышҡы бүлмәләр ҙә кируб һындары, хөрмә ағастары, сәскә һүрәттәре менән һырлап биҙәлде.


Зәйтүн ағасынан яһалған ишектәрҙең ике яғы ла кируб, хөрмә ағасы, сәскә һүрәттәре менән һырлап биҙәлгәйне. Кирубтар менән хөрмә ағастарын алтын менән ҡаплатты.


Уларҙы ла кируб, хөрмә ағастары, сәскә һүрәттәре менән ырып биҙәтте һәм һырҙарын алтын менән ҡаплатты.


Сөләймән ҡорамға уйымы эске яҡтан киң булып, тышҡа табан тарайған рәшәткәле тәҙрәләр эшләтте.


Өс рәт итеп уйылған тәҙрәләр бер-береһенә ҡапма-ҡаршы урынлашҡайны.


Ҙур залды, эстән кипарис ағасы менән көпләткәндән һуң, саф алтын менән ҡаплата, уға хөрмә ағасы һүрәттәре, сылбыр семәрҙәр яһата.


Һәр ян бүлмәнең алдында – бер терһәклек кәртә, икенсе яҡта ла бер терһәклек кәртә бар. Ян бүлмәләрҙең һәр яғы алты терһәк тәшкил итә.


Ҡапҡаға ингән ерҙән алып айуан яғынан сығыу урынына тиклем ара илле терһәк ине.


Ҡапҡаның һәм айуандың диуарҙарында ла, башҡа ҡапҡаларҙағы һымаҡ, һәр яҡтан шундай уҡ тәҙрәләр бар; ҡапҡа диуарҙарының буйы – илле, ә уларҙың араһы егерме биш терһәк булып,


уға ете баҫҡыс алып менә, ә арғы башта айуан урынлашҡан. Әлеге диуарҙар хөрмә ағасы һүрәттәре менән биҙәлгән.


Уның ян бүлмәләре, бүлмәләр араһындағы диуарҙары һәм айуаны башҡа ҡапҡаларҙыҡына оҡшаш, ҡапҡа диуарҙарында һәм айуанында һәр яҡлап тәҙрәләр бар. Ҡапҡа диуарҙарының оҙонлоғо – илле терһәк, ә уларҙың араһы – егерме биш терһәк.


Эске ихаталағы һәр ҡапҡа айуанының киңлеге – егерме биш терһәк, ә оҙонлоғо биш терһәк ине.


Әлеге ҡапҡаның айуаны тышҡы ихатаға ҡарай, бағаналарында хөрмә ағасы һүрәттәре бар; унда һигеҙ баҫҡыс алып менә.


Уның бүлмәләре, бүлмәләр араһындағы диуарҙары һәм айуаны башҡа ҡапҡаларҙыҡына оҡшаш, ҡапҡа диуарҙарында һәм айуанында һәр яҡлап тәҙрәләр бар. Ҡапҡа диуарҙарының оҙонлоғо – илле терһәк, ә уларҙың араһы – егерме биш терһәк.


Әлеге ҡапҡаның айуаны тышҡы ихатаға ҡарай, яҡ-яғындағы бағаналарҙа хөрмә ағасы һүрәттәре бар, унда ла һигеҙ баҫҡыс күтәрелә.


Уның ян бүлмәләре, бүлмәләр араһындағы диуарҙары, айуаны һәм яҡ-яҡтағы тәҙрәләре башҡа ҡапҡаларҙыҡына оҡшаш ине. Ҡапҡа диуарҙарының оҙонлоғо – илле терһәк, ә уларҙың араһы – егерме биш терһәк.


Әлеге ҡапҡаның айуаны тышҡы ихатаға ҡарай, яҡ-яғындағы бағаналарҙа хөрмә ағасы һүрәттәре бар, унда ла һигеҙ баҫҡыс күтәрелә.


Ҡапҡа диуарҙарындағы бүлмәләрҙең һәр береһенең буйы һәм иңе – бер таяҡ, ә бүлмәләрҙең араһы биш терһәк ине. Ҡорамға ҡараған айуандың ҡапҡа тупһаһы бер таяҡ оҙонлоғонда ине.


Диуарҙарҙағы кеүек үк, ҡорам залының ишектәре лә кирубтар һәм хөрмә ағасы һүрәттәре менән ырып биҙәлгән. Айуан алдында тышҡы яҡтан ағас рәшәткә-кәртә бар.


Айуандың ян-яҡтарында рәшәткәле тәҙрәләр яһалған, диуарҙарының һәр ике яғы хөрмә ағасы һүрәттәре менән ырып биҙәлгән, шулай ук ҡорамдың ян бүлмәләре алдында ла рәшәткә-кәртәләр бар ине.


Шунан ул эске бүлмәгә үтте, ишек янындағы бағаналарҙы үлсәне – уларҙың ҡалынлығы ике терһәк ине. Ишектең уйымы алты терһәк булып, һәр ике яғындағы диуарҙарының оҙонлоғо ете терһәк ине.


Бина бер яғы менән – эске ихатаның иңе егерме терһәк булған асыҡ урынына, икенсе яғы менән ҡорамдың тышҡы ихатаһының таш юлына ҡарап тора ине. Ул өс ҡатлы ине һәм галереялар береһе өҫтөнә береһе урынлашҡайны.


Йәрүсәлимдә Һарыҡ ҡапҡаһы янында йәһүдсә Бейт-Заҫа тип аталған бер быуа бар ине. Уның тирәләй урынлашҡан айуанда


Әле беҙгә һәммәһе лә көҙгөләге тоноҡ сағылыш кеүек күренә, ваҡыты еткәс иһә йөҙгә йөҙ күрәсәкбеҙ. Минең белемем әлегә өлөшләтә, үҙ мәлендә, Алла мине тулыһынса белгән кеүек, мин дә тулыһынса беләсәкмен.


Шунан һуң ҡараным да бихисап күп халыҡты күрҙем. Уларҙы һис кем һанап сыға алмаҫ ине. Һәр милләттән һәм ҡәбиләнән, һәр халыҡтан һәм төрлө телдәрҙә һөйләшеүселәрҙән сыҡҡан был кешеләр аҡ кейем кейеп, ҡулдарына хөрмә ботаҡтары тотоп, тәхет һәм Бәрәс алдында баҫып торалар ине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ