Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 39:4 - Изге Яҙма

4 Һин бөтә сиреүең һәм эргәңдәге күмәк халыҡтар менән бергә Исраил тауҙарында һәләк буласаҡһың. Һәр төрлө йыртҡыс ҡоштарға һәм ҡырағай януарҙарға емтек итеп бирәсәкмен һине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

4 Һин бөтә сиреүең һәм эргәңдәге күмәк халыҡтар менән бергә Исраил тауҙарында һәләк буласаҡһың. Һәр төрлө йыртҡыс ҡоштарға һәм емтек итеп бирәсәкмен һине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

4 Һин бөтә сиреүең һәм эргәңдәге күмәк халыҡтар менән бергә Исраил тауҙарында һәләк буласаҡһың. Һәр төрлө йыртҡыс ҡоштарға һәм ҡырағай януарҙарға емтек итеп бирәсәкмен һине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 39:4
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ант итеп әйтә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы: «Мин нисек ниәтләгәнмен, һис шикһеҙ шулай буласаҡ, Ҡайһылай ҡарар ҡылғанмын, мотлаҡ ғәмәлгә ашасаҡ.


Ашшурҙарҙы Үҙ еремдә тар-мар итәм, Тауҙарымда уларҙы тапап бөтөрәм. Халҡым Ашшур ҡамытынан, Яурындарындағы йөктән ҡотоласаҡ.


Уларҙың башына дүрт төрлө ҡаза ебәрәм, – тип белдерә Раббы. – Ҡырыр өсөн ҡылыс, йолҡҡослар өсөн эттәр, тамаҡлап юҡ итер өсөн күк ҡоштары һәм ҡыр йәнлектәре юллайым.


Ул көндө бөтә ер йөҙө, бер сигенән икенсе сигенә тиклем, Раббы һәләк иткән кешеләрҙең мәйете менән тулыр. Мәрхүмдәр өсөн һис кем йәш түкмәҫ, йыйып алып ерләмәҫ; улар ер өҫтөндә тиҙәк кеүек ятыр.


Һине лә, йылғаңдағы барлыҡ балыҡтарҙы ла сүлгә олаҡтырырмын. Һин асыҡ яланда ятырһың һәм һине алып ерләгән кеше булмаҫ. Мин һине, ем итеп, ҡырағай йәнлектәргә, һауалағы ҡоштарға бирәсәкмен.


Уларға әйт, Раббы Хаким былай ти: «Үҙемдең барлығым менән ант итеп әйтәм, ошо харабалар араһында йәшәүселәр ҡылыстан йығыласаҡ, асыҡ яландағыларҙы януарҙарға емтек итеп бирәсәкмен, ҡәлғәләрҙә һәм мәмерйәләрҙә йәшәгәндәр үләттән ҡырыласаҡ.


Мин тауҙарыңды үлектәр менән тултырырмын, ҡалҡыулыҡтарыңда, үҙәндәреңдә, бөтә тарлауыҡтарыңда ҡылыстан ҡырылғандар аунап ятыр.


Бөтә тауҙарымда Гогҡа ҡаршы ҡылыс ебәрәсәкмен, – тип белдерә Раббы Хаким. – Һәр кем бер-береһенә ҡаршы ҡылыс күтәрәсәк.


Һин асыҡ ҡырҙа ятып ҡаласаҡһың. Быны Мин әйттем, – тип белдерә Раббы Хаким. –


Яйҙаҡтар аттарын ҡамсылай, Ҡылыс ялтырай, һөңгө ялтылдай. Үлтерелгәндәр бихисап, Үле кәүҙәләр тау-тау өйөлгән, Аҙым һайын мәйеткә абыналар.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ