Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 38:8 - Изге Яҙма

8 Бик күп ваҡыттарҙан һуң һин саҡырылырһың. Йылдар уҙғас, һин һуғыштан арынып рәхәтлеккә сыҡҡан бер илгә һөжүм итәсәкһең. Ул илдең кешеләре, күмәк халыҡ араһынан йыйып алынып, оҙаҡ ваҡыт буш ятҡан Исраил тауҙарына кире ҡайтарылған һәм барыһы ла имен-аман тормош кисергән булыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

8 Бик күп ваҡыттан һуң һин саҡырыласаҡһың. Йылдар уҙғас, һин һуғыштан арынып рәхәтлеккә сыҡҡан бер илгә һөжүм итәсәкһең. Ул илдең кешеләре күмәк халыҡ араһынан йыйып алынып, оҙаҡ ваҡыт буш ятҡан Исраил тауҙарына кире ҡайтарылған һәм барыһы ла имен-аман тормош кисергән булыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

8 Бик күп ваҡыттарҙан һуң һин саҡырылырһың. Йылдар уҙғас, һин һуғыштан арынып рәхәтлеккә сыҡҡан бер илгә һөжүм итәсәкһең. Ул илдең кешеләре, күмәк халыҡ араһынан йыйып алынып, оҙаҡ ваҡыт буш ятҡан Исраил тауҙарына кире ҡайтарылған һәм барыһы ла имен-аман тормош кисергән булыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 38:8
32 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Яҡуп улдарын саҡырып былай тине: – Эргәмә йыйылығыҙ, киләсәктә һеҙҙе ниҙәр көткәнен һөйләйем.


Уларға табынып сәждә ҡылма, сөнки Мин Раббы, һинең Аллаң, көнсөл Алламын, бары тик Үҙемә генә тоғро булып ҡалыуҙы талап итәм. Минән йөҙ сөйөргән аталарының гонаһы өсөн балаларын өсөнсө-дүртенсе быуынға тиклем язалаясаҡмын.


Улар барыһы ла тотҡон һымаҡ Тәрән соҡорға тупланыр, зинданға бикләнер, Күп дәүерҙәр үткәндән һуң, язаланыр.


Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Күк күкрәтеп, ер тетрәтеп, гөрһөлдәтеп, Дауыл һәм ҡойон уйнатып, Ялмап йотор ялҡын менән һинең яныңа килер.


Эй халыҡтар, бергә тупланығыҙ ҙа ҡырылығыҙ! Ер йөҙөндәге бар алыҫ илдәр, ҡолаҡ һалығыҙ! Һуғышҡа әҙерләнегеҙ ҙә ҡырылырһығыҙ! Эйе, яуға әҙерләнегеҙ, әммә һәләк булырһығыҙ!


Уның дәүерендә Йәһүҙә ҡотҡарылыр, Исраил имен-аман ғүмер итер. Уны: „Раббы – беҙҙең тоғро ҡотҡарыусыбыҙ!“ – тип атарҙар».


Раббы былай ти: «Мин Яҡуптың сатырҙарын ҡабаттан ҡорормон, Уларҙың торлаҡтарына рәхим-шәфҡәт ҡылырмын; Емереклектәр өҫтөндә ҡала ҡабаттан ҡалҡыр, Һарай ҙа үҙ урынына һалыныр.


Шундай көндәр килә, – тип белдерә Раббы, – халҡым Исраил менән Йәһүҙәне тағы элекке мул, имен тормошона ирештерермен. Уларҙы ата-бабаларына Үҙем биргән ергә яңынан ҡайтарырмын, һәм уға ҡабат хужа булырҙар».


«Мин уларҙы асыулы, ярһыулы сағымда ҡаты нәфрәттә ҡыуып ебәргән барса илдәрҙән йыйып алырмын һәм, бында алып ҡайтып, имен-аманлыҡта йәшәтермен.


Сидкияһ Бабилға оҙатылыр һәм Мин уны хәстәрләгәнгә тиклем шунда ҡалыр, – тип белдерә Раббы. – Һеҙ халдейҙар менән һуғышырһығыҙ, әммә еңә алмаҫһығыҙ“».


Ул көндәрҙә Йәһүҙә ҡотҡарылыр, Йәрүсәлим имен-аман йәшәр һәм уны: «Раббы – беҙҙең тоғро Ҡотҡарыусыбыҙ!» – тип атарҙар.


Ләкин киләсәк көндәрҙә Моавҡа элекке мул, имен тормошон ҡайтарырмын», – тип белдерә Раббы. Йермеяһтың Моав тураһындағы пәйғәмбәрлек һүҙҙәре ошонда тамамлана.


Әммә киләсәк көндәрҙә Ғеламға мул, имен тормошон кире ҡайтарам», – тип белдерә Раббы.


Эй һин, Сион-ҡыҙ, енәйәтең өсөн яза тамамлана. Раббы һине бүтәнсә һөргөнгә ҡыумаҫ. Ә һине, эй Эдом-ҡыҙ, енәйәтең өсөн язалар; Гонаһтарыңды фаш итер.


Мин уларға ерәнеп ҡараған барлыҡ халыҡтарҙы хөкөм иткәндән һуң, унда хәүефһеҙ йәшәрҙәр, йорттар төҙөрҙәр, йөҙөм баҡсалары үҫтерерҙәр – имен-аман ғүмер итерҙәр. Шунда улар Минең Раббы, уларҙың Аллаһы икәнемде беләсәктәр».


Уларҙы халыҡтар араһынан сығарырмын, илдәрҙән йыйып алырмын, үҙҙәренең йорттарына кире ҡайтарырмын. Уларҙы Исраил тауҙарында, тарлауыҡтарҙа, илдең бөтә төйәктәрендә көтөрмөн.


Шуға күрә, эй әҙәм улы, пәйғәмбәрлек итеп, Гогҡа әйт, Раббы Хаким былай ти: «Минең халҡым Исраил хәүеф-хәтәрһеҙ йәшәгән көндө һин был турала беләсәкһең.


Ерҙе ҡаплаған болот кеүек халҡым, Исраилдың өҫтөнә ябырылырһың. Эй Гог, киләсәк көндәрҙә һине Үҙ илемә килтерәсәкмен. Ҡәүемдәрҙең күҙ алдында һинең аша Үҙемдең мөҡәддәслегемде күрһәтеп, Үҙемде танытасаҡмын Мин».


Үҙ ерҙәрендә имен-аман йәшәгәндә, уларҙы ҡурҡытҡан һис кем булмағанда үҙҙәренең хурлығын, Миңә ҡарата тоғро булмағандарын оноторҙар.


Сөнки һиңә күренгәндәр тәғәйен ваҡытҡа ҡарай, Ахыр хаҡында һөйләй, алдамай, Ҡапыл ғәмәлгә ашмаһа ла, үтәлеүен көт, Сөнки мотлаҡ тормошҡа ашасаҡ.


Бына үҙ яғыма ҡайтып китергә торам, кил, был халыҡтың һуңынан һинең халҡың менән ни ҡылырын һөйләп китәйем, – тине.


Башығыҙға ҡайғы килгәс, ошо һәләкәттәр ябырылғас, Аллағыҙ Раббыға ҡайтырһығыҙ һәм Уның һүҙенә ҡолаҡ һалырһығыҙ.


Әммә һеҙ – ҡараңғылыҡтан Үҙенең ғәжәйеп яҡтылығына Саҡырыусының бөйөк эштәрен иғлан итеү өсөн һайланған нәҫел, батша ҡаһиндары, мөҡәддәс халыҡ, Алланың Үҙ халҡы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ