Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 38:23 - Изге Яҙма

23 Үҙемдең бөйөклөгөмдө һәм мөҡәддәслегемде күрһәтермен, бик күп ҡәүемдәрҙең күҙ алдында Үҙемде танытырмын. Шунда Минең Раббы икәнемде белерҙәр».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

23 Үҙемдең бөйөклөгөмдө һәм мөҡәддәслегемде күрһәтәсәкмен, бик күп ҡәүемдәрҙең күҙ алдында Үҙемде танытасаҡмын. Шунда Минең Раббы икәнемде белерҙәр».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

23 Үҙемдең бөйөклөгөмдө һәм мөҡәддәслегемде күрһәтермен, бик күп ҡәүемдәрҙең күҙ алдында Үҙемде танытырмын. Шунда Минең Раббы икәнемде белерҙәр».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 38:23
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ҡәүемдәр үҙҙәре ҡаҙған соҡорға ҡоланы, Ҡорған ауҙары аяҡтарын сорнаны.


Мин фирғәүенде тағы тиҫкәреләндерермен дә ул артығыҙҙан ҡыуа сығыр. Ул сағында Мин фирғәүенде һәм уның бөтә ғәскәрен еңеп шөһрәтемде күрһәтермен! Бөтә мысырҙар Минең Раббы икәнемде белер! Исраилдар шулай эшләне.


Шуға ҡеүәтле халыҡтар Һине данлар, Аяуһыҙ ҡәүемдәрҙең ҡалалары ҡурҡып торор.


Халыҡтар араһынан сығарып, таралған илдәрегеҙҙән йыйып алғас, һеҙҙе хуш еҫ ҡорбанылай ҡабул итәсәкмен. Ҡәүемдәрҙең күҙе алдында арағыҙҙа Үҙемдең изгелегемде күрһәтәсәкмен.


Ата-бабаларығыҙға ант итеп вәғәҙә биргән Исраил еренә һеҙҙе алып ингәнемдә Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ.


Әйт, Раббы Хаким былай ти: «Мин һиңә, эй Сидон, ҡаршы сығам! Һинең эсеңдә дан ҡаҙанасаҡмын: Һиндә йәшәгәндәрҙе язалағас, Үҙемдең мөҡәддәслегемде танытҡас, Раббы икәнемде беләсәктәр.


Раббы Хаким былай ти: «Халыҡтар араһына һибеп таратҡан Исраил халҡын йыйып алып, ҡәүемдәрҙең күҙ алдында Үҙемдең мөҡәддәслегемде танытҡас, улар Мин ҡолом Яҡупҡа биргән ерҙәрендә йәшәйәсәк.


Һеҙ ҡәүемдәр араһында хурлаған бөйөк исемемдең мөҡәддәс икәнлеген күрһәтермен. Ҡәүемдәрҙең күҙ алдында һеҙҙең аша изгелегемде ғәмәл ҡылғас, улар Минең Раббы икәнемде белер, – тип белдерә Раббы Хаким. –


Изге торлағым мәңгелеккә улар араһына урынлашҡас, ҡәүемдәр Исраилды изге ҡылыусының Мин, Раббы, икәнен белер».


Мин һеҙгә һеңер тартырмын, ит ҡундырырмын, тире менән ҡаплармын. Эсегеҙгә һулыш индерермен, һәм һеҙ йәнләнерһегеҙ. Шунда Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ“».


Ерҙе ҡаплаған болот кеүек халҡым, Исраилдың өҫтөнә ябырылырһың. Эй Гог, киләсәк көндәрҙә һине Үҙ илемә килтерәсәкмен. Ҡәүемдәрҙең күҙ алдында һинең аша Үҙемдең мөҡәддәслегемде күрһәтеп, Үҙемде танытасаҡмын Мин».


Мәйеттәрҙе ерләүҙә бөтә ил халҡы ҡатнашыр һәм Мин шөһрәтемде танытҡан ошо көндә улар юғары абруйға ирешер, – тип белдерә Раббы Хаким. –


Мин Үҙемдең шөһрәтемде ҡәүемдәр араһында танытасаҡмын. Барса ҡәүемдәр Мин ҡылған хөкөмдө һәм өҫтәренә һуҙған ҡулымды күрәсәк.


Уларҙы ҡәүемдәр араһынан кире ҡайтарып, дошмандарының еренән йыйып алған ваҡытымда, күмәк ҡәүемдәр алдында улар аша Үҙемдең изгелегемде күрһәтермен.


Халҡым Исраил араһында изге исемемде танытасаҡмын. Бынан ары изге исемемде хурларға бирмәйәсәкмен. Шунда ҡәүемдәр Минең Раббы, Исраилдың Изгеһе булғанымды беләсәктәр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ