Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 38:16 - Изге Яҙма

16 Ерҙе ҡаплаған болот кеүек халҡым, Исраилдың өҫтөнә ябырылырһың. Эй Гог, киләсәк көндәрҙә һине Үҙ илемә килтерәсәкмен. Ҡәүемдәрҙең күҙ алдында һинең аша Үҙемдең мөҡәддәслегемде күрһәтеп, Үҙемде танытасаҡмын Мин».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

16 Ерҙе ҡаплаған болот кеүек халҡым Исраилдың өҫтөнә ябырыласаҡһың. Эй Гог, киләсәк көндәрҙә һине Үҙ илемә килтерәсәкмен. Ҡәүемдәрҙең күҙ алдында һинең аша Үҙемдең мөҡәддәслегемде күрһәтеп, Үҙемде танытамын Мин».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

16 Ерҙе ҡаплаған болот кеүек халҡым, Исраилдың өҫтөнә ябырылырһың. Эй Гог, киләсәк көндәрҙә һине Үҙ илемә килтерәсәкмен. Ҡәүемдәрҙең күҙ алдында һинең аша Үҙемдең мөҡәддәслегемде күрһәтеп, Үҙемде танытасаҡмын Мин».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 38:16
32 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Йә Раббы Аллабыҙ, инде беҙҙе Санхеривтың ҡулынан ҡотҡарһана, бөтә донъя батшалыҡтары Һинең, йә Раббым, берҙән-бер Алла булғаныңды белһен.


Фирғәүенде, уның яу арбаларын һәм атлыларын еңеп, шөһрәтемде күрһәткәс, мысырҙар белер: Мин – Раббы.


Мин фирғәүенде тағы тиҫкәреләндерермен дә ул артығыҙҙан ҡыуа сығыр. Ул сағында Мин фирғәүенде һәм уның бөтә ғәскәрен еңеп шөһрәтемде күрһәтермен! Бөтә мысырҙар Минең Раббы икәнемде белер! Исраилдар шулай эшләне.


Ахырҙа шундай көндәр килер: Раббының йорто торған тау Бөтә тауҙарға баш булыр, Түбәләрҙән юғарыраҡ ҡалҡып торор, Бөтә ҡәүемдәр уға ағылыр.


Үҙ янында балаларын – Минең ижад емешемде күргәс, Исемемде изге тип хөрмәтләр, Эйе, Яҡуп Изгеһенең изгелеген таныр, Исраилдың Аллаһы алдында ҡалтырап торор.


Ә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Ғәҙеллеге менән ҙурланыр, Мөҡәддәс Алла хаҡ хөкөмө менән Үҙенең изгелеген күрһәтер.


Күк ғәскәрҙәре Раббыһын – Уны мөҡәддәс һанағыҙ. Унан ғына ҡурҡығыҙ, Тик Унан дәһшәтләнегеҙ.


Халыҡтар араһынан сығарып, таралған илдәрегеҙҙән йыйып алғас, һеҙҙе хуш еҫ ҡорбанылай ҡабул итәсәкмен. Ҡәүемдәрҙең күҙе алдында арағыҙҙа Үҙемдең изгелегемде күрһәтәсәкмен.


Әйт, Раббы Хаким былай ти: «Мин һиңә, эй Сидон, ҡаршы сығам! Һинең эсеңдә дан ҡаҙанасаҡмын: Һиндә йәшәгәндәрҙе язалағас, Үҙемдең мөҡәддәслегемде танытҡас, Раббы икәнемде беләсәктәр.


Һеҙ ҡәүемдәр араһында хурлаған бөйөк исемемдең мөҡәддәс икәнлеген күрһәтермен. Ҡәүемдәрҙең күҙ алдында һеҙҙең аша изгелегемде ғәмәл ҡылғас, улар Минең Раббы икәнемде белер, – тип белдерә Раббы Хаким. –


Үҙемдең бөйөклөгөмдө һәм мөҡәддәслегемде күрһәтермен, бик күп ҡәүемдәрҙең күҙ алдында Үҙемде танытырмын. Шунда Минең Раббы икәнемде белерҙәр».


Мин Үҙемдең шөһрәтемде ҡәүемдәр араһында танытасаҡмын. Барса ҡәүемдәр Мин ҡылған хөкөмдө һәм өҫтәренә һуҙған ҡулымды күрәсәк.


Уларҙы ҡәүемдәр араһынан кире ҡайтарып, дошмандарының еренән йыйып алған ваҡытымда, күмәк ҡәүемдәр алдында улар аша Үҙемдең изгелегемде күрһәтермен.


Халҡым Исраил араһында изге исемемде танытасаҡмын. Бынан ары изге исемемде хурларға бирмәйәсәкмен. Шунда ҡәүемдәр Минең Раббы, Исраилдың Изгеһе булғанымды беләсәктәр.


Мин һиңә ахыр көндәрҙә халҡың менән ни булырын аңлатыр өсөн килдем, сөнки был күренмеш – ана шул көндәр тураһында.


Әммә күктәрҙә серҙәрҙе асыусы Алла бар, һәм ахыр заманаларҙа нимә буласағын Навуходоносор батшаға Ул белдергән. Түшәгеңдә йоҡлап ятҡанда, һиңә түбәндәге төш һәм күренмештәр иңгән.


Шунан Исраил халҡы боролоп үҙҙәренең Аллаһы Раббыны, батшалары Дауытты эҙләйәсәк, Раббы һәм уның игелектәре алдында тетрәнеп, киләсәктә Уға әйләнеп ҡайтасаҡ.


Эй эргә-тирәләге ҡәүемдәр, Тиҙерәк килеп бер урынға тупланығыҙ“». Йә Раббы, батырҙарыңды шунда ебәр.


Муса Һарунға: – Раббының: «Миңә яҡындар аша мөҡәддәслегемде күрһәтермен, Бөтөн халыҡ алдында дан ҡаҙанырмын», – тип әйткәне ошолор, – тине. Һарун өндәшмәне.


Ахырҙа шундай көндәр килер: Раббының йорто торған тау Бөтә тауҙарға баш булыр, Түбәләрҙән юғарыраҡ ҡалҡып торор, Халыҡтар уға ағылыр.


Сөнки мин үлгәндән һуң аҙырығыҙҙы, һеҙгә бойорған юлдан тайпылырығыҙҙы беләм. Ваҡыт үтеү менән, һеҙҙе бәләләр ҡыуып етер, сөнки, Раббы алдында яманлыҡ ҡылып, Уны үҙегеҙҙең эштәрегеҙ менән асыуландырасаҡһығыҙ.


Ахыры заманда ҡайһы берәүҙәр, алдаҡсы рухтарға һәм ен өйрәтеүҙәренә ҡолаҡ һалып, имандан кире сигенәсәктәр, Изге Рух быны асыҡ әйтә.


Һин шуны бел: ахырызаман килгәндә ауыр ваҡыттар етер.


Мин уларҙың ер киңлегенә сыҡҡанын һәм изге кешеләр йәшәгән туплам менән яратҡан ҡаланы ҡамап алғанын күрҙем. Әммә күктән ут ҡабынып, уларҙы яндырып бөтөрҙө.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ