Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 37:4 - Изге Яҙма

4 Шунан Ул миңә: – Был һөйәктәргә пәйғәмбәрлек ит, – тине. – Әйт уларға: «Эй ҡоро һөйәктәр, Раббы һүҙен тыңлағыҙ!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

4 Шунан Ул миңә: – Был һөйәктәргә пәйғәмбәрлек ит, – тине. – Әйт уларға: «Эй ҡоро һөйәктәр, Раббы һүҙен тыңлағыҙ!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

4 Шунан Ул миңә: – Был һөйәктәргә пәйғәмбәрлек ит, – тине. – Әйт уларға: «Эй ҡоро һөйәктәр, Раббы һүҙен тыңлағыҙ!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 37:4
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ул Раббы бойороғо буйынса ҡорбан усағына: – Эй усаҡ, усаҡ! Раббы былай ти: «Дауыт нәҫелендә Йошияһ исемле бер ир бала тыуыр. Ул әле һиндә хуш еҫ төтәткән, табыныу ҡалҡыулыҡтарында хеҙмәт иткән ҡаһиндарҙың үҙҙәрен һинең өҫтөңдә ҡорбанға килтерер һәм һиндә кеше һөйәктәре яндырылыр», – тип белдерҙе.


Мине ит һәм тире менән кейендерҙең, Һеңер, һөйәктәр менән беркеттең.


Әммә Һинең үлгәндәрең тереләсәк, Минең мәрхүмдәрем тороп аяҡҡа баҫасаҡ. Эй һеҙ, тупраҡ аҫтында ятҡандар, уянығыҙ, Ҡыуанышып йырлағыҙ! Һинең ысығың – яҡтылыҡ биреүсе ысыҡ! Ер үлеләрҙе кире ҡайтарасаҡ.


«Һаңғырауҙар, ишетегеҙ! Эй һуҡырҙар, ҡарағыҙ, күрегеҙ!


Эй ил, ил, Раббы һүҙен тыңла, эй ил!


– Эй әҙәм улы, Исраил тауҙарына пәйғәмбәрлек ит, әйт уларға: «Эй Исраил тауҙары, Раббы һүҙен тыңлағыҙ!


Шунда Ул миңә былай тине: – Эй әҙәм улы, бөтә Исраил халҡы – ошо һөйәктәр ул. Ҡара, улар: «Һөйәктәребеҙ кибеп бөттө, өмөтөбөҙ үлде, киләсәгебеҙ юҡ», – тиҙәр.


Шуға күрә пәйғәмбәрлек итеп әйт, Раббы Хаким былай ти: «Эй халҡым Минең, ҡәберҙәрегеҙҙе асып, һеҙҙе унан сығарырмын һәм Исраил еренә кире ҡайтарырмын.


Шунда Ул миңә былай тине: – Эй әҙәм улы, һулышҡа өндәш, пәйғәмбәрлек итеп әйт, Раббы Хаким былай ти: «Эй һулыш, дүрт тарафтан ел менән кил! Был үлтерелгән әҙәмдәргә өр ҙә, улар терелер!»


Тауҙар һәм ерҙең ҡаҡшамаҫ нигеҙҙәре, Ишетегеҙ Раббының дәғүәһен. Раббы Үҙ халҡын хөкөмгә саҡыра, Исраил менән дәғүәләшә.


– Таяғыңды ал да Һарун ағайың менән бөтә йәмғиәтте йыйығыҙ. Халыҡтың күҙе алдында ҡаяға өндәшегеҙ, ҡая һеҙгә һыу бирер. Шулай итеп, ҡаянан һыу сығарып, халыҡҡа ла, мал-тыуарға ла һыу эсерерһең.


– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: әгәр ҙә икеләнмәй ышанһағыҙ, һеҙ Мин инжир ағасы менән ҡылғанды ғына эшләп ҡалмаҫһығыҙ, хатта бынау тауға: «Күтәрелеп, диңгеҙгә ташлан!» – тип әйтһәгеҙ, шулай булыр.


– Ул нимә әйтһә, шуны эшләгеҙ, – тине әсәһе хеҙмәтселәргә.


Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Алла Улының тауышын ишеткәс, үлеләр тереләсәк ваҡыт етеп килә һәм ул килеп етте лә инде!


Унан һуң миңә: – Һин тағы күп халыҡтар, милләттәр, телдәр һәм батшалар тураһында пәйғәмбәрлек итергә тейешһең, – тинеләр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ