Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 37:1 - Изге Яҙма

1 Раббының ҡулы өҫтөмдә ине. Раббы Рухы мине тышҡа алып сыҡты ла һөйәк тулы бер үҙән уртаһына килтереп баҫтырҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

1 Раббының ҡулы өҫтөмдә ине. Раббы Рухы мине тышҡа алып сыҡты ла һөйәктәр тулы бер үҙән уртаһына килтереп баҫтырҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

1 Раббының ҡулы өҫтөмдә ине. Раббы Рухы мине тышҡа алып сыҡты ла һөйәк тулы бер үҙән уртаһына килтереп баҫтырҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 37:1
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Эргәңдән китеүем булыр, Раббы Рухы һине әллә ҡайҙарға алып китер. Ахавҡа барып әйтермен, ә ул килер ҙә, һине бында тапмаһа, мине үлтерер. Мин ҡолоң йәш сағымдан алып Алланан ҡурҡҡан бәндәмен.


– Беҙ фәҡирҙәрең араһында бик көслө илле кеше бар, – тине улар. – Хакимыңды эҙләп килергә рөхсәт итһәң ине. Бәлки, Раббы Рухы уны берәй тауға йәки үҙән буйына алып барып ҡалдырғандыр. – Юҡ, йөрөмәһендәр, – тип яуапланы Ильясиғин.


Әммә Һинең үлгәндәрең тереләсәк, Минең мәрхүмдәрем тороп аяҡҡа баҫасаҡ. Эй һеҙ, тупраҡ аҫтында ятҡандар, уянығыҙ, Ҡыуанышып йырлағыҙ! Һинең ысығың – яҡтылыҡ биреүсе ысыҡ! Ер үлеләрҙе кире ҡайтарасаҡ.


– Раббы йортоноң ҡапҡаһы янына баҫ та кешеләргә бына ошо һүҙҙәрҙе еткер: «Раббыға ғибәҙәт ҡылыр өсөн был ҡапҡанан ингән барлыҡ Йәһүҙә кешеләре, Раббы һүҙен тыңлағыҙ!


Шундай көндәр килә, – тип белдерә Раббы, – был урынды Төфәҫ тип тә, Бен-Һинном үҙәне тип тә түгел, Һуйыш үҙәне тип атарҙар. Унда үлеләрҙе урын ҡалмағанға тиклем күмәсәктәр.


Уларҙың һөйәктәре үҙҙәре яратҡан, хеҙмәт иткән һәм арттарынан эйәргән, кәңәш һораған, алдарында сәждә ҡылған ҡояштың, айҙың, башҡа күк есемдәренең аҫтында туҙрап ятыр. Ул һөйәктәрҙе бер кем дә йыйып алып ерләмәҫ, тупраҡ өҫтөндә тиреҫ булып ята бирерҙәр.


Халдей илендә, Кевар йылғаһы буйында Бузи улы Зөлкифел ҡаһинға Раббы һүҙе булды. Раббының ҡулы уның өҫтөндә ине.


Алланың Рухынан килгән күренмештә рух мине күтәреп алды ла халдейҙар еренә, һөргөндәгеләр янына, алып килде. Шунан мин күргән күренмеш юҡҡа сыҡты.


Рух мине күтәрҙе лә алып китте. Раббының көслө ҡулы өҫтөмдә булған хәлдә әсенеш һәм асыу менән киттем.


Унда Раббының ҡулы өҫтөмдә ине. Ул миңә: – Тор, үҙәнгә бар. Мин һинең менән унда һөйләшермен, – тине.


Бынан бер көн элек, кискеһен, ул ҡасҡын яныма килгәнгә тиклем, Раббының ҡулы өҫтөмдә ине. Иртәнсәк ул кеше яныма килмәҫтән алда Раббы телемде асты. Телем асылды, инде телһеҙ түгел инем.


Ул мине һөйәктәр тирәһендә йөрөтә башланы – был үҙәндә улар бик күп ине һәм барыһы ла кибеп бөткәйне.


Һөргөнөбөҙҙөң егерме бишенсе йылында, йыл башында, айҙың унынсы көнөндә, ҡаланың тар-мар ителеүенең ун дүртенсе йылында, тап шул көндө, Раббының ҡулы өҫтөмдә ине. Ул мине Исраилға алып китте.


Рух мине, аяҡҡа баҫтырып, эске ихатаға алып керҙе. Бына Раббының шөһрәте ҡорамды тултырҙы.


Был хәл һөргөндә йәшәүебеҙҙең алтынсы йылында, алтынсы айҙың бишенсе көнөндә булды. Өйөмдә ултыра инем. Йәһүҙә аҡһаҡалдары ла минең янда ине. Шул саҡ миңә Раббы Хакимдың ҡулы ҡағылды.


Ул, ҡулға оҡшаған бер нәмә һуҙып, башымдағы сәсемдән эләктереп алды. Рух мине ер менән күк араһына күтәрҙе лә Алланан иңгән күренмештә Йәрүсәлимгә, ҡорамдың эске ихатаһының төньяҡҡа ҡараған ҡапҡаһы төбөнә алып барҙы. Унда Алланың сикһеҙ ярһыуын ҡуҙғатҡан бот тора ине.


Изге Рух менән һуғарылған Ғайса Иордан йылғаһы буйынан ҡайтҡас, Рух Уны сүлгә алып китте.


Улар һыуҙан сыҡҡас, Раббы Рухы Филиппусты алып китте, хәбәши уны бүтәнсә күрмәне, шатланып юлын дауам итте.


Раббы көнөндә мине Изге Рух солғап алды һәм артымда борғо эсенән сыҡҡандай көслө тауыш ишеттем.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ