Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 34:4 - Изге Яҙма

4 Хәлһеҙҙәренә көс бирмәйһегеҙ, сирлеләрен дауаламайһығыҙ, йәрәхәтлеләренең яраһын бәйләмәйһегеҙ. Аҙашҡанын тапмайһығыҙ, юғалғанын эҙләмәйһегеҙ. Киреһенсә, уларға көс һәм аяуһыҙлыҡ менән идара итәһегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

4 Хәлһеҙҙәренә көс бирмәйһегеҙ, сирлеләрен дауаламайһығыҙ, йәрәхәтлеләренең яраһын бәйләмәйһегеҙ. Аҙашҡанын тапмайһығыҙ, юғалғанын эҙләмәйһегеҙ. Киреһенсә, уларға көс һәм аяуһыҙлыҡ менән идара итәһегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

4 Хәлһеҙҙәренә көс бирмәйһегеҙ, сирлеләрен дауаламайһығыҙ, йәрәхәтлеләренең яраһын бәйләмәйһегеҙ. Аҙашҡанын тапмайһығыҙ, юғалғанын эҙләмәйһегеҙ. Киреһенсә, уларға көс һәм аяуһыҙлыҡ менән идара итәһегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 34:4
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һеҙ ни өсөн тағы туҡмалаһығыҙ һуң? Ниңә фетнәгеҙҙе һаман дауам итәһегеҙ? Башығыҙ тулы яра, Йөрәгегеҙ хәлһеҙләнгән.


Шул саҡ ул кеше былай тип ҡысҡырыр: «Мин һеҙгә шифа бирә алмайым! Өйөмдә ашарға ла, кейергә лә юҡ. Мине халыҡҡа башлыҡ итеп ҡуймағыҙ!»


Исраилдың ҡарауылсылары һуҡыр, Барыһы ла белекһеҙ. Улар һәммәһе – өрә белмәгән телһеҙ эт, Яталар ҙа серемгә китәләр, Йоҡларға бик яраталар!


«Кем йортон хәрәм юл менән төҙөгән, Өҫкө бүлмәләрен ғәҙелһеҙлек менән һалған, Яҡындарын бушлай эшләткән, Хеҙмәт хаҡын түләмәгән, Шул әҙәмдең башына ҡайғы!


Нимә, Ғилғәдтә бәлзәм юҡмы ни? Әллә унда табип юҡмы? Улай булғас, ниңә бисара халҡым шифа тапмай?


Был бала йәш арыҫландар араһында йөрөнө, Ул да йәш арыҫлан булды. Табышын йыртҡысларға өйрәнде – Кешеләр ашаны.


Уларҙың ҡәлғәләрен емерҙе, Ҡалаларын харабаға әйләндерҙе; Илдә йәшәгән барыһы Уның ырылдауынан ҡурҡыуға төштө.


Уны, ырғаҡ менән эләктереп, Ситлеккә ултырттылар, Бабил батшаһына килтерҙеләр; Тауышы Исраил тауҙарында Башҡаса ишетелмәһен тип, Уны бик аҫтында тоттолар.


Юғалғанын табырмын, аҙашҡанын ҡайтарырмын, яралыһының йәрәхәтен бәйләрмен, хәлһеҙенә көс бирермен. Әммә һимереп шашҡандарын юҡ итәсәкмен. Мин ҡуйҙарымды ғәҙел көтәсәкмен».


Был кешеләргә аяуһыҙ хужа булма. Аллаңдан ҡурҡ.


Бының урынына Исраил халҡының аҙашҡан һарыҡтарына барығыҙ.


Йөҙөм үҫтереүселәр уның хеҙмәтселәрен тотоп, ҡайһыһын туҡмап, ҡайһыһын үлтереп, ҡайһыларын таш менән бәргесләгәндәр.


башҡа хеҙмәтселәрҙе туҡмарға тотонһа һәм эскеселәр менән ашап-эсеп йөрөһә,


Ғайса, күмәк халыҡты күреп, уларҙы бик йәлләне, сөнки улар көтөүсеһеҙ ҡалған һарыҡтар һымаҡ йонсоу һәм ярҙамға мохтаж ине.


Был иһә иманығыҙ өҫтөнән хакимлыҡ итәбеҙ тигән һүҙ түгел, киреһенсә, беҙ, шатланыуығыҙҙы теләп, һеҙҙең менән бергә хеҙмәт итәбеҙ: сөнки һеҙ иманығыҙҙа ныҡ тораһығыҙ.


Шуға күрә хәлһеҙләнгән ҡулдарығыҙҙы һәм көсһөҙләнгән тубыҡтарығыҙҙы нығытығыҙ


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ