Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 32:2 - Изге Яҙма

2 – Эй әҙәм улы, Мысыр батшаһы фирғәүен тураһында һыҡтау йыры йырла, әйт уға: «Һин халыҡтар араһында – гүйә йәш арыҫлан; Һин диңгеҙҙәге аждаһа кеүекһең: Йылғаларыңды күбекләндерәһең, Аяҡтарың менән һыуҙы болғандырып, Йылғаларҙы бысратаһың.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

2 – Эй әҙәм улы, Мысыр батшаһы фирғәүен тураһында һыҡтау йыры йырла, әйт уға: «Һин халыҡтар араһында, гүйә, йәш арыҫлан; Һин диңгеҙҙәге аждаһа кеүекһең: Йылғаларыңды күбекләндерәһең, Аяҡтарың менән һыуҙы болғандырып, Йылғаларҙы бысратаһың.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

2 – Эй әҙәм улы, Мысыр батшаһы фирғәүен тураһында һыҡтау йыры йырла, әйт уға: «Һин халыҡтар араһында – гүйә йәш арыҫлан; Һин диңгеҙҙәге аждаһа кеүекһең: Йылғаларыңды күбекләндерәһең, Аяҡтарың менән һыуҙы болғандырып, Йылғаларҙы бысратаһың.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 32:2
27 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Табышы өҫтөндә дәһшәтле ҡалҡынған Йәш арыҫлан һин, Йәһүҙә. Гүйә ул арыҫлан – ырғыр алдынан ергә һырыҡҡан – Ошо хәлендә кем бар уны борсорға баҙнат иткән?


Даръяны ҡаҙан кеүек ҡайнатыр; Диңгеҙҙе ҡайнаған еҫле майҙай болғатыр.


Мин диңгеҙме, әллә диңгеҙ ғифритеме, Ни өсөн Һин миңә ҡарауылсы ҡуйҙың?


Залим алдында ебеп төшкән тәҡүә кеше бысраҡ шишмә, буръяҡ ҡоҙоҡ төҫлө.


Яуыз хаким ярлы халыҡҡа гүйә ырылдаған арыҫлан, үкергән айыу.


ул да булһа, йәнлектәр араһында иң көслө арыҫлан, һис берәүгә юл бирмәҫ ул,


Ул көн Раббы Ливъяҫанды, ҡасып барған йыланды, Ливъяҫанды, борғолана-борғолана шыуышҡан йыланды, Үҙенең аяуһыҙ, бөйөк һәм ҡеүәтле ҡылысы менән язалаясаҡ; Диңгеҙҙәге аждаһаны үлтерәсәк.


Ҡалҡ, ҡалҡ, көскә тейен, эй Раббының ҡулы! Боронғо ваҡытта, элекке замандарҙағылай күтәрел! Раһавты һин киҫәк-киҫәк тураҡламаныңмы? Аждаһаны сәнскән Һин түгелме?


Ана, шырлыҡтан сыҡҡан арыҫлан һымаҡ Халыҡтарҙы һәләк итеүсе юлға сыҡты. Ереңде бушлыҡҡа әйләндерер өсөн Ятҡан урынынан ҡуҙғалды ул. Ҡалаларың емерелер, кешеһеҙ ҡалыр.


Кем ул Нил йылғаһы һымаҡ ҡалҡҡан, Һыуҙары ташҡын һымаҡ сайҡалған?


Мысырҙыр Нил кеүек ташҡан, Һыуҙары ташҡын һымаҡ сайҡалған, „Ташам да ер йөҙөн баҫам, Ҡалаларҙы, халыҡтарҙы һәләк итәм“, – тип ҡырсына.


«Тиҙерәк килеп, беҙҙең өсөн һыҡтаһындар, Күҙҙәребеҙ йәш түкһен, Керпегебеҙҙән һыуҙар ағылһын», – ти халыҡ.


Улар һинең хаҡта һыҡтау йырын көйләр: „Эй даның таралған, диңгеҙселәр төйәкләнгән ҡала, Һин һәләк булдың! Һин һәм һиндә йәшәүселәр Диңгеҙҙә иң ҡөҙрәтле инегеҙ, Бар халыҡты дәһшәткә һалдығыҙ.


– Инде һин, эй әҙәм улы, Тир ҡалаһы тураһында һыҡтау йыры йырла.


Улар иңрәп һинең өсөн илар, Ҡайғырышып һыҡтау йыры һуҙыр: „Диңгеҙ уртаһында емерелгән Тир ҡалаһы кеүек тағы бармы?“


– Эй әҙәм улы, Тир батшаһы тураһында һыҡтау йыры йырла. Әйт уға, Раббы Хаким былай ти: «Һин камиллыҡтың мөһөрө, Аҡылдың бөтөнлөгө, Гүзәллектең тажы инең.


Ул бөтә батшалыҡтарҙан да көсһөҙөрәк булыр һәм бүтән бер ҡасан да башҡа ҡәүемдәрҙән өҫтөн була алмаҫ. Башҡа халыҡтар өҫтөнән хакимлыҡ итмәһендәр өсөн Мин уларҙы шулай зәғифләндерермен.


Уларға һөйлә, әйт, Раббы Хаким былай ти: «Эй йылға-ҡултыҡтарың эсендә ятҡан олоғара аждаһа, Мысыр батшаһы фирғәүен, Мин һиңә ҡаршымын. Һин: „Нил йылғаһы минеке, уны үҙем өсөн яһаным“, – тип әйтәһең.


Мысыр өсөн йырланасаҡ һыҡтау йыры ошо. Ҡәүемдәрҙең ҡыҙҙары йырлаясаҡ уны. Мысыр һәм уның өйөр-өйөр халҡы хаҡында йырланасаҡ ул“», – тип белдерә Раббы Хаким.


– Эй әҙәм улы, Мысырҙың өйөр-өйөр халҡы өсөн ҡайғырып ила. Уны һәм ҡеүәтле ҡәүемдәрҙең ҡыҙҙарын үлем соҡорона төшкәндәр менән бергә түбәнге донъяға оҙат.


Яҡшы көтөүлектә утлауығыҙ аҙмы ни һеҙгә? Утлауығыҙҙың ҡалғанын тояҡтарығыҙ менән тапап йөрөйһөгөҙ. Таҙа һыуҙы эсәһегеҙ, ә ҡалғанын тояҡтарығыҙ менән болғандыраһығыҙ. –


Шева һәм Дедан, Таршиш сауҙагәрҙәре һәм барлыҡ бай, һүҙе үтә торған кешеләре һинән: „Талар өсөн килдеңме? Яумал тупламаҡ, алтын-көмөш йыймаҡ, мал-мөлкәт тартып алмаҡ, мул табыш ҡулға төшөрмәк булып, был сиреүҙе йыйҙыңмы?“ – тип һораясаҡ».


Ата арыҫландай ятыр, инә арыҫландай – Уны ҡалҡытырға кем һуң баҙнат итер? Һине фатихалаусы булыр фатихалы, Һине ҡарғаусы – ҡарғалһын!“»


Шуға күрә был һүҙҙәремде ишетеп, уларҙы үтәгән һәр кем үҙенең йортон таш өҫтөндә төҙөгән аҡыллы кешегә оҡшар.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ