Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 3:18 - Изге Яҙма

18 Мин яуыз кешегә: «Һин мотлаҡ үләсәкһең!» – тип әйтһәм, ә һин уны киҫәтмәһәң, ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн уны яман юлын ташларға өндәмәһәң, был яуыз кеше үҙ енәйәте арҡаһында үләсәк. Әммә уның ҡаны өсөн яуаплылыҡты Мин һинең өҫтөңә һаласаҡмын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

18 Мин яуыз кешегә: «Һин мотлаҡ үләсәкһең!» – тип әйтһәм, һин иһә уны киҫәтмәһәң, ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн уны яман юлын ташларға өндәмәһәң, был яуыз кеше үҙ енәйәте арҡаһында үләсәк. Әммә уның ҡаны өсөн яуаплылыҡты Мин һинең өҫтөңә һаласаҡмын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

18 Мин яуыз кешегә: «Һин мотлаҡ үләсәкһең!» – тип әйтһәм, ә һин уны киҫәтмәһәң, ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн уны яман юлын ташларға өндәмәһәң, был яуыз кеше үҙ енәйәте арҡаһында үләсәк. Әммә уның ҡаны өсөн яуаплылыҡты Мин һинең өҫтөңә һаласаҡмын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 3:18
31 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

тик яҡшылыҡ менән яуызлыҡты танып-белеү ағасының емешен ашама, – тип бойорҙо, – сөнки уның емешен ашаған көндө мотлаҡ үләсәкһең.


Рәүвән былай тине: – Малайға золом ҡылмағыҙ, тип әйтмәнемме ни мин һеҙгә? Тыңламанығыҙ. Хәҙер уның ҡаны өсөн яуап тотабыҙ.


хәҙер һеҙҙән – бер ғәйепһеҙ кешене өйөнә инеп, түшәгендә үлтереп сыҡҡан йүнһеҙ бәндәләрҙән – уның ҡаны өсөн ҡон ҡайтармам, ер йөҙөнән юҡ итмәм, тип уйлайһығыҙмы?


Шуға күрә лә Раббы батшағыҙға: „Ятҡан түшәгеңдән тора алмаҫһың, мотлаҡ үләсәкһең“, – тип белдерә». Ильяс Раббы ҡушҡанды эшләне.


Яуыздың яманлығы үҙ башына төшөр, яҡшы кеше үлем сигендә лә ышыҡ табыр.


Яуыз әҙәмдәрҙең башына ҡайғы! Улар бәхетһеҙ. Ҡылғандарының ҡоһорон күрерҙәр.


Килем алыр өсөн үтескә аҡса бирһә, Уны арттырып алһа, Бындай кеше тере ҡалырмы? Юҡ, ул тере ҡала алмай! Бөтә был әшәкелектәрҙе ҡылған өсөн Ул һис шикһеҙ үлтерелер. Үлемендә үҙе ғәйепле булыр.


Гонаһ ҡылған кеше үләсәк. Улы атаһының ғәйебен үҙ өҫтөнә алмаҫ, ата улының ғәйебен үҙ өҫтөнә алмаҫ. Тәҡүә кеше – тәҡүәлегенең, яуыз кеше яуызлығының әжерен алыр.


Белеп ҡуйығыҙ: һәр кешенең йәне Минеке: атаның йәне Минеке булған һымаҡ, баланың йәне лә Минеке. Кем гонаһ ҡылған, шул үләсәк!


Әгәр тоғро кеше, тоғро юлынан тайпылып, яуызлыҡ эшләһә, Мин уның ҡаршыһына абыныу ташы ҡуйғас, ул үлер. Һин уны киҫәтмәгәнгә күрә, ул үҙ гонаһы өсөн үлер, эшләгән яҡшы ғәмәлдәре иҫәпкә алынмаҫ. Әммә уның ҡаны өсөн яуаплылыҡты Мин һинең өҫтөңә һаласаҡмын.


Ә һин, эй әҙәм улы, халҡыңа әйт: «Тоғро кеше енәйәт ҡылһа, уны тоғролоғо ҡотҡармаҫ. Яуыз кеше яманлығын ташлаһа, ҡылған яманлығы өсөн язаланмаҫ. Тоғро кеше Раббыға ҡаршы гонаһ ҡылһа, тоғролоғо язанан ҡотҡармаҫ.


Ә инде күҙәтсе ҡылыстың яҡынлашҡанын күрә тороп та борғо ҡысҡыртмаһа, ул халыҡты иҫкәртмәгән була. Ҡылыс килеп кешеләрҙең йәнен ҡыйһа, улар үҙҙәренең енәйәте өсөн үлтерелгән булыр, әммә уларҙың үлеме өсөн Мин күҙәтсене яуаплы итәсәкмен».


Раббы Хаким былай ти: «Мин ул көтөүселәргә ҡаршымын! Мин уларҙан көтөүем өсөн яуап талап итәсәкмен. Һарыҡтарымды башҡаса уларҙан көттөрмәйәсәкмен. Бүтәнсә улар үҙ-үҙҙәрен генә ҡайғыртмаҫ. Ҡуйҙарымды уларҙың ауыҙынан ҡотҡарам, башҡаса уларға ем булмаҫтар».


сөнки Раббы, улар сүлдә үлеп ҡалыр, тип әйткәйне. Шулай итеп, Йефунне улы Калев менән Нун улы Йушағтан башҡа, уларҙың береһе лә иҫән ҡалманы.


Һеҙгә әйтәм: юҡ! Әммә, тәүбәгә килмәһәгеҙ, бөтәгеҙ ҙә улар кеүек һәләк булырһығыҙ.


Һеҙгә әйтәм: юҡ! Әммә, тәүбәгә килмәһәгеҙ, бөтәгеҙ ҙә улар кеүек һәләк булырһығыҙ.


Ғайса уларға йәнә: – Мин китермен. Һеҙ Мине эҙләрһегеҙ, әммә гонаһығыҙ эсендә үлерһегеҙ. Мин барасаҡ урынға бара алмаҫһығыҙ, – тине.


– Мин һеҙгә: «Гонаһтарығыҙ эсендә үлерһегеҙ», – тинем. Быны әйттем, сөнки, әгәр ҙә һеҙ Минең Шул икәнемә ышанмаһағыҙ, гонаһлы булып үлерһегеҙ.


Күп кенә башҡа өгөт-нәсихәттәрен дә биреп: – Ошо быуындың боҙоҡлоғонан ҡотолоғоҙ, – тип өндәне.


Ә һеҙ, гонаһтарығыҙ юйылһын өсөн, тәүбә итегеҙ һәм Аллаға табан боролоғоҙ.


Үҙеңә ҡарата ла, өйрәтеүҙәреңә лә иғтибарлы бул; кәңәштәремде тот. Шулай иткәндә, һин үҙеңде лә, һине тыңлаусыларҙы ла ҡотҡарырһың.


Кемгә лә булһа ҡулдарыңды ҡуйырға ашыҡма, башҡаларҙың гонаһлы эштәрендә ҡатнашма. Үҙеңде саф көйө һаҡла.


Инде уларҙы тыңла, ләкин үҙҙәренә хакимлыҡ итәсәк батшаның хоҡуҡтары тураһында алдан уҡ ҡаты иҫкәрт.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ