Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 3:12 - Изге Яҙма

12 Шунан Рух мине өҫкә күтәрҙе. Мин артымда: «Раббының шөһрәте Үҙ урынында мөбәрәк булһын!» – тигән тетрәндергес мәғрур тауыш ишеттем.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

12 Шунан Рух мине өҫкә күтәрҙе. Мин артымда: «Раббының шөһрәте Үҙ урынында мөбәрәк булһын!» – тигән тетрәндергес мәғрур тауыш ишеттем.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

12 Шунан Рух мине өҫкә күтәрҙе. Мин артымда: «Раббының шөһрәте Үҙ урынында мөбәрәк булһын!» – тигән тетрәндергес мәғрур тауыш ишеттем.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 3:12
27 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Эргәңдән китеүем булыр, Раббы Рухы һине әллә ҡайҙарға алып китер. Ахавҡа барып әйтермен, ә ул килер ҙә, һине бында тапмаһа, мине үлтерер. Мин ҡолоң йәш сағымдан алып Алланан ҡурҡҡан бәндәмен.


– Беҙ фәҡирҙәрең араһында бик көслө илле кеше бар, – тине улар. – Хакимыңды эҙләп килергә рөхсәт итһәң ине. Бәлки, Раббы Рухы уны берәй тауға йәки үҙән буйына алып барып ҡалдырғандыр. – Юҡ, йөрөмәһендәр, – тип яуапланы Ильясиғин.


Барса фәрештәләре, Уны маҡтағыҙ, Данлағыҙ Уны, бөтә ғәскәре!


Күңелемдә яңғыраны Һинең ауаз: «Йөҙөмдө эҙләгеҙ!» – тинең. Һинең йөҙөңдө эҙләйем, Раббы,


Бер-береһенә былай тип өндәшәләр: «Күк ғәскәрҙәре Раббыһы мөҡәддәс, мөҡәддәс, мөҡәддәс! Бөтөн ер йөҙө Уның шөһрәте менән тулған!»


Раббының шөһрәте, кирубтар өҫтөнән күтәрелеп, ҡорамдың тупһаһына барып туҡтаны. Ҡорам – болот менән, ә ихата эсе Раббы шөһрәтенең балҡышы менән тулды.


Рух, мине күтәреп, Раббы ҡорамының көнсығышҡа ҡараған ҡапҡаһы янына алып килде. Ҡапҡа ауыҙында егерме биш кеше тора ине. Мин улар араһында халыҡ башлыҡтары Ғаззур улы Яазанъяһ менән Бенаяһ улы Пелатъяһты күрҙем.


Ул өндәшкән саҡта миңә рух иңде һәм аяғыма баҫтырҙы. Мин үҙем менән Һөйләшеүсене ишеттем.


Инде һөргөндә йәшәгән яҡташтарың янына бар. Улар һине тыңлаһа ла, тыңламаһа ла: «Раббы Хаким былай тип әйтә!» – тиерһең.


Рух мине күтәрҙе лә алып китте. Раббының көслө ҡулы өҫтөмдә булған хәлдә әсенеш һәм асыу менән киттем.


Раббының шөһрәте көнсығыш ҡапҡа аша ҡорамға инде.


Рух мине, аяҡҡа баҫтырып, эске ихатаға алып керҙе. Бына Раббының шөһрәте ҡорамды тултырҙы.


Ул, ҡулға оҡшаған бер нәмә һуҙып, башымдағы сәсемдән эләктереп алды. Рух мине ер менән күк араһына күтәрҙе лә Алланан иңгән күренмештә Йәрүсәлимгә, ҡорамдың эске ихатаһының төньяҡҡа ҡараған ҡапҡаһы төбөнә алып барҙы. Унда Алланың сикһеҙ ярһыуын ҡуҙғатҡан бот тора ине.


Исраил Аллаһының шөһрәте, кирубтар өҫтөнән – быға тиклем булған урынынан – күтәрелеп, ҡорамдың тупһаһында туҡтаны. Ул етен кейем кейгән, биленә яҙыу әсбаптары таҡҡан кешене саҡырып алды ла:


Күктән ҡапыл көслө ел иҫкәндәге кеүек тауыш ишетелде һәм улар ултырған йорт эсе шул тауышҡа күмелде.


Улар һыуҙан сыҡҡас, Раббы Рухы Филиппусты алып китте, хәбәши уны бүтәнсә күрмәне, шатланып юлын дауам итте.


Раббы көнөндә мине Изге Рух солғап алды һәм артымда борғо эсенән сыҡҡандай көслө тауыш ишеттем.


аяҡтары, әйтерһең, мейестә ҡыҙған ялтыр баҡыр, тауышы – шарлауыҡ шауы.


Мин бик күп халыҡтан сыҡҡан кеүек, шарлауыҡ тауышылай, көслө күк күкрәүендәй тауыш ишеттем. Ул былай тине: – Раббыны маҡтағыҙ! Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Раббы Аллабыҙ батшалыҡ итә башланы!


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ