Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 27:23 - Изге Яҙма

23 Харан, Канне, Ғеден ҡалалары, Шева сауҙагәрҙәре, Ашшур, Килмад сауҙа итте.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

23 Харан, Канне, Ғеден ҡалалары, Шева сауҙагәрҙәре, Ашшур, Килмад сауҙа итте.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

23 Харан, Канне, Ғеден ҡалалары, Шева сауҙагәрҙәре, Ашшур, Килмад сауҙа итте.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 27:23
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Тәүҙә уның батшалығына Шинғар ерҙәрендәге Бабил, Әрәх, Аккад, Калне ҡалалары инә ине.


Шемдың улдары: Ғелам, Ашшур, Арпахшад, Луд һәм Арам.


Ибрам, Раббы бойорғанса, юлға сыҡты. Лут та уның менән бергә китте. Харандан сыҡҡанда Ибрамға етмеш биш йәш ине.


Раббы Алла көнсығышта, Ғедәндә, бер баҡса ултыртты һәм Үҙе яратҡан әҙәмде шунда урынлаштырҙы.


Йоҡшандың Шева менән Дедан исемле улдары булды. Ашшурҙар, летуштар, леумдар – Дедан нәҫелдәре.


Яҡуп төндә тороп ике ҡатынын, ике йәриәһен, ун бер улын алды ла Яббоҡ йылғаһын кисеп сыҡты.


Ата-бабаларым тар-мар иткән ҡәүемдәрҙең илаһтары уларҙы ҡотҡарҙымы? Гозанды, Харанды, Ресефты, Телассарҙағы Ғеден халҡын ҡотҡара алдылармы?


Ҡапыл шевалар һөжүм итеп, бөтә малдарҙы ҡыуып алып китте, ә хеҙмәтселәреңде ҡылыстан үткәрҙе. Мин бер үҙем ҡасып ҡотолдом, һиңә хәбәр алып килдем, – тине.


Был кешеләр атлаған һайын нығыраҡ ҡеүәт алыр, Сионға, Алла хозурына сығырҙар.


Калне Каркемиш кеүек түгелме? Хамаҫты Арпадтай тар-мар итмәнекме? Самарияның ахыры Дамасктыҡына оҡшамағанмы?


Ата-бабаларым тар-мар иткән ҡәүемдәрҙең илаһтары уларҙы ҡотҡарҙымы? Гозанды, Харанды, Ресефты, Телассарҙағы Ғеден халҡын ҡотҡара алдылармы?


Ул көндө Раббы Мысыр йылғалары тамағындағы себенгә, Ашшур ерендәге бал ҡортона һыҙғырыр.


Был көндө бөйөк Хаким Евфраттың аръяғында ялланған бәке – Ашшур батшаһы – менән һаҡалығыҙҙы, сәсегеҙҙе, тәнегеҙҙәге бөтә төктәрегеҙҙе ҡырып ташлар.


Улар баҙарҙарыңда Затлы кейемдәр, сыбар келәмдәр, Нағышлы зәңгәр туҡымалар, Ҡаты итеп ишелгән арҡандар һатты.


Ашшур ҙа бөтә ғәскәре менән унда. Ҡылыстан тураҡланған яугирҙәрҙең ҡәберҙәре менән уратып алынған ул.


Шева һәм Дедан, Таршиш сауҙагәрҙәре һәм барлыҡ бай, һүҙе үтә торған кешеләре һинән: „Талар өсөн килдеңме? Яумал тупламаҡ, алтын-көмөш йыймаҡ, мал-мөлкәт тартып алмаҡ, мул табыш ҡулға төшөрмәк булып, был сиреүҙе йыйҙыңмы?“ – тип һораясаҡ».


Дамаск ҡапҡаларының биген ватам, Авен үҙәнендәге тәхет хужаһын, Бейт-Ғәдәндә хакимлыҡ таяғын тотҡанды юҡ итәм, Арамиҙар Ҡыйрға һөрөлөр», – ти Раббы.


Барып ҡарағыҙ Калнеға, Ул ерҙән бөйөк Хамаҫҡа үтеп, Артабан пелешти Ғаҫына төшөгөҙ: Һеҙ ул батшалыҡтарҙан ҡеүәтлерәкме? Әллә биләмәгеҙ уларҙыҡынан ҙурыраҡмы?


Ләкин туҙҙырылырһың һин Ҡаин халҡы, Ашшур һине әсирлеккә алып киткәс».


Ибраһим, халдейҙар еренән сығып, Харанға күсеп килгән. Атаһы вафат булғандан һуң, Алла уны хәҙер һеҙ йәшәгән ошо илгә күсергән.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ