Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 26:16 - Изге Яҙма

16 Диңгеҙ буйындағы илдәрҙең барса хакимдары тәхеттәренән төшөр, сапандарын, нағышлы кейемдәрен сисер – улар дәһшәткә сорналыр. Улар ҡурҡышып ергә ултырыр һәм, һинең яҙмышың хаҡында уйлап, тетрәнешеп хайран булыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

16 Диңгеҙ буйындағы илдәрҙең барса хакимдары тәхеттәренән төшөр, сапандарын, нағышлы кейемдәрен сисер – улар дәһшәткә сорналыр. Улар ҡурҡышып ергә ултырыр һәм, һинең яҙмышың хаҡында уйлап, тетрәнешеп хайран булыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

16 Диңгеҙ буйындағы илдәрҙең барса хакимдары тәхеттәренән төшөр, сапандарын, нағышлы кейемдәрен сисер – улар дәһшәткә сорналыр. Улар ҡурҡышып ергә ултырыр һәм, һинең яҙмышың хаҡында уйлап, тетрәнешеп хайран булыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 26:16
32 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Дошмандарың мәсхәрәгә ҡалыр, Яуыздарҙың сатыры юҡҡа сығыр».


Эдом башлыҡтары өрктө-боҫто, Моавтың юлбашсылары ҡалтырашты, Ҡәнғәниҙәрҙең ҡото ботҡа төштө.


Яр буйҙары, быны күреп, ҡурҡты. Ерҙең сиктәре тетрәнде. Килеүселәр яҡынлашты.


«Эй ғиффәтле Бабил-ҡыҙ, Урыныңдан төш, тупраҡҡа ултыр. Халдей ҡыҙы, тәхетең юҡ, ергә ултыр! Бынан ары һине наҙлы, нәфис тип әйтмәҫтәр.


Өҫ-башыңдағы саңды ҡаҡ, Тороп баҫ, әсирә Йәрүсәлим! Муйыныңдағы сынйырҙы алып ташла, Эй әсирә Сион-ҡыҙ!


«Селпәрәмә килде! Ҡайһылай илашалар. Оятҡа ҡалып артына боролдо!» Тирә-яғындағылар өсөн Мәсхәрә һәм дәһшәт өлгөһө булды Моав!


Баштарына саң һипкән, ҡыл кейем кейгән Сион ҡарттары өнһөҙ-тынһыҙ ерҙә ултыра; Йәрүсәлим ҡыҙҙары баштарын ергә эйгән.


Өҫтөңә – сигеүле кейемдәр, аяғыңа зәңгәр күндән тегелгән ҡата кейҙерҙем, нәфис етен билбау менән билеңде быуҙым һәм һине затлы туҡымаға төрҙөм.


Ахырыңды ҡурҡыныс итәсәкмен. Һин юҡҡа сығырһың. Һине эҙләрҙәр, әммә һис ҡасан таба алмаҫтар», – тип белдерә Раббы Хаким.


Матурлығыңа маһайып эреләндең, Балҡышыңдан юйылды аҡылың. Шуға күрә һине ергә бәрҙем; Батшалар алдында хур иттем.


Раббы Хаким былай ти: „Ул үлеләр донъяһына төшкән көндө Мин ер аҫты һыуҙарына, уны ҡыҙғанып, йәш түгергә ҡуштым; Мин даръяны бикләнем, уның ағымдарын быуҙым, һәм оло һыуҙар туҡтаны. Уның хаҡына Мин Ливан тауҙарын ҡараңғылыҡ менән сорнаным, һәм ҡырҙағы бөтә ағастар шиңде.


Тәҡдирең менән күп халыҡтарҙың ҡотон алып, Алдарында ҡылысымды уйнатҡанда, Уларҙың батшалары, һинең турала уйлап, Ҡурҡыуҙан сәстәре үрә торор. Һин ҡолаған һәләкәт көнөндә улар Сәғәт һайын үҙ йәндәре өсөн дер ҡалтырар“.


Батша ҡайғыға батыр, хакимдар сараһыҙлыҡҡа төшөр, ил халҡының ҡурҡыштан ҡулдары ҡалтырар. Уларҙы тотҡан юлдарына күрә язалаясаҡмын, үҙҙәренең хөкөмө менән хөкөм итәсәкмен. Шунда Минең Раббы икәнемде белерҙәр».


Оҙаҡламай ярһыуымды өҫтөңә түңкәрәсәкмен, асыуымды бушатасаҡмын. Ҡылғандарыңа күрә хөкөм итеп, әшәкелектәреңдең ҡоһорон ҡайтарасаҡмын.


Батша ҡурҡыуға ҡалды, йөҙө ағарып китте, тубыҡтары ҡалтырап, бер-береһенә бәрелеп туҡылдай башланы.


Улар арыҫландай ырылдаған Раббы артынан эйәрер. Раббының үкереп ебәреүе булыр – Балалары көнбайыштан тетрәнеп ҡайтыр.


Был хәбәр Ниневе батшаһына барып еткәс, ул тәхетенән тороп батша кейемен систе лә, ҡыл туҡымаға уранып, көлгә ултырҙы.


Батша тәхеттәрен түңкәрәм, Ҡәүемдәрҙең батшалыҡтарының көсөн ҡаҡшатам, Яу арбаларын кешеләре менән бергә ауҙарам, Бер-береһенә ҡаршы алышта Һыбайлылар аттары менән бергә дөмөгөр.


Һеҙ ҙә, йәштәр, өлкәндәргә буйһоноғоҙ. Һәр кем бер-берегеҙгә ҡарата тыйнаҡ булығыҙ, сөнки, Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Алла тәкәбберҙәргә ҡаршы тора, тыйнаҡтарға мәрхәмәтен бүләк итә».


Уның менән зина ҡылған һәм ләззәттә йәшәгән ерҙәге батшалар, уның яныуынан сыҡҡан төтөндө күреп, үкереп илаясаҡ һәм ҡайғырасаҡ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ