Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 24:6 - Изге Яҙма

6 Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Ҡан түккән ҡалаға ҡайғы! Тутыҡҡан һәм тутығы бөтмәгән ҡаҙанға һәләкәт! Йәрәбә ташлап тормай итенән бушат, Сығарып ырғыт киҫәк-киҫәк.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

6 Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Ҡан түккән ҡалаға ҡайғы! Тутыҡҡан һәм тутығы бөтмәгән ҡаҙанға һәләкәт! Йәрәбә ташлап тормай итенән бушат, Сығарып ат киҫәк-киҫәк.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

6 Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Ҡан түккән ҡалаға ҡайғы! Тутыҡҡан һәм тутығы бөтмәгән ҡаҙанға һәләкәт! Йәрәбә ташлап тормай итенән бушат, Сығарып ырғыт киҫәк-киҫәк.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 24:6
33 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ул шулай уҡ Моав халҡын да тар-мар итте. Уларҙы ергә ятҡырып, бау менән үлсәне – өстән ике өлөшөн үлтерҙе, өсөнсө өлөшөн тере ҡалдырҙы. Шулай итеп, моавтар Дауытҡа буйһондо һәм уға яһаҡ түләй башланы.


Менашше Раббы күҙендә яман булған ғәмәлдәр ҡылып, Йәһүҙәне гонаһҡа батырыу менән генә сикләнмәне, ғәйепһеҙҙәрҙең ҡанын түгеп, Йәрүсәлимде тотошлай ҡанға батырҙы.


Һис шикһеҙ, былар барыһы ла Раббы ихтыяры менән эшләнде. Менашшеның гонаһтары, ғәйепһеҙҙәрҙең ҡанын түккәне өсөн Раббы Йәһүҙәне хозурынан алып ташламаҡ булды. Менашше Йәрүсәлимде ҡанға батырғайны һәм Раббы уны ғәфү итергә теләмәне.


Инде иһә һелте менән күпме йыуынһаң да, Һабын менән ни ҡәҙәрле ышҡыһаң да, Ғәйебеңдең табы күҙ алдымда ҡалыр, – тип белдерә Раббы Хаким. –


Ана, күрек аяуһыҙ өрҙөрә, Ҡара ҡурғаш утта иреп бөттө, Тик иретеүсенең эше юҡҡа булды: Юшҡын айырылып сыҡманы.


Был ҡала һеҙҙең өсөн ҡаҙан булмаҫ, ә һеҙ унда ит булмаҫһығыҙ. Һеҙҙе Исраилдың сиктәрендә язалаясаҡмын.


Улар: «Йорттар һалыр мәлдәр тиҙ булмай әле. Был ҡала – ҡаҙан, ә беҙ – ит», – тиҙәр.


Ришүәт өсөн кеше ҡанын түгәләр, бурысҡа аҡса биреп, уны арттырып алалар, хаҡһыҙ табыш алыр өсөн яҡындарын талайҙар, ә Мине иҫкә лә алмайҙар, – тип белдерә Раббы Хаким. –


– Ә һин, эй әҙәм улы, Йәрүсәлимде хөкөм итмәйәсәкһеңме ни? Ҡан түгеүсе был ҡаланы хөкөм итмәҫһеңме? Әйҙә, бөтә ерәнгес эштәрен уға белдер.


Ундағы башлыҡтар табышын йыртҡыслаған бүре шикелле: хаҡһыҙ табыш алыр өсөн кешеләрҙең ҡанын ҡоялар, йәнен ҡыялар.


Әйт уға, Раббы Хаким былай ти: «Эй, үҙенең эсендә ҡан түгеп, һәләкәтен яҡынайтҡан, боттар яһап, үҙен нәжесләгән ҡала!


Был фетнәсел халыҡҡа мәҫәл һөйлә. Әйт уларға, Раббы Хаким былай ти: «Ҡаҙан аҫ. Ҡаҙан аҫ та һыу ҡой.


Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Ҡан түккән ҡалаға ҡайғы! Мин дә усаҡ өсөн утын йыясаҡмын.


Улар халҡымды йәрәбә ташлап бүлделәр, Ир балаларҙы фәхишәгә хаҡ итеп бирҙеләр, Шарап өсөн ҡыҙҙарҙы һаттылар.


Яттар Яҡуптың мөлкәтен талағанда Һин алыҫтан ғына ҡарап торҙоң. Сит халыҡтар ҡапҡаһынан эскә инеп, Йәрүсәлимгә йәрәбә ташлағанда, Һин дә уларҙың берәүһе һымаҡ булдың.


Диңгеҙселәр бер-береһенә: – Әйҙәгеҙ, беҙгә кем арҡаһында бәлә килгәнен белер өсөн, йәрәбә һалайыҡ, – тиеште. Йәрәбә һалғайнылар, ул Юнысҡа төштө.


Илдә Аллаға тоғролар ҡалманы, Намыҫлы кешеләр бөткән. Һәммәһе ҡан түгер өсөн боҫҡонда торор, Туған туғанына тоҙаҡ ҡорор.


Ҡулдары ҡанлы ҡалаға – ҡайғы! Ҡайҙа барма – алдаҡ унда, Үлтереш-талауҙарҙың иге-сиге юҡ.


Әммә ул да әсирлеккә төштө, Халҡы һөргөнгә ҡыуылды. Сабыйҙары урам саттарында киҫәктәргә тураҡланды, Аҡһөйәктәре, ҡол булып, йәрәбә аша бүленде, Вәзир-бәктәргә бығау һалынды.


Шулай итеп, тәҡүә Һабил ҡанынан алып, һеҙ ҡорбан усағы менән Изге йорт араһында үлтергән Бәрәхъяһ улы Зәкәрьяһтың ҡанына тиклем, ер йөҙөндә түгелгән бөтә тәҡүә кешеләрҙең ҡаны һеҙҙең башығыҙға төшәсәк.


Кәрәк-ярағың араһында көрәгең булһын. Тупламдан тышта ултырыр булһаң, соҡор ҡаҙ, аҙаҡ тиҙәгеңде күмеп ҡуй.


– Хәҙер мәмерйә ауыҙын асығыҙ, – тип бойорҙо Йушағ. – Теге биш батшаны минең эргәмә алып килегеҙ!


Мин ҡатындың изгеләр ҡанынан һәм Ғайсаның шаһиттары ҡанынан иҫергәнлеген күрҙем. Был күренешкә мин ныҡ ғәжәпләндем.


Ул ҡалала пәйғәмбәрҙәрҙең һәм изгеләрҙең ҡаны, ерҙә үлтерелгәндәрҙең бөтәһенең ҡаны табылды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ