Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 24:12 - Изге Яҙма

12 Бөтә тырышлыҡтар бушҡа сыҡты. Ҡаҙандың юшҡыны таҙарманы. Хатта ут та бөтөрә алманы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

12 Бөтөн тырышлыҡтар бушҡа сыҡты. Ҡаҙандың юшҡыны таҙарманы. Хатта ут та бөтөрә алманы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

12 Бөтә тырышлыҡтар бушҡа сыҡты. Ҡаҙандың юшҡыны таҙарманы. Хатта ут та бөтөрә алманы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 24:12
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббы, ҡорбандың хуш еҫен тойғас, Үҙ-Үҙенә: «Башҡаса кешеләр арҡаһында ергә ҡәһәремде һалмам, сөнки кеше күңелендә яуызлыҡ бала сағынан уҡ була; бүтәнсә тереклекте юҡ итмәм.


Һеҙ ни өсөн тағы туҡмалаһығыҙ һуң? Ниңә фетнәгеҙҙе һаман дауам итәһегеҙ? Башығыҙ тулы яра, Йөрәгегеҙ хәлһеҙләнгән.


Кәңәштәрҙән йонсоп бөттөң инде. Әйҙә, күкте күҙәтеүселәр һәм йондоҙсолар, Яңы айға ҡарап юраусылар килеп, Башыңа төшкән ҡазаларҙан ҡотҡарһын.


Ҡырҙағы ҡалҡыулыҡтар өҫтөндә Ҡылған әшәке ғәмәлдәреңде: Хыянатыңды, ерәнгес кешнәүеңде, Уйнаш итеүеңде күреп торҙом. Ҡайғы һиңә, Йәрүсәлим! Һин таҙарынғансы күпме ғүмер үтер?»


Минең халҡым ике енәйәт эшләне: Мине – тере һыу инешен – ташланы, Үҙенә һыу йыйырға таш ҡаяла соҡор, Һыу тота алмаҫтай ярыҡ соҡор, уйҙы.


Эй Раббы, Һинең күҙҙәрең дөрөҫлөктө күрмәйме ни? Һин был халыҡты туҡманың, әммә улар һиҙмәне лә. Һин уларҙы ҡырҙың, әммә улар һаман киҫәмәне. Йөҙҙәрен таштан да нығыраҡ ҡатырып, тиҫкәреләнеп, Һиңә ҡайтыуҙан баш тартты.


Былай ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы: «Бабилдың ҡалын диуарҙары нигеҙенә тиклем емерелер. Бейек ҡапҡалары утта яндырылыр. Бушҡа ғына көс түкте халыҡтар, Ҡәүемдәр тик юҡҡа яфа сиккән, Хеҙмәттәре утта янып бөткән».


Ана, күрек аяуһыҙ өрҙөрә, Ҡара ҡурғаш утта иреп бөттө, Тик иретеүсенең эше юҡҡа булды: Юшҡын айырылып сыҡманы.


Һәр кем үҙенең күршеһен алдай, Береһе лә дөрөҫөн һөйләмәй. Телдәрен ялғанға өйрәтеп бөткәндәр; Хәлдән тайғансы гонаһ ҡылалар.


Әхлаҡһыҙлығың һине нәжесләне, Ни тиклем таҙартмайым, һаман нәжесһең. Асыуым түгелеп баҫылмайынса, Һис таҙарына алмаясаҡһың.


Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Ҡан түккән ҡалаға ҡайғы! Тутыҡҡан һәм тутығы бөтмәгән ҡаҙанға һәләкәт! Йәрәбә ташлап тормай итенән бушат, Сығарып ырғыт киҫәк-киҫәк.


Әфраим ел елгәрә, Көнө буйы көнсығыш еле артынан ҡыуа, Ялған менән залимлыҡты ишәйтә, Ашшур менән килешеү төҙөй, Мысырға зәйтүн майы оҙата.


Милләттәр үҙҙәрен юҡҡа йонсоталар, Халыҡтарҙың бөтә хеҙмәт емештәре – утҡа аҙыҡ булыр. Быны Күк ғәскәрҙәре Раббыһы хәл иткән инде.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ