Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 22:26 - Изге Яҙма

26 Ҡаһиндары Минең ҡанунымды боҙҙо, изге әйберҙәремде нәжесләне, хәрәм менән хәләлде айырманы, пак менән нәжес араһындағы айырманы өйрәтмәне, Минең шәмбе көндәремде һанға һуҡманы, һәм Мин улар араһында бысрандым.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

26 Ҡаһиндары Минең ҡанунымды боҙҙо, изге әйберҙәремде нәжесләне, харам менән хәләлде айырманы, пак менән нәжес араһындағы айырманы өйрәтмәне, Минең шәмбе көндәремде һанға һуҡманы һәм Мин улар араһында бысрандым.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

26 Ҡаһиндары Минең ҡанунымды боҙҙо, изге әйберҙәремде нәжесләне, хәрәм менән хәләлде айырманы, пак менән нәжес араһындағы айырманы өйрәтмәне, Минең шәмбе көндәремде һанға һуҡманы, һәм Мин улар араһында бысрандым.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 22:26
31 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ҡаһиндарҙың башлыҡтары ла, халыҡ үҙе лә хыянаттарын арттыра бара, башҡа ҡәүемдәрҙең әшәкелектәрен ҡабатлай, Раббы Йәрүсәлимдә изгеләндергән ҡорамды нәжесләй.


Быға ҡаршы Раббы былай тип яуап бирҙе: «Әгәр ҙә һин Миңә кире ҡайтһаң, Һине йәнә ҡабул итеп, хеҙмәтемә алырмын. Сүп-сарҙан аҫылды айыра белһәң, Минең телем кеүек булырһың. Шул ваҡыт һин халыҡ алдына бармаҫһың, Ә улар һинең алдыңа килер.


Ҡаһиндар: „Раббы ҡайҙа?“ – тип һораманы. Ҡанун белгестәрегеҙ Мине белмәне; Хакимдарығыҙ Миңә ҡаршы баш күтәрҙе; Пәйғәмбәрҙәр, Бәғел исеменән пәйғәмбәрлек итеп, Бер нәмәгә ярамаҫ боттарға күңел бирҙе.


Былар Йәрүсәлим пәйғәмбәрҙәренең гонаһтары, Ҡаһиндарҙың енәйәттәре өсөн яза булды – Улар ҡала диуарҙары эсендә тәҡүәләрҙең ҡанын түкте.


Һин Минең изге әйберҙәремде һанға һуҡманың, шәмбе көндәремде боҙҙоң.


Бынан тыш, улар Миңә тағы нимә эшләне: шул уҡ көндө Минең Изге торлағымды нәжесләне, шәмбеләремде боҙҙо.


Барған һәр бер ерҙәрендә ҡәүемдәр араһында изге исемемде бысраттылар. Сөнки улар тураһында: «Был – Раббының халҡы, әммә улар Уның иленән ҡыуылып сыҡты», – тинеләр.


Шул рәүешле, ул ҡорам биләмәһен һәр дүрт яҡтан үлсәп сыҡты. Изге урынды изге булмаған урындан айырыу өсөн ихата тирәләй буйы һәм иңе бишәр йөҙ терһәк булған диуар ҡоролғайны.


Исраил Минән ситләшкән замандарҙа Минән йыраҡлашҡан, Мине ташлап, боттарына эйәргән левиҙәр гонаһтары өсөн тейешле яза аласаҡ.


Улар халҡыма мөҡәддәс һәм ғәҙәти нәмә араһындағы айырманы, пак менән нәжесте айырырға өйрәтер.


Улар дәғүәләрҙе хәл итергә, ҡанундарыма таянып хөкөм сығарырға, Мин билдәләгән байрамдар тураһында ҡанун һәм ҡағиҙәләремде үтәргә, шәмбеләремде изге итеп һаҡларға тейештәр.


Бәлә өҫтөнә – бәлә, яман хәбәр артынан яман хәбәр килер. Пәйғәмбәрҙәрҙән Раббының күренмештәрен һорап ялбарырҙар; ҡаһин ҡанун өйрәтмәҫ, аҡһаҡалдар кәңәш бирмәҫ.


Һеҙ мөҡәддәс нәмәләрҙе ғәҙәтиҙән, пакты нәжестән айырырға тейешһегеҙ.


Ҡаһин ул кешене ҡарар. Ялтас урынындағы яра аҡһыл-ҡыҙыл булып шешеп торһа һәм йоғошло тире ауырыуының яраһына оҡшаған булһа,


Йәнлектәрҙең хәләлен хәрәмдән, ҡоштарҙың хәләлен хәрәмдән айырығыҙ. Мин һеҙгә хәрәм тип билдәләгән хайуандар, ҡош-ҡорт һәм һөйрәлеүселәр менән үҙегеҙҙе бысратмағыҙ.


Ҡаһиндың ауыҙы Алла тураһында ғилем һаҡлай, Кеше уның теленән ҡанун эҙләй, Сөнки ҡаһин – Күк ғәскәрҙәре Раббыһының хәбәрсеһе.


Ләкин һеҙ тура юлдан ҡайырылдығыҙ, Күптәрҙең ҡанун боҙоуына сәбәпсе булдығыҙ. Минең Леви менән төҙөгән килешеүемде боҙҙоғоҙ, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –


Изге Яҙмала әйтелгәнсә, «Мәжүсиҙәр һеҙҙең кеүектәр арҡаһында Алла исемен мыҫҡыл итә».


Ғәли бик ҡартайғайны инде. Ул улдарының бөтә исраилдарға нимәләр ҡылғаны, Осрашыу сатырына ингән ерҙә хеҙмәт иткән ҡатындар менән йоҡлап йөрөгәне хаҡында ишетә ине.


Шулай булғас, ни өсөн торлағыма килтерергә бойорған ҡорбан һәм саҙаҡаларҙы һанға һуҡмайһығыҙ? Ни өсөн һин, улдарыңды Минән өҫтөн ҡуйып, халҡым Исраил килтергән бөтә ҡорбандарҙың иң яҡшы өлөшөн ашап һимереп ятаһың?»


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ