Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 22:13 - Изге Яҙма

13 Бына, Мин һин нахаҡ юл менән табыш алған, һинең эсеңдә ҡан түгелгән өсөн асыу менән усымды усыма һуғам.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

13 Бына, Мин һин нахаҡ юл менән табыш алған, һинең эсеңдә ҡан түгелгән өсөн асыу менән усымды усыма һуғам.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

13 Бына, Мин һин нахаҡ юл менән табыш алған, һинең эсеңдә ҡан түгелгән өсөн асыу менән усымды усыма һуғам.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 22:13
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Риба алып байыған әҙәмдең бар малы ярлыларға мәрхәмәт күрһәтеүсенең ҡулына эләгер.


Хаҡ юлдан йөрөп, дөрөҫ һөйләгән, Кешеләрҙе йәберләмәгән, табыш артынан ҡыумаған, Ҡулдарын ришүәттән йыраҡ тотҡан, Ҡанға һыуһағандарҙы тыңламай ҡолағын тыҡҡан, Яуыз эштәрҙән йөҙ борған –


Һин, эй әҙәм улы, пәйғәмбәрлек ит. Усыңа усыңды һуҡ! Ҡылыс ике, өс мәртәбә сапһын. Ул – үлтереүсе ҡылыс, Оло ҡыйралыш ҡылысы. Кешене һәр ерҙә тапҡан ҡылыс.


Мин дә усымды усҡа һуғырмын, Ярһыуымды шулай баҫырмын. Мин, Раббы, әйттем быны!»


– Эй әҙәм улы, Бабил батшаһының ҡылысы килһен өсөн ике юл билдәлә; уларҙың икеһе лә бер ерҙән башланһын. Был ҡалаларға илткән юлдар сатына билдә ҡуй.


Ундағы башлыҡтар табышын йыртҡыслаған бүре шикелле: хаҡһыҙ табыш алыр өсөн кешеләрҙең ҡанын ҡоялар, йәнен ҡыялар.


Һәр ваҡыттағы һымаҡ халыҡ һинең яныңа килер, Минең халҡым булараҡ ҡаршыңа ултырыр, һүҙҙәреңде тыңлар, әммә әйтелгәндәрҙе үтәмәҫ. Телдәре менән ихласлыҡтарын күрһәтерҙәр, әммә күңелдәре хаҡһыҙ табыш артынан ынтылыр.


«Ғәҙел йәшәй белмәй улар, – тип белдерә Раббы. – Улар ҡәлғәләренә залимлыҡ менән, Талаш-тартыш менән байлыҡ йыя».


Балаҡтың Билғамға асыуы ҡабарҙы, ул ҡулын ҡулға һуғып былай тине: – Мин һине дошмандарымды ҡарғарға саҡырҙым, ә һин бына өсөнсө тапҡыр инде уларҙы фатихалайһың.


Был эштәрҙә имандашығыҙҙы алдамағыҙ һәм уға ҡарата яуызлыҡ ҡылмағыҙ, сөнки Раббы былар өсөн Үҙ язаһын бирәсәк. Беҙ был хаҡта әйткәйнек һәм иҫкәрткәйнек.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ