Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 21:12 - Изге Яҙма

12 Үкереп ила, әҙәм улы, һыҡта! Сөнки был ҡылыс халҡыма ҡаршы, Исраилдың бар башлыҡтарына ҡаршы күтәрелгән. Улар халҡым менән бергә Ҡылыс ихтыярына бирелде. Бының өсөн күкрәгеңде төйә-төйә ила!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

12 Үкереп ила, әҙәм улы, һыҡта! Сөнки был ҡылыс халҡыма ҡаршы, Исраилдың бар башлыҡтарына ҡаршы күтәрелгән. Улар халҡым менән бергә Ҡылыс ихтыярына бирелде. Бының өсөн күкрәгеңде төйә-төйә ила!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

12 Үкереп ила, әҙәм улы, һыҡта! Сөнки был ҡылыс халҡыма ҡаршы, Исраилдың бар башлыҡтарына ҡаршы күтәрелгән. Улар халҡым менән бергә Ҡылыс ихтыярына бирелде. Бының өсөн күкрәгеңде төйә-төйә ила!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 21:12
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шуға күрә һәммәһенең ҡулдары һәленеп төшөр, Һәр кешенең ҡурҡыуҙан йөрәге ирер.


Илағыҙ, көтөүселәр, һыҡтағыҙ! Туҙанға ятып аунағыҙ, эй көтөү башлыҡтары! Һеҙҙе салыу көнө килеп етте! Мәйеттәрегеҙ ерҙә туҙрап ятыр, Селпәрәмә килгән затлы һауыттай булыр.


«Улар Сион тауында шатланып йырлар, Раббының йомартлығына – Ашлыҡ, шарап, зәйтүн майы муллығына, Малдарының күплегенә Ҡыуаныстан йөҙҙәре балҡып торор: Тормоштары һыуға туйынған баҡсалай булыр, Улар башҡа һис ҡасан да ҡайғы күрмәҫ.


Юлымдан тайпылғайным, тәүбәгә килдем, Эйе, аңлағас, ҡайғыға ҡалдым. Йәш сағымда ҡылғаным арҡаһында Оятҡа баттым, хур булдым“.


Бына ҡылыс ҡулға ҡыҫып тотор өсөн Сарланырға бирелде, Үткерләп ялтыратылды, Үлтереүсе ҡулы өсөн әҙерләнде.


Алда – һынау. Әгәр ҡылыс хурлап баҡҡан Хакимлыҡ таяғы ла булмаһа, нимә булыр? – тип белдерә Раббы Хаким. –


Һин, эй әҙәм улы, пәйғәмбәрлек ит. Усыңа усыңды һуҡ! Ҡылыс ике, өс мәртәбә сапһын. Ул – үлтереүсе ҡылыс, Оло ҡыйралыш ҡылысы. Кешене һәр ерҙә тапҡан ҡылыс.


Ә һин, эй Исраилдың бысраҡ, залим хакимы, һәләкәт көнөң яҡынлаша, язаланыр көнөң килә».


Ә һин, эй әҙәм улы, уларҙың күҙ алдында һыҡта, бот сабып, хәсрәтләнеп иңрә.


Һиндәге Исраил хакимдары үҙҙәренең көсөн файҙаланып ҡан түкте.


– Эй әҙәм улы, пәйғәмбәрлек итеп әйт, Раббы Хаким былай ти: «„Аһ ул көн!“ – тип һыҡтағыҙ.


Раббы Хаким былай ти: «Ҡулыңды ҡулға һуғып, аяҡ тибеп әйт: „Бөтә яман һәм ерәнгес эштәре арҡаһында Исраил халҡына – ҡайғы!“ Улар ҡылыстан, аслыҡтан һәм ҡырғындан һәләк буласаҡ.


Ҡулдары һәленеп төшөр, теҙҙәре быуынһыҙланыр.


Улар халыҡты ҡырған арала, мин япа-яңғыҙ тороп ҡалдым. Йөҙтүбән ергә ҡапландым да: – Эй Раббы Хаким! Йәрүсәлимгә асыуыңды түккәндә Исраилдың иҫән ҡалған барлыҡ халҡын һәләк итерһеңме? – тип ялбарҙым.


Эй ҡаһиндар, хәсрәт кейеме кейеп илағыҙ. Һыҡтағыҙ, ҡорбан усағында хеҙмәт иткәндәр! Алламдың хеҙмәтселәре, Алла йортона килегеҙ, Хәсрәт кейеменә уранып, унда ҡунығыҙ! Сөнки Аллағыҙҙың ҡорамынан Икмәк саҙаҡаһы менән түкмә ҡорбан юҡ булды.


Мөгөҙ ҡысҡыртығыҙ Сионда, Изге тауымда хәүеф иғлан итегеҙ. Илдә йәшәгән һәр кем тетрәнһен! Сөнки Раббы көнө килә, ул бик яҡын.


Шуға күрә мин илап һыҡтармын, Ялан аяҡ, ялан өҫ йөрөрмөн. Ҡайғым ҡаты – сүл бүреһеләй олойом, Төнгө ябалаҡтай ухылдайым.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ