Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 20:41 - Изге Яҙма

41 Халыҡтар араһынан сығарып, таралған илдәрегеҙҙән йыйып алғас, һеҙҙе хуш еҫ ҡорбанылай ҡабул итәсәкмен. Ҡәүемдәрҙең күҙе алдында арағыҙҙа Үҙемдең изгелегемде күрһәтәсәкмен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

41 Халыҡтар араһынан сығарып, таралған илдәрегеҙҙән йыйып алғас, һеҙҙе хуш еҫ ҡорбанылай ҡабул итәсәкмен. Ҡәүемдәрҙең күҙе алдында арағыҙҙа Үҙемдең изгелегемде күрһәтәсәкмен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

41 Халыҡтар араһынан сығарып, таралған илдәрегеҙҙән йыйып алғас, һеҙҙе хуш еҫ ҡорбанылай ҡабул итәсәкмен. Ҡәүемдәрҙең күҙе алдында арағыҙҙа Үҙемдең изгелегемде күрһәтәсәкмен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 20:41
36 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббы, ҡорбандың хуш еҫен тойғас, Үҙ-Үҙенә: «Башҡаса кешеләр арҡаһында ергә ҡәһәремде һалмам, сөнки кеше күңелендә яуызлыҡ бала сағынан уҡ була; бүтәнсә тереклекте юҡ итмәм.


Батшаға барыһын да бирәм, – тине Арауна һәм: – Аллаң Раббы һинән риза була күрһен, – тип өҫтәне.


Ә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Ғәҙеллеге менән ҙурланыр, Мөҡәддәс Алла хаҡ хөкөмө менән Үҙенең изгелеген күрһәтер.


Унан һуң ҡуйҙарымдың ҡалғанын, Үҙем ҡыуып ебәргән бөтә илдәрҙән йыйып алып, утлауҙарына кире ҡайтарырмын. Унда үрсерҙәр һәм ишәйерҙәр.


Раббы былай ти: «Мин Яҡуптың сатырҙарын ҡабаттан ҡорормон, Уларҙың торлаҡтарына рәхим-шәфҡәт ҡылырмын; Емереклектәр өҫтөндә ҡала ҡабаттан ҡалҡыр, Һарай ҙа үҙ урынына һалыныр.


Шундай көндәр килә, – тип белдерә Раббы, – халҡым Исраил менән Йәһүҙәне тағы элекке мул, имен тормошона ирештерермен. Уларҙы ата-бабаларына Үҙем биргән ергә яңынан ҡайтарырмын, һәм уға ҡабат хужа булырҙар».


«Мин уларҙы асыулы, ярһыулы сағымда ҡаты нәфрәттә ҡыуып ебәргән барса илдәрҙән йыйып алырмын һәм, бында алып ҡайтып, имен-аманлыҡта йәшәтермен.


Шуға күрә әйт, Раббы Хаким былай ти: «Мин һеҙҙе халыҡтар араһынан йыйып алырмын да Үҙем һибеп таратҡан ерҙәрҙән кире ҡайтарырмын. Исраил тупрағын яңынан һеҙгә бирермен».


Мин бирәм тип ант иткән илгә уларҙы алып килгәндән һуң, улар һәр бейек ҡалҡыулыҡ, суҡ япраҡлы ағас күреү менән, шунда ҡорбан сала, Мине асыуландырырлыҡ саҙаҡаларын килтерә, хуш еҫ төтәтә, шарап ҡорбандары түгә башланы.


Әйт, Раббы Хаким былай ти: «Мин һиңә, эй Сидон, ҡаршы сығам! Һинең эсеңдә дан ҡаҙанасаҡмын: Һиндә йәшәгәндәрҙе язалағас, Үҙемдең мөҡәддәслегемде танытҡас, Раббы икәнемде беләсәктәр.


Раббы Хаким былай ти: «Халыҡтар араһына һибеп таратҡан Исраил халҡын йыйып алып, ҡәүемдәрҙең күҙ алдында Үҙемдең мөҡәддәслегемде танытҡас, улар Мин ҡолом Яҡупҡа биргән ерҙәрендә йәшәйәсәк.


Раббы Хаким былай ти: «Инде ҡуйҙарымды Үҙем эҙләрмен, Үҙем ҡарармын.


Минең ҡуйҙарым һеҙҙең тояҡтарығыҙ тапағанды ашарға, тояҡтарығыҙ болғандырған һыуҙы эсергә тейешме ни?»


Улар Мин ҡолом Яҡупҡа биргән, ата-бабаларығыҙ йәшәгән ерҙә үҙҙәре лә, балалары ла, балаларының балалары ла мәңге йәшәр, ҡолом Дауыт уларға мәңге хаким булыр.


Ерҙе ҡаплаған болот кеүек халҡым, Исраилдың өҫтөнә ябырылырһың. Эй Гог, киләсәк көндәрҙә һине Үҙ илемә килтерәсәкмен. Ҡәүемдәрҙең күҙ алдында һинең аша Үҙемдең мөҡәддәслегемде күрһәтеп, Үҙемде танытасаҡмын Мин».


Үҙемдең бөйөклөгөмдө һәм мөҡәддәслегемде күрһәтермен, бик күп ҡәүемдәрҙең күҙ алдында Үҙемде танытырмын. Шунда Минең Раббы икәнемде белерҙәр».


Бик күп ваҡыттарҙан һуң һин саҡырылырһың. Йылдар уҙғас, һин һуғыштан арынып рәхәтлеккә сыҡҡан бер илгә һөжүм итәсәкһең. Ул илдең кешеләре, күмәк халыҡ араһынан йыйып алынып, оҙаҡ ваҡыт буш ятҡан Исраил тауҙарына кире ҡайтарылған һәм барыһы ла имен-аман тормош кисергән булыр.


Уларҙың үлектәре боттары араһында, ҡорбан усаҡтары тирәһендә, һәр бер табыныу ҡалҡыулығында, тау түбәләрендә, суҡ япраҡлы һәр ағас, тарбаҡлы һәр имән аҫтында, боттарына арнап хуш еҫ төтәткән һәр урында аунап ятыр. Шунда Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ.


Ҡорбан килтереүсе малдың эсәк-ҡарынын һәм тояҡтарын һыу менән йыуғандан һуң, ҡаһин уларҙы ҡорбан усағында яндырһын. Был – тотош яндырыу ҡорбаны, ут ҡорбаны – Раббыға күркәм хуш еҫ.


Ҡанаттарынан тотоп, ҡошто йыртһын, әммә икегә айырмаһын. Шунан уны ҡорбан усағындағы утын өҫтөнә һалып яндырһын. Был – тотош яндырыу ҡорбаны, ут ҡорбаны – Раббыға күркәм хуш еҫ.


Ҡорбан килтереүсе малдың эсәк-ҡарынын һәм тояҡтарын һыу менән йыуғас, ҡаһин уларҙың барыһын да усаҡта яндырһын. Был – тотош яндырыу ҡорбаны, ут ҡорбаны – Раббыға күркәм хуш еҫ.


Муса Һарунға: – Раббының: «Миңә яҡындар аша мөҡәддәслегемде күрһәтермен, Бөтөн халыҡ алдында дан ҡаҙанырмын», – тип әйткәне ошолор, – тине. Һарун өндәшмәне.


Мин Үҙ халҡым Исраилдың Яҙмышын яңынан үҙгәртермен: Кешеһеҙ ҡалған ҡалаларҙа Йорттар һалып йәшәрҙәр, Йөҙөм ағастары ултыртып, Шараптан өҙөлмәҫтәр, Баҡсалар үҫтереп, емеш ашарҙар.


Был һыу Мерива тип аталды, сөнки уның янында исраилдар Раббыға дәғүә белдерҙеләр, Раббы иһә уларға мөҡәддәслеген күрһәтте.


– Бейек күктәрҙәге Аллаға дан! Алла Үҙе һайлап алған һәм яратҡан кешеләргә ерҙә именлек булһын!


Беҙҙе һәр ваҡыт Мәсихтең еңеү тантанаһында йөрөтөүсе һәм беҙҙең аша һәр ерҙә Мәсих хаҡында хуш еҫтәй белем таратыусы Аллаға рәхмәт яуһын.


Ҡотолоусылар араһында ла, һәләк булыусылар араһында ла беҙ – Мәсихтең Аллаға күтәрелгән хуш еҫе.


Мәсих беҙҙе яратҡан кеүек, һеҙ ҙә мөхәббәттә йәшәгеҙ. Беҙҙе яратыуы менән Аллаға хуш еҫле бүләк һәм ҡорбан булып Мәсих беҙҙең өсөн ғүмерен бирҙе.


Мин бөтә нәмәне лә тулыһынса, хатта артығы менән алдым. Әпәфродитос аша һеҙ ебәргәндәрҙең барыһын да алдым һәм тулыһынса тәьмин ителдем. Улар хуш еҫле, Алла күңеленә ятышлы, Уға яраҡлы ҡорбан.


Йөрәктәрегеҙҙә Мәсихте Хаким итеп изгеләп ололағыҙ. Өмөтөгөҙ хаҡында һеҙҙән хисап талап иткән һәр кемгә яуап бирергә һәр ваҡыт әҙер булығыҙ,


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ