Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 20:32 - Изге Яҙма

32 Һеҙ: „Ағасҡа, ташҡа табынған ҡәүемдәр, ят ҡәбиләләр кеүек буласаҡбыҙ“, – тиһегеҙ. Әммә был ниәтегеҙ бер ваҡытта ла ғәмәлгә ашмаҫ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

32 Һеҙ: „Ағасҡа, ташҡа табынған ҡәүемдәр, ят ҡәбиләләр кеүек буласаҡбыҙ“, – тиһегеҙ. Әммә был ниәтегеҙ бер ваҡытта ла ғәмәлгә ашмаҫ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

32 Һеҙ: „Ағасҡа, ташҡа табынған ҡәүемдәр, ят ҡәбиләләр кеүек буласаҡбыҙ“, – тиһегеҙ. Әммә был ниәтегеҙ бер ваҡытта ла ғәмәлгә ашмаҫ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 20:32
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Яман әҙәмдән арала мине, Раббы, Залим бәндәнән ҡурсала.


Раббынан ҡурҡығыҙ, Уның изге бәндәләре, Унан ҡурҡҡандар мохтажлыҡ күрмәҫ.


Кеше йөрәгендә ниәттәр күп, әммә Раббы ихтыяр иткәне генә бойомға аша.


илаһтарын утҡа яҡты. Тик был илаһтар Алла түгел, ә ағастан һәм таштан кеше ҡулы менән яһалған һындар ине. Шуға ла уларҙы юҡ иттеләр.


Башҡа илаһтар артынан сабып, Аяғың сейләнмәһен, Исраил, Тамағың сарсап кипмәһен! Әммә һин: „Өҙ өмөтөңдө! Мин яттарҙы һөйәм, Улар артынан эйәрәм“, – тинең.


Беҙ нәҙер иткәндәребеҙҙең барыһын да мотлаҡ эшләйәсәкбеҙ: Күк алиһәһенә хуш еҫ төтәтеүебеҙҙе, уға түкмә ҡорбан килтереүебеҙҙе дауам итәсәкбеҙ. Үҙебеҙ ҙә, ата-бабаларыбыҙ ҙа, батшаларыбыҙ һәм түрәләребеҙ ҙә Йәһүҙә ҡалаларында һәм Йәрүсәлим урамдарында шулай эшләй торғайныҡ. Ул ваҡытта туҡ, бәхетле булдыҡ, бәлә-ҡаза күрмәнек.


Башығыҙға бәлә ебәреремде, әйткәндәремде ғәмәлгә ашырасағымды белеп тороғоҙ, – тип белдерә Раббы. – Һеҙҙе ошо урында язалаясағымдың дәлиле шул:


Әгәр бөйөк Хаким бойормаһа, Кемдең әйткәне тормошҡа ашыр?


Шунда миңә Раббының Рухы иңде һәм: – Әйт, Раббы былай ти: «Эй Исраил халҡы! Мин һеҙҙең ниҙәр һөйләгәнегеҙҙе лә, башығыҙҙа нимә барлығын да беләм, – тине. –


Раббы Хаким былай ти: «Ул көндө башыңа бик күп уйҙар килер, һәм һин яуыз ниәт ҡороп


Улар шарап эсә-эсә үҙҙәренең алтын һәм көмөш, баҡыр һәм тимер, ағас һәм таш илаһтарын маҡтаны.


Минең халҡым ағасҡа һорау бирә, Уға ағас таяҡ яуап ҡайтара! Сөнки фәхешлек рухы уларҙы юлдан яҙҙырҙы: Уйнаш итеп, үҙ Аллаһынан йыраҡлаштылар.


Был донъяның йәшәү рәүешенә яраҡлашмағыҙ, ә зиһенегеҙҙе яңыртып, уй-фекерегеҙҙе үҙгәртегеҙ. Шулай итеп, һеҙ Алланың ихтыярын – нимәнең яҡшы, яраҡлы һәм камил булыуын асыҡлай алырһығыҙ.


Раббы һеҙҙе һәм үҙегеҙ һайлап ҡуйған батшағыҙҙы һеҙ ҙә, ата-бабаларығыҙ ҙа белмәгән ҡәүем араһына ҡыуыр. Унда таштан һәм ағастан эшләнгән башҡа илаһтарға хеҙмәт итерһегеҙ.


Раббы һеҙҙе донъяның бер осонан икенсе осона, төрлө халыҡтар араһына таратыр. Унда үҙегеҙ ҙә, ата-бабаларығыҙ ҙа танымаған, ағастан һәм таштан яһалған башҡа илаһтарға хеҙмәт итерһегеҙ.


Уларҙың әшәке нәмәләрен – ағастан, таштан, алтындан, көмөштән яһалған боттарын күрҙегеҙ.


Унда һеҙ кеше ҡулы менән ағастан, таштан яһалған, күрмәгән, ишетмәгән, еҫ һиҙмәгән, ашамаған-эсмәгән илаһтарға хеҙмәт итерһегеҙ.


Ошо бәлә-ҡазаларҙан үлмәй ҡалған кешеләр үҙҙәре ҡылған эштәргә тәүбә итмәне. Улар яуыз рухтарға һәм күрә лә, ишетә лә, йөрөй ҙә алмаған алтын, көмөш, баҡыр, таш һәм ағас һындарға табыныуҙан ваз кисмәне.


Уға: – Һин инде олоғайҙың, – тинеләр. – Ә улдарың һинең юлыңдан йөрөмәй. Шуға күрә беҙҙең өҫтән башҡа халыҡтарҙа булған кеүек батша ҡуй, беҙгә ул идара итһен.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ